Калининград өлкәһе

From Wikipedia, the free encyclopedia

Калининград өлкәһе
Remove ads

Калинингра́д өлкәһе — Рәсәй Федерацияһы субъекты, Төньяҡ-Көнбайыш федераль округ составына инә.

Ҡыҫҡа факттар

Административ үҙәк — Калининград ҡалаһы.

Европа Берләшмәһе менән сиктәш: Польша менән көньяҡта, Литва менән төньяҡта һәм көнсығышта. Көнбайышта Калининград өлкәһе ерҙәре Балтик диңгеҙе һыуҙары менән йыуыла.

Remove ads

География

Калининград өлкәһе — Рәсәй Федерацияһының Үҙәк Европала урынлашҡан иң көнбайыш субъекты. Ул Рәсәйҙең башҡа субъектарынан сит дәүләт территориялары менән айырылған, әммә Балтик диңгеҙе аша тоташа, шулай итеп, ул ярым экслав булып тора[4].

Билдәле шәхестәре

  • Хәбибуллин Алик Ғәлимйән улы (21.07.1954), ғалим—хоҡуҡ белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1989—2003 йылдарҙа Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтының кафедра начальнигы. Юридик фәндәр докторы (1997), профессор (1998). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2001). Полиция генерал‑лейтенанты. (2011). Приморье ҡасабаһынан[5].

Өлкәләге власть

Өлкә Уставына ярашлы дәүләт власы суд, башҡарма һәм закондар сығарыу йүнәлештәренә бүленә.

Башҡарма власть

Калининград өлкәһе Губернаторы — өлкәләге иң юғары вазифа.

Суд власы

Калининград өлкәһе суд системаһы составында:

  1. Калининград өлкәһе өлкә суды — Рәсәйҙен юғары судының түбәнге инстанция суды
  2. Калининград өлкәһе арбитраж суды — Рәсәйҙен юғары судының түбәнге инстанция суды

Закондар сығарыу власы

Калининград өлкәһенең Закондар сығарыу йыйылышы — Калининград өлкәһенең юғары закондар сығарыу органы.

Халҡы

100 000
200 000
300 000
400 000
500 000
600 000
700 000
800 000
900 000
1 000 000
1959
1991
1996
2001
2006
2011
2016
Thumb
Светлогорск ҡалаһы янында яр буйы
Thumb
Калининград порты

Рәсәй Дәүләт статистикаһы федераль хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, өлкә халҡы976 439 (2016) кеше тәшкил итә. Халыҡ тығыҙлығы — 64.56 кеше/км2 (2016). Ҡала халҡы — 77.07 % (2015).

Милли состав

2010 йылғы иҫәп алыу мәғлүмәттәренә ярашлы (милләтен күрһәткәндәрҙең өлөшө):

Калининград өлкәһендә 1989 йылда — 503, 2002 йылда — 562 башҡорт йәшәгәне теркәлгән[6].

Remove ads

Административ-территориаль бүленеш

2007 йылға ҡарата Калининград өлкәһендә 22 муниципаль берәмек бар[7]:

  • 11 ҡала округы,
  • 11 муниципаль район.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads