Крутов Владимир Евгеньевич

From Wikipedia, the free encyclopedia

Крутов Владимир Евгеньевич
Remove ads

Крутов Владимир Евгеньевич (1 июнь 1960(19600601), Мәскәү — 6 июнь 2012, Мәскәү[4]) — совет хоккейсыһы. СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1981). Һөжүм итеүсе. Легендар «Ларионов бишәүе» вәкиле.

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...

1985 йылда Хәрби физик культура һәм спорт институтын тамамлай.

Remove ads

Биографияһы

Конькиға 4 йәшендә баҫа. «Метеор» стадионында уйнай башлай. Беренсе тренеры — Голубев Владилен Николаевич. Һуңынан ЦСКА мәктәбендә тренер Валерий Стельмаховта шөғөлләнә. Валерий Харламов бала саҡ кумиры була, һуңынан дуҫ булалар[5].

Тәүге тапҡыр 1977 йылда ЦСКА составында «Крылья Советов»ҡа ҡаршы уйында сығыш яһай. Тәүҙә Александр Волчков һәм Владимир Попов менән бер сафта, һуңынан Вячеслав Анисин һәм Ирек Ғимаев менән бергә уйнай. Макаров, Ларионов менән бер составта була. 1979 һәм 1980 йылда йәштәр араһында донъя чемпионатында иң яҡшы һөжүмсе һәм иң яҡшы бомбардир була. 1980 йылда СССР-ҙың төп йыйылма командаһы составында Лейк-Плэсидтағы ҡышҡы олимпия уйындарында дебют яһай.

1980 йылдар башында Виктор Тихонов СССР йыйылма командаһы һәм ЦСКА клубы өсөн «легендар бишәүҙе» ойоштора. Уға Сергей Макаров, Игорь Ларионов, Вячеслав Фетисов, Алексей Касатонов һәм Владимир Крутовтар инә.

1989 йылда партнерҙары артынан Крутов Милли хоккей лигаһына юллана. Шул уҡ ваҡытта ул Совет Армияһы офицер>ы (майор) булараҡ түгел, ә ябай граждан булараҡ китә. Игорь Ларионов менән «Ванкувер Кэнакс» клубында уйнай, әммә улар төрлө төркөмдәрҙә сығыш яһай.

1989/1990 йылдар миҙгеле аҙағында етәкселек Крутов менән мөнәсәбәттәрҙе оҙайтырға теләмәй һәм Америка матбуғатында Крутовҡа юғары кимәлдә сығыш яһарға ҡамасаулаусы артыҡ ауырлыҡ тураһында хәбәрҙәр ебәрә. Дуҫтары ярҙамында Крутов «Цюрих» клубына күсә . Унда элекке Юрий Вожанов, Сергей Пряхин һәм Анатолий Чистяковтар менән бергә сығыш яһай башлай.

1992 йылда «Цюрих»ҡа канада тренеры килә, ул Крутов менән эшләүҙән баш тарта. Ул Швецияға күсә, унда 1996 йылға тиклем түбәнге лига командаларында сығыш яһай. Швецияла Эстерсунд ИК командаһының өлкән тренеры булып эшләй .

1996 йылда Рәсәйгә ҡайта. ЦСКА-ның баш тренеры ярҙамсыһы булып эшләй (1996—2000), һуңыраҡ — баш тренеры (2001). 1998/99 йылдар миҙгелендә Мәскәү дәүләт университеты клубы составына инергә саҡырыуҙы ҡабул итә[6].

2002 йылдан юғары спорт оҫталығы дәүләт мәктәбе директоры булып эшләй.


«СССР хоккей легендалары» ХК составында ветерандар турнирҙарында уйнай[7].

Һуңғы йылдарҙа Мәскәү эргәһендәге Химки ҡалаһында йәшәй.

2012 йылдың 6 июнендә Мәскәүҙәге 20-се ҡала клиник дауаханаһының реанимация бүлегендә вафат була[8]. Үлем сәбәбе булып бауыр циррозы тора[9].

Химкиҙа, Новолужин зыяратында ерләнә[10][11].

Remove ads

Карьераһы

  • ЦСКА, 1979—1989. СССР чемпионаттарында 439 матч, 288 гол.
  • Ванкувер Кэнакс (НХЛ), 1989—1991. НХЛ чемпионатында 61 матч, 11 гол.
  • Цюрих хоккей клубы, Швейцария, 1991-92
  • Эстерсунд ИК, Швеция, 1992—1995
  • Брунфло ИК, Швеция, 1995—1996

Ҡаҙаныштары

  • 1984, 1988 йылдарҙа Олимпия уйындары чемпионы.
  • 1980 йылғы Олимпия уйындары көмөш призеры.
  • 1981, 1982, 1983, 1986, 1989 — донъя чемпионы. 1987 йылғы донъя чемпионатында — көмөш миҙал, 1985 йылда — бронза миҙалы. Был уйындарҙа 90 матч үткәрә, 59 гол индерә.
  • 1979—1989 — СССР чемпионы
  • 1979, 1988 йылдарҙа — СССР Кубогын яулаусы
  • 1981 йылда Канада кубогын яулаусы, 1987 йылда Канада кубогы финалсыһы, 1984 йылда Канада кубогында ҡатнашыусы. Канада кубогы турнирҙарында — 22 матчта уйнай, 14 шайба индерә.
  • 1986. һәм 1987 йылдарҙағы Донъя чемпионаттарының иң яҡшы һөжүм итеүсеһе, 1988 йылда Калгариҙа үткән Олимпия уйындарында хоккей турнирының иң яҡшы бомбардиры тип таныла (6 гол + 9 ассистент = 15 мәрәй).
  • Европаның иң яҡшы хоккейсыға «Алтын сәкән» призы лауреаты (1987).
  • Илебеҙ хоккейының «100 бомбардиры» клубына инә — 289 шайба[12].

Наградалары

Ҡыҫҡа факттар Тышҡы һүрәттәр ...

Ғаиләһе

Атаһы — завод эшсеһе, әсәһе — балалар баҡсаһында ашнаҡсы. Өлкән ағаһы — Александр (1957).

Ҡатыны Нина Владимировна — хужабикә, ике улы: Денис һәм Алексей (хоккейсы).

Хәтер

Днестр буйы баш ҡалаһы Тирасполдә 2013 йылдың август айында Боҙ һарайы алдында Владимир Крутовҡа һәйкәл ҡуйыла, унда уның исемендәге хоккей клубы урынлашҡан.

Владимир Крутов хөрмәтенә Төнгө хоккей лигаһының төп трофейы атала.

2013 йылдан Мәскәүҙә Федераль спорт резервы әҙерләү үҙәге балалар клуб командалары араһында хоккей буйынса турнир үткәрә[15]

2020 йылдың 4 сентябрендә Химки ҡалаһында тыуыуына 60 йыл тулыу айҡанлы хоккейсы йәшәгән Спартак урамындағы 7-се йорттоң алғы яғында Владимир Крутовҡа мемориаль таҡтаташ асыла.

Remove ads

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads