Оло Сурай (Ҙур Сурай, Сурай; рус. Большое Чураево) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡала округындағы ауыл.
Географик урынлашыуы
Һаҡмар йылғаһы буйында урынлашҡан.
Тарихы
Оло Сурай (Сурай) ауылы документтарҙа тәүге тапҡыр 1765 йылда[2] (йәки 1795 йылда[3]) телгә алына. Ырымбур губернаһы Үҫәргән улусы составында була.
1917 йылдан Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан Башҡортостан АССР-ының) Үҫәргән кантоны составында була. 1922 йылдың 5 октябренән Йылайыр кантоны составына индерелә. 1930 йылдың 20 авгусынан Башҡортостан АССР-ының Ейәнсура районы составына керә. 1934 йылда яңы ойошторолған Ырымбур өлкәһенең составына бирелә. 1934—1959 йылдарҙа Ырымбур өлкәһе[4] Ейәнсура районы составында була. 1959 йылда Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районы составына индерелә[5]
Халҡы
1795 | 1816 | 1834 | 1866 | 1889 | 1892 | 1900 | 1917 | 1920 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|
59 | 60 | 167 | 282 | 159 | 498 | 352 | 311 | 401 |
2002 йылғы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда башҡорттар 94 % тәшкил итә[6].
Иҫкәрмәләр
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.