Йәйге Олимпия уйындары 1980
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
1980 йылғы XXII Олимпия уйындары (рус. XXII Летние Олимпийские игры 1980 го́да), (рәсми атамаһы — XXII Олимпиада уйындары (рус. И́гры XXII Олимпиа́ды) булараҡ билдәле) Советтар Союзының баш ҡалаһы Мәскәүҙә 19 июлдән[2] 1980 йылдың 3 авгусына[3] тиклем үтә. Был Көнсығыш Европала, шулай уҡ социалистик илдә үткәрелгән тәүге Олимпия уйындары була.
1980 йылғы Олимпиада ярыштарының бер өлөшө Советтар Союзының башҡа ҡалаларында ла үткәрелә: елкәнле регата Таллинда башлана (Эстония ССР-ы); футбол турнирының алдан үткәрелгән уйындары һәм сирек финалы Киевта (Украина ССР-ы), Ленинградта (РСФСР) һәм Минскиҙа (БССР); пуля менән атыу буйынса ярыштар Мәскәү янындағы Мытищиҙа (РСФСР) «Динамо» атыу полигонында үтә.
Уйындар шулай уҡ 1979 йылда совет ғәскәрҙәренең Афғанстанға инеүе арҡаһында 60-тан ашыу илдең Олимпиадаға бойкот яһауы менән билдәле[4][5][6]. Уйындарҙы инҡар иткән илдәрҙең ҡайһы бер спортсылары шулай ҙа Мәскәүгә килә һәм Олимпия флагы аҫтында көс һынаша[7]. Бынан алда Африканың 29 иле 1976 йылда Монреалда үткән Олимпиадаға бойкот яһай, ә артабан 1984 йылда Советтар Союзы һәм тағы 13 ил Лос-Анджелестағы йәйге Олимпия уйындарына бойкот иғлан итә[8].
Remove ads
Олимпия уты эстафетаһы

Һәр Олимпиаданың символы — Олимпия уты. Уйындар башланыуға бер ай ҡалғас, Европаның иң ҙур «Измайлово» ҡунаҡхана комплексы асыла. Унда 4 ҡунаҡхана һәм ауыр атлеттар аренаһы урынлаша. 1980 йылдың 19 июнендә, Уйындар асылыуға теүәл бер ай ҡалғас, Грецияның Олимпияһында олимпия уты тоҡандырыла. Эстафетаның дөйөм оҙонлоғо 5000 км тәшкил итә[9]. Греция территорияһында эстафета этабының оҙонлоғо 1170 км тәшкил итә (Олимпия, Патрас, Коринтф, Афина, Фива, Лариса, Верия, Салоник, Сере аша үтә). Болгария территорияһында ут 935 км (Благоевград, София, Пловдив, Шипка, Велико Тарново, Плевен, Русе) үтә. Румын этабының оҙонлоғо — 593 км (Джурджу, Бухарест, Плоешти, Бузэу, Бакэу, Роман, Яссы)[9].
Олимпия утының СССР территорияһы буйлап юлы — 2302 км[9]. 1980 йылдың 5 июлендә янғын Советтар Союзы сиген үтә. Подольск факел йөрөтөүселәр юлында һуңғы ҡала була — 17 июлдә ҡала урамдары буйлап 500-гә яҡын кеше йүгерә, һәр 2,5 км һайын факел сылбыр буйлап тапшырыла.
Йома, 18 июль — факел эстафетаһының һуңғы этабы. Мәскәүҙә эстафета яҡынса 54 км тәшкил итә.

Рәсми рәүештә асыу тантанаһы 16:00 сәғәттә башлана. Асылған көндө ут Маркс проспекты, Волхонка урамы, Метростроевская урамы, Комсомол проспекты буйлап үтә, шунан һуң факел йөрөтөүселәр Лужники стадионына 18:45 сәғәттә юллана. Лужникиҙың ҙур аренаһында олимпия утын баскетбол буйынса СССР чемпионы Сергей Белов тоҡандыра. Уйындар теүәл 19:00 сәғәттә башлана.
Remove ads
Олимпия уты маршруты

- 21 июня —
Афина (Греция)
- 26 июня —
София (Болгария)
- 1 июля —
Бухарест (Румыния)
- 5 июля —
Леушены (Молдавия ССР-ы), ут СССР сиген үтә
- 6 июля —
Кишинёв (Молдавия ССР-ы)
- 11 июля —
Киев (Украина ССР-ы)
- 13 июля —
Харьков (Украина Совет Социалистик Республикаһы)[10]
- 16 июля —
Тула (РСФСР)
- 17 июля —
Подольск (Мәскәү өлкәһе) (РСФСР)
- 18 июля —
Мәскәү (РСФСР)
Remove ads
Уйындарҙа ҡатнашыусы илдәр

дәүләт флагы аҫтында, беренсе тапҡыр түгел дәүләт флагы аҫтында, беренсе тапҡыр түгел Олимпия флагы аҫтында
Олимпия уйындарында үҙ тарихында тәүге тапҡыр Ангола, Ботсвана, Иордания, Лаос, Мозамбик һәм Сейшел Утрауҙары ҡатнаша. Кипр йәйге уйындарҙа тәүге тапҡыр сығыш яһай, ул быға тиклем 1980 йылда Лейк-Плэсидта ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнашҡан була). Олимпия уйындарында яңы исемдәр аҫтында Шри-Ланка (элек Цейлон), Бенин (элек Дахомея) һәм Зимбабве (элек Родезия) тәүге тапҡыр сығыш яһай.
Мәскәү Олимпиадаһында бөтәһе 80 илдән спортсылар ҡатнаша, ҡатнашыусылар һаны буйынса Мәскәү-1980 алдағы биш Йәйге Олимпия уйындарынан ҡалыша. Уйындарҙа ҡатнашыусылар аҙ булған Олимпиада — Мельбурндағы олимпиада (1956 йыл).
Мәскәүҙә үткән уйындарҙа ҡатнашҡан командаларҙың флагтары күрһәтелә[11][12][13][14]
Австралия
Австрия
Алжир
Ангола
Андорра
Афғанстан
Бельгия
Бенин
Бирма
Болгария
Ботсвана
Бразилия
Бөйөк Британия
Венгрия
Венесуэла
Вьетнам
Гайана
Гватемала
Гвинея
ГДР
Греция
Дания
Доминикан Республикаһы
Замбия
Зимбабве
Һиндостан
Иордания
Ираҡ
Ирландия
Исландия
Испания[11][15]
Италия[11]
Камерун
Кипр
Колумбия
Конго Республикаһы
Корея Халыҡ Демократик Республикаһы
Коста-Рика
Куба
Кувейт
Лаос
Лесото
Либерия[16]
Ливан
Ливия
Люксембург
Мадагаскар
Мали
Мальта
Мексика
Мозамбик
Монголия
Непал
Нигерия
Нидерланд
- Файл:Flag of Nicaragua.svg НикарагуаНикарагуа
Яңы Зеландия[11][17]
Перу
Польша
Португалия
Пуэрто-Рико
Румыния
Сан-Марино
Сейшел Утрауҙары
Сирия
СССР
Сенегал
Сьерра-Леоне
Танзания
Тринидад һәм Тобаго
Уганда
Финляндия
Франция
Чехословакия
Швейцария
Швеция
Шри-Ланка
Эквадор
Эфиопия
Югославия
Ямайка
Уйындар календары
● | Асыу церемонияһы | Квалификация | ● | Финал | ● | Ябыу церемонияһы |
Remove ads
Наградалар статистикаһы
Мәскәүҙә 25 Милли олимпия комитеты спортсылары алтын миҙалдар яулай, шулай уҡ 36 Милли олимпия комитеты вәкиле уйындар призеры була[18]. Бөтә алтын миҙалдарҙың яртыһынан күберәген СССР (80) һәм ГДР (47) спортсылары яулай.
Польша спортсылары яулаған 32 миҙалдың 3-е генә алтын була. Үҙ тарихында тәүге тапҡыр бразилиялылар ике алтын миҙал яулай (елкәнле спортта). Зимбабве командаһы алтын миҙалды тәүгә яулай.
Йәйге Олимпия уйындары 1980 | ![]() | ||||
---|---|---|---|---|---|
№ | МОК | Алтын | Көмөш | Бронза | Бөтәһе |
1 | ![]() |
80 | 69 | 46 | 195 |
2 | ![]() |
47 | 37 | 42 | 126 |
3 | ![]() |
8 | 16 | 17 | 41 |
4 | ![]() |
8 | 7 | 5 | 20 |
5 | ![]() |
8 | 3 | 4 | 15 |
6 | ![]() |
7 | 10 | 15 | 32 |
7 | ![]() |
6 | 6 | 13 | 25 |
8 | ![]() |
6 | 5 | 3 | 14 |
9 | ![]() |
5 | 7 | 9 | 21 |
10 | ![]() |
3 | 14 | 15 | 32 |
11 | ![]() |
3 | 3 | 6 | 12 |
12 | ![]() |
3 | 1 | 4 | 8 |
13 | ![]() |
2 | 3 | 9 | 14 |
14 | ![]() |
2 | 3 | 4 | 9 |
15 | ![]() |
2 | 2 | 5 | 9 |
16 | ![]() |
2 | 1 | 2 | 5 |
17 | ![]() |
2 | 0 | 2 | 4 |
18 | ![]() |
2 | 0 | 2 | 4 |
19 | ![]() |
2 | 0 | 0 | 2 |
20 | ![]() |
1 | 3 | 2 | 6 |
21 | ![]() |
1 | 2 | 1 | 4 |
22 | ![]() |
1 | 0 | 2 | 3 |
23 | ![]() |
1 | 0 | 0 | 1 |
24 | ![]() |
1 | 0 | 0 | 1 |
25 | ![]() |
1 | 0 | 0 | 1 |
26 | ![]() |
0 | 3 | 2 | 5 |
27 | ![]() |
0 | 2 | 2 | 4 |
28 | ![]() |
0 | 2 | 0 | 2 |
29 | ![]() |
0 | 1 | 3 | 4 |
30 | ![]() |
0 | 1 | 2 | 3 |
31 | ![]() |
0 | 1 | 1 | 2 |
32 | ![]() |
0 | 1 | 0 | 1 |
33 | ![]() |
0 | 1 | 0 | 1 |
34 | ![]() |
0 | 0 | 3 | 3 |
35 | ![]() |
0 | 0 | 1 | 1 |
36 | ![]() |
0 | 0 | 1 | 1 |
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads