Нахичеван Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы

From Wikipedia, the free encyclopedia

Нахичеван Автономиялы Совет Социалистик Республикаһыmap
Remove ads

Нахичеван Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы (әзерб. Нахчыван Мухтар Совет Сосиалист Республикасы) — Әзербайжан ССР-ы составындағы автономиялы республика. 1924 йылдың 9 февралендә ойошторола.

Thumb
СССР почта маркаһы. Нахичеван АССР-ының 50 йыллығы айҡанлы сығарылған.
Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Рәсми атамаһы ...

1920 йылда төбәктә Ҡыҙыл Армия частары тора. Ошо йылдың 28 июлендә Нахичеван Совет Социалистик Республикаһы ойошторола. 1923 йылдың 27февралендә ул Нахичеван автономиялы крайы итеп үҙгәртелә һәм шул уҡ йылдың 16 июнендә ул Әзербайжан ССР-ы составына индерелә. 1924 йылдың 9 февралендә Нахичеван автономиялы крайы Нахичеван Автономиялы Социалистик Совет Республикаһы итеп үҙгәртелә[1].

1936 йылдың 5 декабрендә, СССР-ҙың яңы Конституцияһына ярашлы, республика исеме «Нахичеван Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы» тип үҙгәртелә. 1990 йылдың 17 ноябренән — яңы Нахичеван Автономиялы Республикаһы атамаһы менән Әзербайжан Республикаһы составына инә[2][3].

Thumb
Нахичеван АССР-ының 1937 йылда ғәмәлгә индерелгән флагы. Унда әзербайжан һәм әрмән телдәрендә «Нахичеван АССР-ы» тип яҙылған.

Кавказ тауҙарының көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан. Майҙаны — 5,5 мең км² (Әзербайжан ССР-ы территорияһының 6,4 проценты). Халҡы — 2015 йылдың ғинуарына 439 800 кеше [4], ә 2009 йылғы иҫәп алыу буйынса 398 323 кеше, уларҙың 99,6 процентын әзербайжандар, 0,3 процентын — курдтар тәшкил итә. 1973 йылдың 1 ғинуарына республикала 215 мең кеше йәшәгән (Әзербайжан ССР-ындағы халыҡтың 4 проценты). Биш административ районға бүленгән, өс ҡала һәм ҡала тибындағы өс ҡасаба була. Әзербайжан телендә «Шарг гапысы» республика һәм рус телендә «Советская Нахичевань» гәзиттәре сыға.

Республиканың баш ҡалаһы — Нахчиван.

Remove ads

Дәүләт төҙөлөшө

Нахичеван АССР-ы — эшсе һәм крәҫтиәндәрҙең социалистик дәүләте, Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы. Нахичеван АССР-ы Конституцияһы Советтарҙың сираттан тыш 10-сы Бөтә Нахичеван съезы тарафынан 1937 йылдың 18 сентябрендә ҡабул ителә[1].

Дәүләт власының юғары органдары — Нахичеван АССР-ының 2 мең кешенән 1 депутат нормаһы менән дүрт йылға һайланған бер палаталы Юғары Советы һәм уның Президиумы. Юғары Совет республика хөкүмәтен — Министрҙар Советын төҙөй[1].

СССР Юғары Советының Милләттәр Советында Нахичеван АССР-ынан 11 депутат вәкил була. Дәүләт власының урындағы органдары — хеҙмәтсәндәр депутаттарының район, ҡала, ҡасаба һәм ауыл Советтары халыҡ тарафынан ике йылға һайлана[1].

Нахичеван АССР-ының Юғары Советы 5 йыллыҡ срокка республиканың Юғары судын һайлай, ул 2 суд коллегияһынан (енәйәт эштәре һәм граждан эштәре буйынса) һәм Юғары суд Президиумынан тора. Нахичеван АССР-ы СССР-ҙың Генераль прокуроры тарафынан 5 йыллыҡ срокка тәғәйенләнә[1].

Remove ads

Республикалағы партия власты

КПСС-тың Нахичеван өлкә комитеты — 1920—1991 йылдарҙа республикала партияның юғары органы һанала, ә өлкә комиттеттың беренсе секретары республикала иң юғары вазифа биләүсе кеше була. Был вазифа 1920 йылда булдырыла һәм 1991 йылда бөтөрөлә. Беренсе секретарҙы КПСС Үҙәк Комитеты Политбюроһы йә КПСС Үҙәк Комитетының Генераль секретары тәғәйенләй.

КПСС-тың Нахичеван өлкә комитетының беренсе секретарҙары

Ентеклерәк мәғлүмәт ФИО, вазифалағы ваҡыты ...

Халҡы

1926—1989 йылдарҙағы Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Нахичеван АССР-ы халҡының һаны һәм этник составы
Ентеклерәк мәғлүмәт Милләттәр, 1926чел. ...
Remove ads

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads