Молдавия Совет Социалистик Республикаһы

From Wikipedia, the free encyclopedia

Молдавия Совет Социалистик Республикаһы
Remove ads

Молдавия Совет Социалистик Республикаһы (Молдавская ССР, МССР, молд. Република Советикэ Сочиалистэ Молдовеняскэ) — Совет Социалистик Республикалар Союзы (2 август 1940 — 27 август 1991) составындағы 15 союздаш республиканың береһе. СССР-ҙың Европа өлөшөнөң иң көньяҡ-көнбайышында урынлаша. Көнбайыштан — Румыния, көнсығышта, төньяғында һәм көньяғында — Украина ССР-ы менән сиктәш. Майҙаны 33,7 мең кв км. Халҡы 4 337 мең кеше (1989). Баш ҡалаһы — Кишинев.

Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Ҡыҫҡаса атамаһы ...

Мөһим ҡалалары (мең кеше, 1989): Кишинев (667,1), Тирасполь (181,9), Бельцы (158,5), Бендеры (130,0). Совет власы йылдарында элекке ауылдарҙан һәм ҙур булмаған урындарҙан Рыбница, Унынсы, Единцы, Флорешты, Комрат, Чадыр-Лунга ҡалалары үҫеп сыға.

Remove ads

Тарихы

Молдавия Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы

Днестрҙың һул яҡ яры Рәсәй империяһы составына инә һәм XVIII быуатта күсеп килеүселәр тарафынан үҙләштерелә башлай. Күрше Бессарабия, Молдава кенәзлегенең бер өлөшө булараҡ, Рәсәйгә 1812 йылда ҡушыла. 1917 йылда, Октябрь революцияһынан һуң, Рәсәй республикаһы составындағы Бессарабия территорияһында Молдавия Демократик Республикаһы иғлан ителә. 1918 йылдың 23 ғинуарында республика үҙаллылыҡ иғлан итә. Артабанғы аҙналарҙа унда Румыния йоғонтоһо көсәйә һәм 27 мартта МДР Румыния составына инә.

СССР барлыҡҡа килгәндән һуң совет властары Бессарабияның кемгә ҡарауын асыҡлай башлай. Советтар унырумын ғәскәрҙәре законһыҙ рәүештә оккупацияланы, тип раҫлай. Һөйләшеүҙәр барышында яҡтар дәүләттәр араһында Днестр буйлап (СССР элеккесә, Бессарабия оккупанцияланды, тип һанаһа ла[1]), демаркацион һыҙат үткәреү, шулай уҡ низағты көс ҡулланып хәл итеү мөмкин түгелле тураһында килешә.

1924 йылдың 12 октябрендә Украина ССР-ы составында Молдавия Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы: хәҙерге Молдавияның (Приднестровьеның ҙур өлөшө) һул яҡ яры һәм хәҙерге Украина, барлыҡҡа килә

Бессарабияның СССР-ға ҡушылыуы

1940 йылдың 26 һәм 27 июнендә СССР хөкүмәте аҡса Румыния хөкүмәтенә ике нота ебәрә. Уларҙа кисекмәҫтән РСФСР-ҙың Бессарабия губернаһын оккупациялауҙы туҡтатыу талап ителә. Румынияның Коронный советы Румыния, Германия һәм Италиянан[2] хуплау тапмайынса, совет талаптары менән килешергә мәжбүр була. 1940 йылдың 28 июнендәге нотала Румыния хөкүмәте Бессарабияны ҡайтарып биреү тәҡдиме, шулай уҡ ғәскәр һәм хакимиәтте сығарыу тәртибе менән ризалаша, Шул уҡ көндө, 28 июндә, Бессарабияға Ҡыҙыл Армия частары инә.

10 июлдә 9-сы армия идараһы таратыла. Бессарабия территорияһы һәм унда ҡалдырылған ғәскәр, Одесского хәрби округы[3] составына инә.

Молдавия ССР-ы ойошторолоуы

1940 йылдың 2 авгусында СССР Юғары Советының VII сессияһында Молдавия Совет Социалистик Республикаһын ойоштороу тураһында закон ҡабул ителә. Молдавия ССР-ы составына 9 өйәҙҙең 6-һы: Бессарабия губернаһы, РСФСР (Бельцк, Бендер, Кагульск, Кишинёв,Оргеевск, Сорокин) һәм элекке Молдавия АССР-ының 14 районының 6-һы (Григориопольск, Дубоссарск, Каменск, Рыбницк, Слободзейск, Тираспольск) инә. Ҡалған райондар, шулай уҡ Бессарабияның Аккерман, Измаил һәм Хотин өйәҙҙәре Украина СС-ына күсә. Һуңғараҡ, СССР Юғары Советы Президиумының 1940 йылдың 4 ноябрендәге указына ярашлы, МССР һәм УССР араһындағы сик үҙгәртелә. Был шуленбург менән Молотов араһындағы өҫтәмә кидлешеү буйынса Бессарабияның көньяғындағы (100 мең самаһы), Төньяҡ Буковинаның (14 мең самаһы) немец халҡы Германияға күсерелгәндән һуң тормошҡа ашырыла. Бушап ҡалған территорияларҙа совхоздар ойошторола һәм унда Украина халҡы саҡырыла. Молдавия ССР-ына мең халҡы булған тораҡ пункты күсә (Бендер өйәҙенең 46 биләмәһе, Кагуль өйәҙенең 1 биләмәһе, МАССР-ҙың элекке райондарының 14 биләмәһе). Украина ССР-ына 203 мең халҡы булған 96 тораҡ пункты бирелә (Хотин өйәҙенән — 76, Измаилдан — 6, Аккерман өйәҙенән — 14). Был үҙгәрештәр. Молдавияға бирелгән биләмәләрҙә — молдавандар, Украинаға бирелгәндәрендә — украиндар, болгарҙар, рустар күпселекте тәшкил итеүе менән аңлатыла. Һөҙөмтәлә МССР территорияһы 33,7 мең. км², халҡы — 2,7 млн кеше тәшкил итә, шуларҙың 70 % — молдавандар. Республиканың баш ҡалаһы тип Кишинёв һайлана. Молдавия ССР-ы Бессарабияны бүлгеләү һәҙәмтәһендә 10 мең. км² территорияһын и 0,5 млн кешеһен юғалта.

1940 йылда 8 мең аҫаба халыҡ депортациялана һәм репрессиялана, ә 1941 йылдың 13 июнендә — тағы ла 30 мең самаһы кеше[4].

Бессарабия һуғыш йылдарында

Икенсе донъя һуғышы йылдарында Бессарабия халҡы ике яҡта ла һуғыша. 10 мең кешеһе Румыния армияһына саҡырылып, СССР-ға ҡаршы көрәшә һәм шуларҙың 5 меңе һәләк була. 1944 йылда Молдавияны совет ғәскәрҙәре алғас, республиканың 256 800 кешеһе фронтҡа китә, 1944—1945 йылдарҙа шуларҙан 40 592 кеше башын һала[5].

Remove ads

Халҡы

Милли состав, мең кеше[6]:

Ентеклерәк мәғлүмәт Милләт ...

Совет власы осоронда Молдавия халҡы СССР буйынса уртаса үҫешкә ҡарағанда тиҙ темптар менән арта. Был СССР менән сағыштырғанда Молдавияла тәбиғи үҫештең юғары булыуы һәм республика халҡының ыңғай миграцияһына бәйле.

Remove ads

Етәкселеге

1940 йылда Молдавия ССР-ы СССР составына ингәндән һәм 1990 йылдағы күп партиялы һайлауҙарға тиклем юғары етәкселекте КПСС составындағы Молдавия компартияһы башҡара. Уның юғары органы булып Үҙәк комитет тора, һәм уның беренсе секретары республиканың етәксеһе тип һанала.

  • Бородин Пётр Григорьевич (15 август 1940 — сентябрь 1942)
  • Салогор Никита Леонтьевич (вазифа башҡарыусы) (сентябрь 1942 — 18 июль 1946)
  • Коваль Николай Григорьевич (18 июль 1946 — 26 июль 1950)
  • Брежнев Леонид Ильич (26 июль 1950 — 25 октябрь 1952)
  • Гладкий Дмитрий Спиридонович (25 октябрь 1952 — 6 февраль 1954)
  • Сердюк Зиновий Тимофеевич (6 февраль 1954 — 29 май 1961)
  • Бодюл Иван Иванович (29 май 1961 — 22 декабрь 1980)
  • Гроссу Семён Кузьмич (22 декабрь 1980 — 16 ноябрь 1989)
  • Лучинский Пётр Кириллович (16 ноябрь 1989 — 27 апрель 1990)

1990 йылдың апрелендәге һайлауҙарҙан һуң коммунист булмаған «Халыҡ фронты» һәм Молдавия компартияһы еткселегенең бер өлөшөнән торған коммунистик идеологиянан баш тартҡан коалиция барлыҡҡа килә. Был етәксе вазифаларҙы бүлгәндә лә сағылыш таба: закондар сығарыу власы башында «элекке коммунистар» булһа, башҡарма власта — «Халыҡ фронты» вәкилдәре.

1990-91йылдарҙа республика башлығы:

  • 27 апрель 1990 — 3 сентябрь 1990 — Снегур Мирча Иванович, Молдова Юғары советы рәйесе;
  • 1990 йылдың 3 сентябренән — Снегур Мирча Иванович, Молдова Президенты.

1990-91 йылдарҙа Министрҙар советы рәйестәре:

  • 25 май 1990 — 28 май 1991 — Друк Мирча Георгиевич;
  • 1991 йылдың 28 майынан — Муравский Валерий Фёдорович.

1940—1991 йылдарҙа Молдавия ССР-ының юғары закондар сығарыу органы булып бер палаталы Юғары Совет тора, уның депутаттары (1990 йылдағы һайлауҙарҙан тыш), Молдавия компартияһы етәкселеге хуплағандан һуң, 4 йылға (1979 йылдан — 5 йылға) альтернативаһыҙ һайлана. Юғары совет даими эшләмәй, уның депутаттары йылына бер нисә тапҡыр 2-3 көнгә йыйыла. Көндәлек административ эште алып барыу өсөн Юғары совет даими эшләүсе Президиум һайлай һәм ул коллектив республика башлығы функцияларының номиналь күләмдә башҡара.

Ентеклерәк мәғлүмәт Йылдар, Рәйес ...
Ентеклерәк мәғлүмәт Йылдар, Рәйестәр ...
Remove ads

Молдавия ССР-ы наградалары

Халыҡтар Дуҫлығы ордены  — 1972Октябрь Революцияһы ордены — 1974

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads