Корнилаев Сергей Григорьевич
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Корнилаев Сергей Григорьевич (20 февраль 1955 йыл) — СССР-ҙың ирекле стилдәге көрәшсеһе. 48 кг-ға тиклем ауырлыҡ категорияһында «Хеҙмәт резервтары» спорт йәмғиәте өсөн сығыш яһай. Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры.
Ирекле көрәш буйынса СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1978), дүрт тапҡыр донъя чемпионы (1978, 1979, 1981, 1982), Европа чемпионы (1984), XXII олимпия уйындарының бронза призеры (1980). Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры.
Remove ads
Биографияһы
Сергей Григорьевич Корнилаев 1955 йылдың 20 февралендә Башҡорт АССР-ының Иглин районы Сыуаш-Ҡобау ауылында сыуаш ғаиләһендә тыуған.
«Витязь» спорт клубының (Мәскәү) Почетлы президенты, Мәскәү ирекле көрәш федерацияһының попечителлек советы рәйесе.
Йыл һайын көрәшсе хөрмәтенә үткәрелә:
- Ирекле көрәш буйынса Сергей Григорьевич Корнилаев исемендәге халыҡ-ара турнир (Мәскәү, «Хеҙмәт резервтары» спорт комплексы),
- Ирекле көрәш буйынса дүрт тапҡыр донъя чемпионы Сергей Григорьевич Корнилаев призына Бөтә Рәсәй турниры (Сыуаш Республикаһы, Канаш районы).
- Ирекле көрәш буйынса дүрт тапҡыр донъя чемпионы Сергей Григорьевич Корнилаев призына республика турниры (Башҡортостан Республикаһы, Иглин районы).
- Ирекле көрәш буйынса Яңы йыл турниры (Мәскәү, Перово, «Луч» спорткомплексы).
Remove ads
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads