Оло Сурай

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Оло Сурай (Ҙур Сурай, Сурай; рус. Большое Чураево) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡала округындағы ауыл.

Ҡыҫҡа факттар Ил, Федерация субъекты ...
Remove ads

Географик урынлашыуы

Һаҡмар йылғаһы буйында урынлашҡан.

Тарихы

Оло Сурай (Сурай) ауылы документтарҙа тәүге тапҡыр 1765 йылда[2] (йәки 1795 йылда[3]) телгә алына. Ырымбур губернаһы Үҫәргән улусы составында була.

1917 йылдан Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан Башҡортостан АССР-ының) Үҫәргән кантоны составында була. 1922 йылдың 5 октябренән Йылайыр кантоны составына индерелә. 1930 йылдың 20 авгусынан Башҡортостан АССР-ының Ейәнсура районы составына керә. 1934 йылда яңы ойошторолған Ырымбур өлкәһенең составына бирелә. 1934—1959 йылдарҙа Ырымбур өлкәһе[4] Ейәнсура районы составында була. 1959 йылда Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районы составына индерелә[5]

Remove ads

Халҡы

Ауыл башҡорттарының иҫәбе[2][3]
179518161834186618891892190019171920
5960167282159498352311401
Ентеклерәк мәғлүмәт Халыҡ иҫәбе ...

2002 йылғы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда башҡорттар 94 % тәшкил итә[6].

Иҫкәрмәләр

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads