Мегавати Сукарнопутри

From Wikipedia, the free encyclopedia

Мегавати Сукарнопутри
Remove ads

Диа Пермата Мегавати Сетиавати Сукарнопутри[2] (индон. Diah Permata Megawati Setiawati Soekarnoputri); 23 ғинуар 1947 йыл, Джокьякарта) — дәүләт эшмәкәре. 2001—2004 йылдарҙа Индонезия Президенты; илдең беренсе ҡатын-ҡыҙ президенты; 1999—2001 йылдарҙа вице-президент. 1993—1996 йылдарҙа Индонезияның Демократик партияһы рәйесе; Индонезияның Көрәш демократик партияһын ойоштороусы һәм 1998 йылдан уның алмашһыҙ рәйесе.

Ҡыҫҡа факттар Флаг Индонезияның 5-се Президенты, Алдан килеүсе: ...

Илдең тәүге президенты Сукарноның ҡыҙы. Ҡыҫҡартылған исемдәре — Мегавати Сукарнопутри (индон. Megawati Soekarnoputri) һәм Мегавати (индон. Megawati), Мега (индон. Mega) тигән ҡушаматы ла бар.

Remove ads

Биографияһы

Йәшлеге

Мегавати Сукарнопутри 1947 йылдың 23 ғинуарында Джокьякартала тыуған. Атаһы Сукарно — Индонезияның беренсе президенты, уның ҡатыны Фатмавати (Fatmawati). Балалыҡ йылдары президент резиденцияһында — Мердек һарайында үтә. 1966 йылда, Мегаватиға 19 йәш тулғанда, атаһы властан бушатыла.

Атаһы власта саҡта Мегавати Панджаджаран университетына уҡырға инә, әммә, 1967 йылда уҡыуын ташлап, властан ситләтелгән атаһына ярҙам итергә тотона. 1970 йылда, атаһы үлгәс, Индонезия университетында психология өйрәнә башлай, әммә ике йылдан уҡыуҙан сығаралар.

Сәйәси карьераға килеүе

1986 год йылда Индонезияның ул саҡтағы президенты Сухарто Мегаватиҙың атаһы Сукарноға «Бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итеү Геройы» исемен бирә, быға бағышланған тантанала ҡатнашыу Мегавати өсөн сәйәсәткә килеп инеү була.

1987 йылда Индонезия Демократик партияһына[3] инә. 1987 йылда Халыҡ вәкилдәре Советына депутат һәм Халыҡ консультатив конгресы ағзаһы итеп һайлана. Быға атаһы Сукарноның абруйы булышлыҡ итә, сөнки Мегавати үҙе телгә оҫталыҡ күрһәтмәй.

Индонезия Демократик партияһына етәкселек итеүе

1992 йылдағы һайлауҙа Мегавати парламентҡа үтә алмай, әммә фирҡә эшендә уңышҡа өлгәшә. 1993 йылдың декабрендә ИДП съезында үҙенә властар ҡаршы сыҡһа ла Мегавати партияның рәйесе итеп һайлана.

Шулай булһа ла хөкүмәт Мегаватиҙы ИДП башлығы теп танымай. 1996 йылда Меданда нәүбәттән тыш съезд үткәрелеп, элекке рәйес Сурьядиҙы яңынан һайлайҙар. . Әммә Мегавати был ҡарар менән килешмәй, һәм партия икегә бүленә.

1996 йылдың 27 июлендә Сурьяди яҡлылар Мегавати яҡлыларҙың Джакарталағы ИДП штаб-квартираһына һөжүм итәләр. Һөжүмгә ҡаршы тороп Мегавати яғы штаб-квартираны бирмәй. Бындай ҡаршылыҡ ҡалала бола сығыуына сәбәп була. Һөҙөмтәлә Сурьяди ИДП-ның рәсми етәксеһе булып китә, ә Мегавати фракцияһына парламент һайлауҙарында ҡатнашыу тыйыла. (1993 һәм 1997).

Индонезияның Көрәш демократик партияһы рәйесе вазифаһында

1998 йылдың майында Сухарто президентлыҡтан киткәс, ИДП-ға альтернатива итеп, Мегавати Көрәш демократик партияһын төҙөй һәм уға етәкселек итә башлай.

1999—2001 йылдарҙа — вице-президент, ә 2001—2004 йылда — Индонезия президенты.

Икенсе мөҙҙәткә һайланырға сыҡҡас, икенсе турҙа еңелә.

2004 йылда «Форбс» журналы Мегавати Сукарнопутрины донъяның иң йоғонтоло ҡатын-ҡыҙы араһында һигеҙенсе урынға ҡуя.

Remove ads

Наградалары

Ордендары

  • Индонезия Индонезия — Орден «Звезда Республики Индонезии» 1-й степени (2001, кавалер по должности как президент Индонезии);
  • Индонезия Индонезия — Орден «Звезда Республики Индонезии» 2-й степени (2001)[4];
  • Индонезия Индонезия — Орден «Звезда Махапутра» 1-й степени.

Почётлы ғилми дәрәжәләре

Шәхси тормошо

Бөгөнгө никахына тиклем ике тапҡыр тормошта булған. Беренсе ире авиакатастрофала һәләк була, икенсеһе менән айырылыша. 1973 йылда өсөнсө тапҡыр тормошҡа сыға, 3 балаһы бар.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads