Изге Рим империяһы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Изге Рим империяһы (1512 йылдан — Герман милләтенең Изге Рим империяһы; лат. Sacrum Imperium Romanum Nationis Germanicae йәки Sacrum Imperium Romanum Nationis Teutonicae, нем. Heiliges Römisches Reich Deutscher Nation) — 962 йылдан алып 1806 йылға тиклем йәшәп килгән һәм Европаның күп биләмәләрен берләштергән дәүләт-ара берәмек. Иң юғары үҫеш мәлендә империяға уның үҙәге булған Германия, төньяҡ һәм үҙәк Италия, Нидерланд, Чехия, Францияның ҡайһы бер региондары инә. 1134 йылдан алып Германия, Италия, Бургундия короллектәренән торған. 1135 йылдан империя составына Чехия короллеге инә, уның империялағы статусы 1212 йылда ғына рәсмиләштерелә.
Империяға 962 йылда Көнсығыш Франк короле Бөйөк Оттон I нигеҙ һала һәм ул боронғо Рим империяһы һәм Бөйөк Карлдың Франк империяһы дауамы булып иҫәпләнә. Империяның бөтә тарихы дауамында үҙәк хакимлығы көсһөҙ булған, бер нисә йөҙ территориаль-дәүләт берәмектәрен берләштергән ҡатмарлы феодаль иерархик ҡоролош була. Империя башында император тора. Император титулы нәҫел буйынса күсмәй, ә курфюрстар коллегияһы һайлауҙары нигеҙендә тәғәйенләнә. Император хакимлығы бер ҡасан да абсолют булмай һәм Германияның юғары аристократияһы тарафынан, ә XV быуат аҙағынан империяның төп ҡатламы мәнфәғәтен яҡлаусы рейхстаг тарафынан сикләнә. Үҙ үҫешенең тәүге осоронда империя феодаль-теократик дәүләт була, ә императорҙар юғары властҡа христиан дине аша өлгәшергә тырыша. Папа хакимлыгының көсәйеүе һәм Италияны яулау өсөн барған күп быуаттарға һуҙылған көрәш, Германияла биләмәләр кенәздәренең ҡеүәте артыу империяла үҙәк властың көсһөҙләнеүенә килтерә.
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads