Капри

From Wikipedia, the free encyclopedia

Каприmap
Remove ads

Капри (итал. Capri) — Тиррен диңгеҙендә (Урта диңгеҙенең өлөшө), Кампани төбәгенең итальян провинцияһы Неаполгә инә. Рим республикаһы ваҡыттарынан алып популяр диңгеҙ курорты.

Ҡыҫҡа факттар ХФА-лағы транскрицияһы, Дәүләт ...

Remove ads

Этимологияһы

Бәлки, был утрау исеме боронғо грек κάπρος — «ҡабан», «вепрь» һүҙенә барып тоташҡандыр.[1] Әммә тағы бер версия бар, уның буйынса утрау исеме һуңғыраҡ латин теленән caprea — кәзә һүҙенән килеп сыҡҡан.[2][3]

Географияһы

Thumb
Утрауҙың немец картаһы (xix быуат аҙаҡтарында).

Капри утрауы Неаполитан ҡултығының көньяҡ өлөшөндә, Соррентин мороно осонан яҡынса көньяҡ-көнбайышҡа ҡарай 10 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Майҙаны —10,4 км² . Иң юғары нөктәһе — Монте - Соларо, 589 метр. Вулкандан барлыҡҡа килгән утрау, уның нигеҙе күбеһенсә эзбизташтан тора. Ҡаялар, тәбиғи аркалар һәм мемерйәле текә ярҙар был рельеф өсөн хас. Утрау флораһында урта диңгеҙ сәнскеле ҡыуаҡтары өҫтөнлөк итә.[4]

Утрауҙарың баш ҡалаһы — Капри, даими халыҡтың күпселеге утрауҙа йәшәй, уға ике гавань Марина - Пиккола һәм Марина - Гранд ҡарай. Утрауҙың икенсе ҡалаһы — Анакапри, унда күп виллалар урынлашҡан.

Утрауҙың төньяҡ ярында иң иҫтәлекле популяр урындарҙың береһе — Зәңгәр грот урынлашҡан.

Remove ads

Тарихы

Каприны император Август, 29 б. э. т. неаполитанлыларҙан тартып алған. Император Тиберий бында бер нисә иҫ киткес вилла төҙөй, утрау уның иң яратҡан урыны була киткән һәм уның ваҡытында иң популяр ял итеү урынына әйләнә. Үҙ ғүмеренең һуңғы 10 йылын Тиберий утрауҙа үткәрә. Һуңыраҡ утрау һөргөн урынына әйләнә[5].

Иҡтисады

Утрау халҡы туристик тармағы менән, субтропик игенселек, баҡсасылыҡ һәм балыҡсылыҡ менән шөғөлләнә.

Ҡоро ер менән бәйләнеш — шәхси катерҙар һәм паром.

Утрау ҡатындар өсөн айырым төр салбар фасонына исем бирә: капри — кыҫка, тәнгә һылашып торған салбар, улар тубыктан саҡ ҡына оҙонораҡ, тышҡы яҡтан ҙур булмаған уйымы бар.

Иҫтәлекле урындары

  • Монте - Соларо тауы (589 м). Анакапринан тауға аҫылмалы ҡанат юлы алып бара. Тауға, яҡынса VII—VI б.э. т. даталанған «Финик баҫҡыстары» (921 баҫҡысы) буйлап менергә мөмкин. Уның түбәһенән Неаполгә, Аненниндың көньяк осона һәм култығына куренеш асыла.
  • Зәңгәр грот исемле яр мәмерйәһе

Капри донъя мәҙәниәтендә һәм тарихында

Thumb
Нобель премияһы лауреаты Эмиль Беринг виллаһы (бордовый), 1906-1913 йылдарҙа Горький йәшәгән.
Thumb
Август һәм Фаральони баҡсаларынан күренеш
Thumb

Төрлө ваҡытта утрауҙа йәшәүселәр:

  • Утрауҙа (дөрөҫөрәге — Малапарт Курцио виллаһында) Жан-Люк Годар Презрение (1963, А. Моравианың шул уҡ исемле романы буйынса) һәм Лилиана Кавань Тире (1981, Малапарте романы буйынса) фильмдар төшөрөлә.
  • Утрауҙа 1948 йылда үткәрелгән иң беренсе Гран Italia фестивале үтә.
  • 2009 йылдан алып Горький премияһы тапшырыла.
Remove ads

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Капри мәктәбе

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads