Иҫкешәһәр
Төркиә ҡалаһы From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Иҫкешәһәр (тур. Eskişehir, тимәк, иҫке ҡала, eski — иҫке һәм şehir — ҡала) — Төркиә ҡалаһы. Шул исемле илдең һәм ҡала районының административ үҙәге. Халҡы: 789 750 кеше. Порсук йылғаһы буйында Анкаранан көнбайышҡа табан 250 км, Истанбулдан көньяҡ-көнсығышҡа табан 350 км,Кютахьянан төньяҡ-көнсығышҡа табан 90 км алыҫлыҡта урынлашҡан.
Дорилей (юнан. Δορύλαιον) исеме менән булдырылған.
XIV быуат башында йәш Ғосман дәүләтенең иҫәп буйынса өсөнсө баш ҡалаһы була, хатта Эдирнены яулап ала. 1921 йылдың яҙында Греция ғәскәрҙәре кәмал Төркиә ғәскәрҙәрен ҡамап алырға һәм тар-мар итергә маташҡанда хәрби хәрәкәттәр үҙәгенә әүерелә. Был алыш гректар өсөн еңеү менән тамаланыуына ҡарамаҫтан, кәмалсы ғәскәр ҡамауҙан сыға алған, һәм был сиселеш һуғыштың артабанғы барышы өсөн ҙур әһәмиәткә эйә була.
Төрөк армияһы ҡалаға 1922 йылдың йәйендә әйләнеп ҡайта.
Remove ads
Мәҙәниәт һәм туризм
Византия сәскә атҡан дәүерҙә Дорилей Кесе Азияның яҡшы климатлы һәм бай инфраструктуралы иң үҫешкән ҡалаларының береһе була. XI быуат аҙағында ҡала күсмә төркиҙәр тарафынан нигеҙенә тиклем емерелгән булған, 2 000 тирәһе шул осорҙа уҡ йәшәргә ҡалған. Шулай итеп, бер кем дә йәшәмәгән ҡала йөҙ йыл (1081 - 1175) дауамында емереклектәрҙә ятҡан. 1115-1175 йылдарҙа Византия был ергә контролде ваҡытлыса ҡайтара, ләкин ҡала яңынан үҙенең элекке бөйөклөгө кимәленсә тергеҙелә алмай[3]. 1175 йылда император Мануил, бында кире ҡайтҡан гректар өсөн форт төҙөп, Дорилей урынында ҡала тормошон тергеҙергә маташа. Күсмә төркиҙәр был процесҡа әүҙем ҡаршы килә, сөнки үҙҙәренең традицион күсмә маршруттарын византий армияһы күҙәтеп тороуын теләмәй. Бәрелештәр һөҙөмтәһендә, төрөктәр тирмәләрен яндыра һәм ваҡытлыса тауҙарҙа йәшенә. 1176 йылда, Мириокефаль янында еңелгәндән һуң, Дорилейҙың ҡалдыҡтары, күпселек православие халҡы (төрки телле гректар) 1922 йылғы алмашыуға тиклем һаҡланһа ла, тулыһынса Византия юрисдикцияһынан сығаHellenism in Asia Minor. — American-Hellenic society, 1918. — В. 4.</ref> православное население (тюркоязычные греки) сохранялось здесь до обмена 1922 года.
Төрки телле дәүләттәр башлыҡтары саммиты ҡарарына ярашлы, 2013 йылда Иҫкешәһәрр «2013 йылғы Төрки донъяһының мәҙәни баш ҡалаһы»на әүерелде[4].
Remove ads
Климаты
Туғандаш ҡалалар
Билдәле кешеләре
Сюмейе Бояджи (төр. Sümeyye Boyacı, 2003 йылдың 5 февралендә тыуған) — төрөк йөҙөүсеһе-паралимпиясы.
Мәғариф
Анатолий университетында 880 000 студент уҡый һәм ул илдә иң ҙуры һәм донъяла дүртенсе уҡыу йорто булып тора.
Транспорт
2004 йылдан алып ҡалала заманса трамвай системаһы эшләп килә, ҡара: Иҫкешәһәр трамвайы.
Галерея
- Дженгиз Топель скульптураһы
- Иҫкешәһәрҙә төн
- Порсук
- Иҫкешәһәрҙең Үҙәк мәсете
- Быяла сәнғәте музейы
- Иҫкешәһәрҙәге йорттар
- Ҡатын-ҡыҙ скульптураһы
- Иҫкешәһәр аша аҡҡан йылға күренеше
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Тавр экспресы
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads