Кесе Учалы

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Кесе Учалы, Кесе Асыулы (рус. Малые Учалы) — Башкортостан Республикаһының Учалы районындағы юҡҡа сыҡҡан күл. Район үҙәге — Учалы ҡалаһы биләмәһе сиктәрендә, Энергетиктар урамы буйлап һәм Бурансы биҫтәһенән төньяҡҡа ҡарай урынлашҡан. Ғәмәлдә экологик һәләкәт һөҙөмтәһендә, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе булараҡ, юҡҡа сыға. Күл һыу инеү өсөн яраҡһыҙ, комбинаттың ҡалдыҡтарын һаҡлағыс булып тора.

Ҡыҫҡа факттар Дәүләт, Административ-территориаль берәмек ...

Күл буйлап Межозёрный-Мейәс тимер юлы үтә.

Remove ads

Топонимика

Ғалим һәм сәйәхәтсе Иван Лепёхин үҙенең юл яҙмаларында күлде «Асыулы» тип атай, һәм  «сердитое» тип тәржемәләй. Башҡорт телендә «асыулы» тигән һүҙ бар — русса «гневный», татар телендә лә шундай уҡ мәғәнәгә эйә булған «ачулы» һүҙе бар[1].

Геология

Күлдең барлыҡҡа килеүе күрше күл — Оло Учалы менән бер төрлө, тектоник (икенсе фараз буйынса — карст-суффозиялы[2]) килеп сығыш. Майҙаны 3,4 км2, һыу кимәле 522 м. Һыу йыйыу майҙаны 24,8 км2. Уртаса тәрәнлеге 2,5 м, максималь тәрәнлеге 5 м. Күбеһенсә ер өҫтө һыуҙары, яуым-төшөм һәм ер аҫты һыуҙары иҫәбенә туҡлана. Яйыҡ йылғаһы бассейнына ҡарай, күренеп торған ағып сыҡҡан һыу юҡ. Төбө ләмле, сапропелле, яр буйында ҡомло, ҡырсынташлы. Ярҙары һөҙәк, башлыса асыҡ. Табан балыҡ, сабаҡ, суртан бар[3].

Remove ads

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads