Шымкент

Ҡаҙағстан ҡалаһы From Wikipedia, the free encyclopedia

Шымкент
Remove ads

Шымке́нт ( 1992 йылдың 8 сентябренә тиклем Чимкент[6]; ҡаҙ. Шымкент ) — Ҡаҙағстандың көньяғындағы ҡала, республика әһәмиәтендәге статусҡа эйә[7]. «Ҡаҙағстан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошо тураһында» законы нигеҙендә, халыҡ һаны 1 миллиондан ашыу өс ҡала айырым дәүләт әһәмиәтенә эйә булып тора. Былар: Алматы, Астана һәм Шымкент,уларҙың статусы өлкәгә тиң. Шымкент айырым административн-территориаль берәмек, (республиканың 17-се регионы[8]), үҙен уратып алған өлкә составына инмәй [9]

Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Рәсми атамаһы ...

Шымкент — халыҡ һаны буйынса илдә өсөнсө[10] һәм биләгән майҙандары буйынса беренсе урында тора [11], иң эре сәнәғәт, сауҙа һәм мәҙәни үҙәктәренең береһе; халыҡ һаны буйынса икенсе урында торған Шымкент агломерацияһы.

2018 йылдың 19 июненә тиклем[12] — Көньяҡ-Ҡаҙағстан (хәҙерге Төркөстан өлкәһе) өлкәһенең административ үҙәге булған.

Remove ads

Этимологияһы

Ҡаланың әлеге атамаһы Шымкент ике өлөштән тора: «кент» термины[13] (фарсы телдәрендә — ҡала, ҡасаба, төйәк) һәм «чим/шым» билдәләмәһе[14].«Шым/чим» компонентының тарихи рәүештә «чем», «чеменьгень», «чиминь», «чиминъгень» тигән варианттары ла булған һәм фарсы телдәрендә «болон, сиҙәм» тигәнде аңлатҡан.

  • В. В. Бартольд һәм Э. М. Мурзаев фекеренсә, «чиминь/чемень» сөғд теленән (болон, сәскәле үҙән) «кент» һүҙе ҡушып эшләнгән.
  • В. В. Радлов «чаман» һүҙенән - ғәрәпсә «ағаслыҡ» тигәндән килеп сыҡҡан тип һанай[14].
  • Сәйәхәтсе Г. Н. Потанин 1830 йылда «Чимкеть» тигән атаманы теркәгән («кеть» варианты)[14].
  • Э. М. Мурзаев 1984 йылда ( Л. И. Розоваға һәм В. И. Савинаға һылтанып) «чамен/чемен» һүҙен «сиҙәм» һүҙе менән бәйләй[14].
Remove ads

Тәүге мәғлүмәттәр

Хәҙерге заман Шымкент биләмәләре территорияһында XI−XII быуаттар арауығында кеше йәшәгән булған. Шуның менән бергә, уның бынан иртәрәк барлыҡҡа килеүе тураһында ла гипотеза бар, был фараз археологик ҡаҙыныу эштәре барышында тәҡдим табылған ҡәберҙәрҙе өйрәнеү нигеҙендә барлыҡҡа килгән, белгестәр баһаһы буйынса, улар V - VI быуаттарға ҡарай тип баһаланған. Шымкент тураһында яҙма сығанаҡтарҙа беренсе тапҡыр Шәрәф-әд-дин Йәзди (1425 йыл) китабы «Зәфәр-намә» («Еңеүҙәр китабы») китабында Аҡһаҡ Тимер яуҙарын һүрәтләгәндә телгә ала. , эргәһендә хәрби походтары һүрәтләнгән Тимур[15].

Remove ads

Халҡы

XIX быуат аҙағы

1897 йылғы йәниҫәп буйынса Чимкентта 11 194[16] кеше йәшәгән (6185 ир-ат һәм 5009 ҡатын-ҡыҙ).

1897 йылда туған телдәре буйынса ошолай яҙылғандар[16]:

Чимкент өйәҙендә 1897 йылда 285 059 кеше йәшәгән, туған телдәр буйынса ошолай булғандар [17]:

XX быуаттың икенсе яртыһында

1939 йылғы йәниҫәп буйынса Чимкент ҡала советында (дөйөм халыҡ һаны 91 867 кеше) Чимкент ҡалаһы үҙе (74 421 кеше), шулай уҡ Ильич эшсе ҡасабаһы булған — 17 446 кеше[18].

Ентеклерәк мәғлүмәт Милләт, тотош ҡала советы ...

XXI быуат башы

2019 йылдың 1 ғинуарына ҡала халҡы 1 011 511 кеше тип иҫәпләнә [19]

Ентеклерәк мәғлүмәт Этнос, Һаны ...
Ентеклерәк мәғлүмәт Этнос, Һаны ...

Ҡаҙағстандың бойондороҡһоҙлоҡ осоронда Шымкент ҡалаһында халыҡ һаны ҙур үҫеш кисерҙе.Мәҫәлән, 2011 йылға ҡала халҡы һаны 2000 йыл менән сағыштырғанда 44,5 процентҡа үҫә (629,1 мең һәм 435,3 мең кеше - ярашлы рәүештә)[22].

2015 йылға Шымкентҡа эргә-тирәһендәге райондарҙы ҡушалар, шул сәбәпле ҡала халҡы һаны 858 147 кешегә етә[23].Шымкенттың элекке ерҙәрендә 711 783 кеше йәшәгән булған[24].

Биләмәләр өҫтәлеү менән халыҡтың этник составы ла үҙгәрә. Мәҫәлән, үзбәктәр һаны 86 180-дән 161 222 кешегә етә.

Агломерация

Шымкент агломерацияһына 367 тораҡ пункт инә, улар 1573,5 мең га территорияла урынлашҡан. Шымкент агломерацияһында йәшәүселәр һаны 2017 йыл аҙағына 1,8 млн кеше булған (Ҡаҙағстан Республикаһы халҡының 10 проценты), был уны дәүмәле буйынса илдәге икенсе агломерация кимәленә күтәрә ( Алматыныҡынан ҡала - 2,5 млн кеше)[25][26] 2020 йылға был һан 1,9 млн кешегә етер тип көтөлә, ә 2030 — йылға - 2,3 млн тирәһе[27]

Изохрон ысулын файҙаланып (1,5- сәғәтлек транспорт менән файҙаланыу мөмкинлеге) агломерация структураһы билдәләнгән. Уның йоғонтоһона инә : үҙәк (төйөн) — Шымкент ҡалаһы, Арыс ҡала администрацияһы (Арыс ҡалаһы менән), Байҙыбәк, Төлкөбас, Ҡаҙығорт (Ҡаҙығорт ауылы менән), Толебий (Ленгер ҡалаһы менән), Ордабасы һәм Сайрам райондары (шул иҫәптән Манкент һәм Сайрамды ҡушып)[28]

Динамикаһы

Ентеклерәк мәғлүмәт Халыҡ һаны, нач. 2015 ...

Телдәр

Ентеклерәк мәғлүмәт Ҡулланылған телдәр 2012 ...

Ҡаҙаҡ теле дәүләт теле статусына, урыҫ теле — рәсми тел статусына эйә ( ҠР Конституцияһы, ст 7.2). 2012 йылға Шымкенттағы өлкәндәрҙең 74 % урыҫ телен, 72 % — ҡаҙаҡ, 9,5 % — инглиз телен белгән, өс телде лә белеүселәр (ҡаҙаҡ, урыҫ, инглиз) — 9,5 %[22].

Remove ads

Климаты

  • Һауаның уртаса йыллыҡ температураһы — +13,0 °C
  • Һауаның сағыштырма дымлылығы  — 57 %
  • Елдең уртаса тиҙлеге — 2,2 м/с
Ентеклерәк мәғлүмәт Ҡала климаты, Күрһәткес ...
Ентеклерәк мәғлүмәт Ҡала климаты, Күрһәткес ...
Remove ads

Туғандаш ҡалалар

Галерея

Шулай уҡ ҡара

  • Этномузей «Кылует»
  • Заражение ВИЧ-инфекцией жителей Шымкента

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads