Иглин районы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Иглин районы (рус. Иглинский район) — Башҡортостандағы муниципаль район. Административ үҙәге — Иглин ауылы. Районда 48873 кеше йәшәй.
Remove ads
Билдәле шәхестәр
- Анискин Михаил Александрович (19.11.1922—25.06.1944), Советтар Союзы Геройы (1945). Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, танк командиры. Гвардия лейтенанты. Костин Күле ҡасабаһынан.
- Вакульский Александр Васильевич (28.08.1922—28.07.1990), Советтар Союзы Геройы (1945). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби осоусы, Совет Армияһы майоры. (Ҡалтыман ауылынан)[2].
- Дилмөхәмәтова Әнисә Хәйретдин ҡыҙы (27.11.1933—12.08.2015), 1957—1989 йылдарҙа Башҡорт академия драма театры актёры, драматург. 1954 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1972). Хәҙерге Иглин ауылынан.
- Дойников Алексей Иванович (18.03.1919—3.12.2006), ғалим-стоматолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Рәсәй медицина-техник академияһы академигы, медицина фәндәре докторы (1967), профессор (1969). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, атҡаҙанған табибы һәм почётлы уйлап табыусыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Оло Тәләк ауылынан[3].
- Зайцев Геннадий Александрович (5.05.1937—18.02.1998), журналист һәм шағир. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Макарьевка утарынан.
- Закиров Мөхәмәтхан Хажи улы (17.09.1934—5.06.1996), китапханасы-ғалим, библиограф. Педагогия фәндәре кандидаты (1971). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1976). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1981). Үктәй ауылынан.
- Корженевский Арнольд Геннадьевич (30.01.1939), ғалим-тау инженеры‑геофизик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1998), профессор (2007). Рәсәй Федерацияһының Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының (1996), Рәсәй нефть һәм газ сәнәғәтенең (2001) атҡаҙанған хеҙмәткәре, «Татнефть» предприятиеһының почётлы нефтсеһе (1999). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1981). Таутөмән ауылынан[4].
- Низаметдинов Шамил Рауил улы (18.04.1959), ғалим-инженер‑төҙөүсе, 1994—2002 йылдарҙа Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1999 йылдан — кафедра мөдире. Техник фәндәр докторы (1994), профессор (1998). Иҫке Ҡобау ауылынан [5].
- Пинкевич Альберт Петрович (24.12.1883—25.12.1937), ғалим-педагог, халыҡ мәғарифы эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Педагогика фәндәре докторы (1935), профессор. (1918). Сәйәси золом ҡорбаны. Орондо ауылынан[6].
- Симонова Надежда Ивановна (11.10.1947), ғалим-гигиенист, Рәсәй медицина фәндәре академияһының Хеҙмәт медицинаһы ғилми-тикшеренеү институтының фәнни эштәр департаменты директоры. Медицина фәндәре докторы (1998), профессор (2000). Көршәк ауылынан[7].
- Тихомиров Анатолий Георгиевич (23.03.1899—17.04.1980), совет хор дирижёры, музыка-йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостандың тәүге муыкаль коллективтарын ойоштороусы һәм уларҙың етәксеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған снғәт эшмәкәре (1954). Ҡалтыман ауылынан[8].
- Мәғәфүр Хисмәтуллин (23.01.1915—5.10.2004), йырсы (тенор), режиссёр һәм педагог. РСФСР-ҙың (1965) һәм Башҡорт АССР-ының (1953) халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1969). Яңы Ҡобау ауылынан.
- Хисмәтуллин Марат Мәғәфүр улы (31.07.1938—21.02.2018), башҡорт совет һәм Рәсәй опера йырсыһы (баритон), режиссёр, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Яңы Ҡобау ауылынан[9].
- Хәкимова Венера Миҙхәт ҡыҙы (16.02.1958), инженер-иҡтисадсы. Социология фәндәре кандидаты. «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған иҡтисадсыһы. Рәсмәкәй ауылынан[10].
- Әхмәров Рәүеф Барый улы (25.02.1911—6.08.2000), археолог, музей белгесе, тыуған яҡты өйрәнеүсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1972). Һарт-Лабау ауылынан[11].
Remove ads
Халыҡ һаны
1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):
- Милли составы
2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ һанын иҫәпкә алыу мәғлүмәттәре буйынса: урыҫтар — 38,3 %, башҡорттар — 32 %, татарҙар — 12,4 %, белорустар — 8,3 %, сыуаштар — 4,5 %, украиндар — 1,3 %, башҡа — 3,2 %[38].
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads