Морони

From Wikipedia, the free encyclopedia

Морониmap
Remove ads

Морони Джованни Баттиста менән бутамаҫҡа.

Ҡыҫҡа факттар Ил, Автономиялы регион ...

Моро́ни[1] (франц. Moroni, ғәр. موروني) — Һинд океанында урынлашҡан суверенлы утрау дәүләте — Комор Утрауҙары Союзының баш ҡалаһы һәм иң ҙур ҡалаһы. Морони — республиканың төп утрауҙарынан иң ҙуры —— ярым бойондороҡһоҙ Нагазиджа (Гранд-Комор) утрауының административ үҙәге. 2003 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, ҡала халҡының иҫәбе — 41 557 кеше[2].

Remove ads

Этимологияһы

Комор теленән тәржемә иткәндә «Морони» тигән һүҙ «уттың йөрәгендә» тигәнде аңлатала. Бәлки, был ҡаланың Картала янар вулкандың итәгендә урынлашыуына бәйле[3]. Башҡа версия буйынса, топоним малагаси телендәге moron (тәржемәһе — «яр») һүҙенән барлыҡҡа килгән[4].

Тарихы

X быуатта ғәрәптәр солтанлыҡтың баш ҡалаһы булараҡ нигеҙ һала. Уның аша Занзибарға (хәҙерге Танзания) диңгеҙ юлы үтә. Оҙаҡ йылдар Комор утрауҙарының административ үҙәге Майоттала урынлашҡан Дзаудзи була, әммә 1958 йылда Морони бойондороҡһоҙлоҡ алған дәүләттең баш ҡалаһына әйләнә[5].

Географияһы

Ҡала Нгазиджа (элек Гранд-Комор булараҡ та билдәле булған) утрауының көнбайыш ярында, 2361 метр бейеклектәге Картала янар вулканы итәгендә урынлашҡан. Вулкандың һуңғы урғылыуҙары 2005 һәм 2006 йылдарҙа булған. Морони вулкандың кратерынан 10 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Иҡтисады

Thumb
Морони портына һәм үҙәк мәсетенә күренеш.

Морони порты тәбиғи бухтала урынлашҡан бәләкәй причалдан тора. Порт аша ваниль, какао һәм кофе экспортҡа оҙатыла. Порт базаһында импорт тауарҙар һәм экспорт өсөн тәғәйенләнгән тауарҙар, шулай уҡ нефть продукттары һаҡланған склад бар. Морони сәнәғәте алкоголһеҙ эсемлектәр етештереү, эфир майҙарын, металды, урман материалдарын эшкәртеү һәм таҙартыу, вулкан туфын эшкәртеү (цемент алыу маҡсатында) өлкәһендә махсуслаша. Морони яр буйындағы ҡалалар, төньяҡта Хахайя һәм көньяҡта Митсуджде менән автомобиль юлдары аша бәйләнгән[5].

Remove ads

Транспорты

Морониҙан 15 саҡрым алыҫлыҡта Хахайя ауылында принц Сәйет исемендәге халыҡ-ара аэропорт урынлашҡан. Ҡаланың диңгеҙ порты аша материк (Африка) һәм Комор архипелагының башҡа утрауҙарына, шулай уҡ Мадагаскарға һәм Һинд океанының башҡа утрауҙарына даими йөк ташыу башҡарыла.

Архитектураһы

Морони ҡалаһында заманса стилдә төҙөлгән бер нисә административ бина урынлашыуына ҡарамаҫтан, биналарҙың күбеһе ғәрәп стилендә төҙөлгән. Бында байтаҡ мәсеттәр, шул иҫәптән Чиунда мәсете урынлашҡан[5].

Туризм

Туристик инфраструктура насар үҫешкән. Ҡала аэропортынан Европаға тура осоштар яһалмай. Морониҙың ҡаялы яры вулкан тоҡомдарынан тора, пляждар юҡ (ләкин Морониҙан төньяҡтараҡ урынлашҡан Итсандра ҡалаһы территорияһында ҙур булмаған пляж урынлашҡан).

Иҫке йома мәсете (франц. L'ancienne Mosquée du Vendredi) ҡаланың төп туристик иҫтәлекле урыны булып тора. Баш ҡаланың тарихи үҙәгендә бик күп тар аллеялар урынлашҡан, унда бер нисә туристик иҫтәлекле урын бар, уларҙың барлыҡҡа килеү ваҡытын Занзибарҙың Таш ҡалаһы менән сағыштырырға мөмкин.

Remove ads

Климаты

Ҡала экваториаль климат зонаһында урынлашҡан. Бында йыл дауамында яуым-төшөм күп күҙәтелә — яуым-төшөмдөң иң аҙы октябрҙә яуа (100 миллиметрҙан кәмерәк).

Экваториаль климат зонаһында урынлашҡан башҡа ҡалалар кеүек үк, Морониға сағыштырмаса тотороҡло уртаса йыллыҡ температура хас. Эҫе һауа торошо йыш ҡына көслө ямғырҙар менән оҙатыла.

Ентеклерәк мәғлүмәт Морони климаты, Күрһәткес ...
Remove ads

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads