Косоротов Василий Емельянович

From Wikipedia, the free encyclopedia

Косоротов Василий Емельянович
Remove ads

Косоротов Василий Емельянович (5 август 1871 йыл1 декабрь 1957 йыл) — Башҡортостанда революцион хәрәкәттә ҡатнашыусы, Рәсәй Империяһының 3-сө саҡырылыш Дәүләт думаһы ағзаһы, большевик-депутаты; Ленин ордены кавалеры (1954).

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Remove ads

Биография

Василий Емельянович Косоротов 1871 йылдың 24 июлендә (яңы стиль буйынса 5 августа) Ырымбур губернаһының Верхнеуральск өйәҙе Белорет заводы ҡасабаһында, хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Белорет ҡалаһында, эшсе ғаиләһендә тыуған[2]

Халыҡ мәктәбен тамамлағандан һуң ул да эшсе булып китә, 1883—1888 йылдарҙа Белорет заводында эшләй. 1903—1905 йылдарҙа Турғай өлкәһендә һөргөндә була. Һөргәндән әйләнеп ҡайтҡас Өфө губернаһында төпләнә, он тирмәнендә балта оҫтаһы булып эшләй[3]. 1906 йылдан РСДРП ағзаһы. 1905—1907 йылдарҙағы Уралда булған революцияла ҡатнаша, революцион эшмәкәрлек өсөн ҡулға алына һәм һөргөндә була. Өфө губернаһынан Рәсәй империяһының 3-сө саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты — социал‑демократик фракция ағзаһы. 1909 йылдың апрелендә Юрүҙән заводы эшселәре алдында хөкүмәткә ҡаршы сығышы өсөн Думанан сығарыла.

1910 йылдан Василий Косоротов Өфөлә, Һамарҙа Әстерханда большевиктар партияһы эшендә була. Октябрь революцияһынан һуң, 1917 йылдан, Һамарҙа совет һәм хужалыҡ эштәрендә була: 1918 йыл — Һамар халыҡ хужалығы губерна советы рәйесе, Һамар эшселәр, крәҫтиәндәр һәм ҡыҙылармеецтар депутаттары губерна советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары.

1922 йылдан Косоротов Мәскәүҙә эшләй — тәүҙә тышҡы сауҙа халыҡ комиссариатында, 1924 йылдан — Балтик буйы һәм Скандинавия илдәрендә ауыл хужалығы кооперацияһы Союзы вәкиле. 1930 йылда «Интурист» Бөтә союз берекмәһе рәйесе урынбаҫары, һуңынан тағы ла тышҡы сауҙа халыҡ комиссариатында эшләй.

1932 йылдан — персональ пенсионер, Мәскәүҙә йәшәй, 1957 йылдың 1 декабрендә вафат була. Новодевичье зыяратында ерләнгән (5-се участка, 13-сө рәт).

Remove ads

Хәтер

  • Белорет ҡалаһында урам Косоротов исеме менән аталған (элекке Неудачинская); 1895—1910 йылдарҙа ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡта ҡуйылған.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads