Николо-Берёзовка

Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһы Краснокама районындағы ауыл, район үҙәге From Wikipedia, the free encyclopedia

Николо-Берёзовкаmap
Remove ads

Николо-Берёзовка (рус. Николо-Берёзовка) — Башҡортостандың Краснокама районындағы ауыл, район үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 6099 кеше[4]. Почта индексы — 452930, ОКАТО коды — 80 237 821 001.

Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Рәсми атамаһы ...

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте бойороғона ярашлы 2019 йылдың февралендә Николо-Берёзовка төбәк әһәмиәтендәге тарихи ауыл статусын алды. Бындағы Ленин (элекке Сауҙагәрҙәр) урамында урынлашҡан архитектура комплексының 26 боронғо бинаһы, Николаевка сиркәүе, «Ауыл мәктәбе» объекты, ике «Торлаҡ йорт» объекты дәүләт һағына алына[5].

Remove ads

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь60992930316948,052,0

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Remove ads

Билдәле шәхестәр

  • Харисова Фәниә Биктимер ҡыҙы (11.10.1958), педагог, 1990 йылдан Николо-Берёзовка урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы (1996), «Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусылары» конкурсы еңеүсеһе (2006), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2010). Сығышы менән Ишембай ҡалаһынан[6].
  • Шәрипова Илүсә Тимерғәли ҡыҙы (7.11.1948), педагогик хеҙмәт ветераны. 1977—2011 йылдарҙа Николо-Берёзовка урта мәктәбенең һәм бер үк ваҡытта 1991 йылдан Нефтекамалағы 1-се лицейҙың рәсем уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2002). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы Үрмәт ауылынан[7].
Remove ads

Ауыл — матбуғатта

Ҡыҫҡа факттар

Рәсемдәр

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads