Музычук Мария Олеговна
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Мария Олеговнаға Музычук (укр. Музичук Марія Олегівна; 21 сентябрь 1992, Стрый Львов өлкәһе, Украина) — украин шахматсыһы, Украина шахмат тарихында украин шахматсылар араһында 15-се һәм икенсе (Анна Ушенинанан һуң) донъя чемпионы (6.4.2015—14.3.2016). Ике тапҡыр Украина чемпионы (2012, 2013).Украина ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһы составында команда донъя чемпионаты (2013) һәм команда Европа чемпионаты еңеүсе (2013). Ҡатын-ҡыҙҙар араһында гроссмейстер (2007), халыҡ-ара мастер (2008), гроссмейстер (2015). Украин шахматсыһы Анна Музычуктың һеңлеһе.
Remove ads
Биографияһы
Ата-әсәләре — шахмат тренерҙары, Украинаның атҡаҙанған тренерҙары
Мария 2015 йылдың донъя чемпионы титулын яулай. Финалдың 1/32 уйынында Канада вәкиле Юань Юаньлинде 2½:1½. иҫәбе менән еңә. Финалдың 1/16 финал уйынында Польша шахматсыһы Моника Соцконы 3:1 иҫәбе менән еңә. Финалдың 1/8 уйынында донъя чемпионы болгар ҡыҙы Стефанов Антоанета — 1½:½ иҫәбе менән еңә. Финалдың 1/4 уйынында донъяның вице-чемпионы 2011 Һиндостан вәкиле Конер Хампиҙы 2½:1½. иҫәбе менән еңә. Ярымфиналда Музычук икенсе Һи ндостан вәкиле Харика Дронаваллиҙы 3½:2½ иҫәбе менән еңә. Финалда Мария Рәсәй вәкиле Наталья Погонинаны 2½:1½. менән еңә. Чемпионат барышында буласаҡ донъя чемпионы менән халыҡ-ара гроссмейстер Александр Белявский күнекмәләр үткәрә[13]. 2015 йылдың 8 апрелендә донъя чемпионатында еңеү шахматсы өсөнсө дәрәжә «Ҡаҙаныштары өсөн» ордены менән бүләкләнә[14].
Иң яҡшы шахматсы булараҡ ФИДЕ Caissa award 2015 премияһына лайыҡ була. Шахмат «Каисса» Оскары 2016 йылдың 8 сентябрендә Баҡыла 42-се шахмат олимпиадаһы ваҡытында ваҡытында тапшырыла
Мария Музычук 2016 йылда ҡытайлы Чифань Хоу менән уйында үҙенең донъя чемпионы титулын яҡлап ҡала алмай

Remove ads
Спорт һөҙөмтәләре
Турнирҙар
Шахмат олимпиадалары
Украина милли ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһы составында өс олимпиадала ҡатнаша (2010, 2012, 2014).
Команда донъя чемпионаты
Украинаның милли ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһы составында дүрт донъя чемпионатында ҡатнаша (2009, 2011, 2013, 2015).
Команданың Европа чемпионаты
Украина милли ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһы составында өс Европа чемпионатында ҡатнаша (2011, 2013, 2015).
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads