Краснокама районы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Краснокама районы (рус. Краснокамский район) — Башҡортостан Республикаһындағы муниципаль район. Административ үҙәге — Николо-Берёзовка ауылы. Районда 27 821 кеше йәшәй.
Remove ads
Билдәле шәхестәре
- Алексеев Анатолий Алексеевич (18.02.1938—17.09.2008), ғалим—геолог. 1965—2008 йылдарҙа Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге Геология институтының лаборатория мөдире. Геология-минералогия фәндәре докторы (1994). Арлан ауылынан[3].
- Ғүмәров Рәмил Ғәтүф улы (25.04.1953—8.04.2018), төҙөүсе, 1995—2018 йылдарҙа Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы «Башнефтепромстрой» тресының генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе, Рәсәйҙең почётлы төҙөүсеһе. Иҫке Нуғай ауылынан (хәҙер күсерелгән).
- Исламаев Исламғол Исламаевич (10.07.1936—26.08.2017), партия һәм мәғариф хеҙмәткәре. 1971—1997 йылдарҙа Нефтекама ҡалаһының 1-се урта мәктәбе директоры. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1970), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1992). Нефтекама ҡалаһының почётлы гражданы (1997). Ҡырғыҙ ауылынан[4].
- Йәһүҙин Мусаниф Садиҡ улы (21.02.1936—12.06.2005), юғары мәктәп уҡытыусыһы, шағир һәм прозаик, фантастик повестар авторы. 1993 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Яңы Хажи ауылынан[5].
- Мөхәмәтдинов Борис Ғилмрази улы (14.07.1948), юл төҙөүсе. 1996—2014 йылдарҙа Нефтекамалағы «822-се төҙөлөш идаралығы» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1997), Рәсәй Федерацияһының почётлы юл төҙөүсеһе (2001). Ҡыҙғау ауылынан.
- Харисова Фәниә Биктимер ҡыҙы (11.10.1958), педагог, 1990 йылдан Николо-Берёзовка урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы (1996), «Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусылары» конкурсы еңеүсеһе (2006), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2010). Сығышы менән Ишембай ҡалаһынан[6].
- Хохрякова Лидия Николаевна (31.08.1958), үҙәк район мәҙәниәт йортоноң «Березонька» халыҡ вокал ансамбле хормейстеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Шәрипова Илүсә Тимерғәли ҡыҙы (7.11.1948), педагогик хеҙмәт ветераны. 1977—2011 йылдарҙа Николо-Берёзовка урта мәктәбенең һәм бер үк ваҡытта 1991 йылдан Нефтекамалағы 1-се лицейҙың рәсем уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2002). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Үрмәт ауылынан[7].
- Әсәҙуллин Геман Ғибәҙулла улы (1.05.1949), дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. 2003—2010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының торлаҡ-коммуналь хужалығы министры. Башҡортостан Республикаһы хеҙмәтләндереү тармағының атҡаҙанған хеҙмәткәре. Райондың почётлы гражданы. Яңы Нуғай ауылынан.
Remove ads
Халыҡ һаны
1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):
- Милли составы [26]:
2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса: башҡорттар — 31,3 %, мариҙар — 26,5 %, татарҙар — 25,8 %, урыҫтар — 14,7 %, башҡа милләттәр — 1,7 %[27].
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads