Кишер
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Кишер (рус. Морковь посевная, лат. Daucus carota subsp. sativus) — ике йыллыҡ үлән үҫемлек; йәшелсә. Июнь-июль айҙарында аҡ сәскә ата, август-сентябрҙә орлоғо өлгөрә. Кишерҙең тыуған яғы Урта диңгеҙ буйында урынлашҡан илдәр. Бөтә донъяла кишер сәсеп үҫтерелә.


Remove ads
Тасуирлама
Ике йыллыҡ үлән үҫемлек, тамыры итләс, япраҡтары ныҡ киртләсле һәм бүлемле.
Сәскәләре — ваҡ, аҡ, һары йәки ҡыҙғылт тажлы.
Емеше — ваҡ, оҙонлоғо 3-5 мм эллипс рәүешле, икешәр ҡушарлы.
Үҫтереү

Дүрт мең йыл буйына культурала ҡулланыла[1], хәҙерге ваҡытта төрҙәре һәм культиварҙары (сорт) бик күп.
Тәүге булып кишерҙе Афғанстанда үҫтерә башлағандар, унда әлегә тиклем кишерҙең бик күп төрлө төрҙәре үҫә. Яҡын төрө - ҡырағай кишер, йәғни, ҡуян тубығы: сәсеү кишерен унан селекция юлы менән сығарғандар.
Башта кишерҙе тамыры өсөн түгел, ә орлоҡтары һәм хуш еҫле япраҡтары өсөн үҫтергәндәр. Тәүге тапҡыр тамыры ризыҡҡа ҡулланғаны б.э. I быуатындағы сығанаҡтарҙа телгә алына.[2]
Кишер донъялағы иҡтисади яҡтан иң мөһим йәшелсә культуралары араһында. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Аҙыҡ-түлек һәм ауыл хужалығы ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2011 йылда 35658 миллион тонна кишер һәм шалҡан етештерелгән, дөйөм майҙаны 1,184,000 гектарҙа (2,926,000 гектар) .1
Файҙаланыу
Кишер уңышы картуф менән сағыштырғанда бик юғары була (20-80)т/га[3]
Кишерҙе ҡыш дауамында дымлы һалҡынса урында йә бер нисә ай дауамында һыуытҡысҡа һаҡларға мөмкин. Оҙаҡ һаҡлау өсөн, йыуылмаған кишерҙе ҡомға, йә 50/50 юнысҡы, бысҡы вағы менән ҡом ҡатнашмаһына һалып һаҡлап була. Тәҡдим ителгән температура диапазоны (0-5)°С.
Каротин буйынса кишер татлы боростан ғына ҡалыша[4].
- халыҡ медицинаһында
Халыҡ медицинаһында эс йомшартыу, глистарҙы ҡыуыу, шулай уҡ радиоактив матдәләрҙе организмдан сығарыу сараһы булараҡ ҡулланыла[4].
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads