Иртыш
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Ирты́ш (рус. Иртыш, себертатар. Иртеш, ҡаҙ. Ертіс, ҡыт. 额尔齐斯河 — É'ěrqísī hé, хант. Ԓаӈаԓ) — Ҡытайҙағы, Ҡаҙағстандағы һәм Рәсәй Федерацияһындағы йылға, Обь йылғаһының һул һәм төп ҡушылдығы[1].
Remove ads
География

Иртыш — донъялағы иң оҙон йылға ҡушылдығы (икенсе урында — Миссури), уның оҙонлоғо 4248 км тәшкил итә. Бассейн майҙаны — 1643 мең км². Ауышлығы 1 километрға яҡынса 0,03 метр тәшкил итә[2].
Инеше Монголия һәм Ҡытай сигендә, Монголия Алтайы һырттарының көнсығыш битләүҙәрендә урынлашҡан[3]. Ҡытайҙан Ҡара Иртыш, Эрцисыхэ[4] атамаһы менән Ҡаҙағстанға сыға һәм Зәйсән котловинаһы аша үтеп Зәйсән күленә ҙур дельта барлыҡҡа килтереп ҡоя. Зәйсән күленә Мәғдәнле Алтайҙан, Тарбағатай һәм Саур һырттарынан бихисап йылғалар ҡоя. Зәйсән күленән сыҡҡас Иртыш төньяҡ-көнбайыш йүнәлешендә ағып Бухтарминск һәм Усть-Каменогорск ГЭС-тары аша үтә. Түбәнге ағымында Шульбинск ГЭС-ы һәм Семей ҡалаһы урынлашҡан. Павлодар ҡалаһынан юғарыраҡ урында Иртыш йылғаһы һыуҙарының бер өлөшөн көнбайышҡа йүнәлтелгән Иртыш—Караганда каналы ала. Ханты-Мансийск ҡалаһы тирәһендә Иртыш Обь йылғаһына ҡоя.
Remove ads
Ҡушылдыҡтары
Ҡушылдыҡтары: Калжыр, Курчум, Нарым, Бухтарма, Ульба, Уба, Кызылсу, Чар, Тубыл, Камышловка, Омь, Тара, Уй, Шиш, Ишим, Оша, Шаган, Конда, Усолка, Вагай.
Тораҡ пункттары
Инешенән тамағына ҡәҙәр Иртыш буйындағы ҡалалар: Кёктокай (Фуюнь), Бурчун (барыһы ла — Ҡытай), Серебрянск, Усть-Каменогорск, Семей, Курчатов, Аксу, Павлодар (барыһы ла — Ҡаҙағстан), Омск, Тара, Тобольск, Ханты-Мансийск (барыһы ла — Рәсәй).
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads