Аллаярова Нажиә Һибәт ҡыҙы

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Аллаярова Нажиә Һибәт ҡыҙы (15 июль 1936 йыл) — йырсы, Башҡорт АССР-ының халыҡ (1977), РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1982) артисы. Бөтә Рәсәй эстрада артистары конкурсы дипломанты (Мәскәү, 1960). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2017)[1].

Ҡыҫҡа факттар Тыуған ваҡыты:, Тыуған урыны: ...
Remove ads

Биографияһы

Нажиә Һибәт ҡыҙы Аллаярова Башҡорт АССР-ының Учалы районының Яңы Байрамғол ауылында 1936 йылдың 15 июлендә тыуған.

Мәктәптә уҡып йөрөгән сағында уҡ уға Мәскәүҙә Башҡортостан мәҙәниәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнашыу бәхете лә тейә.

Өфө сәнғәт училищеһында һәләтле ҡыҙ Мортазина Миләүшә Ғәли ҡыҙы класына эләгә. Уҡытыу дәүерендә бик күп йондоҙҙар ҡабыҙасаҡ педагогтың тәүге уҡыусыларының береһе була ул. Нажиә Аллаярова училищены, артабан Мәскәүҙең Гнесиндар исемендәге музыка-педагогия институтын тамамлап, сирек быуат Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында эшләй.

Сыңғырлап торған саф тауышлы артист классик операларҙы ла, башҡорт халыҡ йырҙарын да, композиторҙар әҫәрҙәрен дә берҙәй оҫта башҡарыуы менән билдәле. Тормош юлдашы — композитор Абрар Ғабдрахманов ижад иткән йырҙар һәм романстар уның репертуарының ҙур өлөшөн тәшкил итә.

Remove ads

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads