Обь
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Обь (рус. Обь, хант. Ас, татар. Умар) — Көнбайыш Себерҙәге йылға.
Remove ads
Гидроним
Йылғаның түбәнге ағымында йәшәүсе ненецтар уны Саля-ям («моронло йылға») тип атаған. Ханты һәм манси халыҡтары йылғаға Ас («ҙур йылға»), селькуптар — Квай, Еме, Куай («эре йылға») тип исемләгән. Фараздар буйынса Обь гидронимы «ҡар», «ҡар көртө». «ҡар янында» тип аңлатылған коми телендәге һүҙенән[2], йәки иран телендәге ап («һыу») һүҙенән барлыҡҡа килгән[2].
Гидрография
Оҙонлоғо — 3650 км, бассейн майҙаны — 2 990 000 км².

Алтай тауҙарында Бий һәм Катунь йылғалары ҡушылыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә.
Башта Обь Алтай крайы буйлап бормаланып башлыса төньяҡ-көнбайыш йүнәлешендә аға. Һуңынан край һәм Новосибирск өлкәһе араһында сик барлыҡҡа килтерә һәм артабан өлкә буйлап үтә. Томск өлкәһендә Томь һәм Чулым йылғалары менән ҡушыла. Ханты-Манси автономиялы округында Обь йылғаһы Нижневартовск, Сургут, Нефтеюганск ҡалалары аша үтә. Ханты-Мансийск тирәһендә Иртыш менән ҡушыла һәм төньяҡҡа борола. Артабан йылға бер нисә тармаҡтарға һәм ҡылымыҡтарға бүленеп Ямал-Ненец автономиялы округы территорияһы буйлап аға һәм тамағында Обь ҡултығын барлыҡҡа килтереп Кара диңгеҙенә ҡоя.
Remove ads
Ҡушылдыҡтары
Иң ҙур ҡушлдыҡтары:
- һул — Песчаная, Ануй, Чарыш, Алей, Барнаулка, Касмала, Шегарка, Чая, Парабель, Васюган, Оло Юган, Төньяҡ Сосьва, Щучья, Сыня;
- уң — Чумыш, Бердь, Иня, Томь, Чулым, Кеть, Тым, Киев Ёганы, Вах, Ватинск Еганы, Тромъеган, Пим, Лямин, Казым, Полуй.
Тораҡ пункттары
Инешенән тамағына ҡәҙәр Иртыш буйындағы ҡалалар: Бийск, Барнаул, Новоалтайск, Камень-на-Оби, Новосибирск, Колпашево, Стрежевой, Нижневартовск. Мегион, Лангепас, Сургут, Нефтеюганск, Лабытнанги, Салехард.
Обь-Иртыш бассейнындағы төп порттар һәм пристандәр: Бийск, Барнаул, Новосибирск, Томск, Самусь, Нижневартовск, Сургут, Лабытнанги, Павлодар, Омск, Тобольск, Төмән, Ханты-Мансийск.
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads