Оло Чернигов районы

From Wikipedia, the free encyclopedia

Оло Чернигов районы
Remove ads

Оло Чернигов районы (рус. Большечерниговский район) — Һамар өлкәһенең көньяғында урынлашҡан муниципаль район.

Ҡыҫҡа факттар Ил, Төрө ...

Административ үҙәге — Оло Чернигов ауылы.

Remove ads

География

Район Һамар өлкәһенең көньяғындағы дала зонаһында урынлашҡан. Ҡаҙағстан, Һарытау өлкәһе, Ырымбур өлкәһе, Һамар өлкәһенең Оло Глушица, Пестравск райондары менән сиктәш.

Майҙаны — 2980 км². Төп йылға — Оло Ырғыҙ.

Тарих

Район 1935 йылда барлыҡҡа килгән.

Халыҡ һаны

Официаль статистика буйынса 2014 йылдың 1 ғинуарына ҡарата районда 18 380 кеше теркәлгән.

2010 йылда уҙғарылған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса районда 19 153 кеше иҫәпләнгән.

Районда бөтәһе 34 торлаҡ пункты бар.

1939[1]1959[2]1970[3]1979[4]1989[5]2002[6]2010[7]
17 980 16 400 19 310 19 954 21 412 20 766 19 153

Милли состав (2010): урыҫтар — 65,4 %, ҡаҙаҡтар — 10,3 %, башҡорттар — 9,5 %, сыуаштар — 5,4 %, татарҙар — 2,3 %, мордвалар — 1,8 %, украиндар — 1,8 %.

Оло Чернигов районында башҡорттар күпләп йәшәй. Уларҙың күпселеге Диңгеҙбай, Хәсән, Имәләй (Ҡыпсаҡ), Ҡасҡын (Таллы), Кинйәғол, Үтәкәй (Бөрйән) исемле тарихи башҡорт ауылдарында һәм Ырғыҙ, Костино ҡасабаларында йәшәй. 1999 йылда башҡорттарҙың милли-мәҙәни берләшмәһе — Оло Чернигов район йәмәғәт ойошмаһы «Ырғыҙ» башҡорт мәҙәни үҙәге булдырылған[8].

Административ бүленеш

Оло Чернигов районы составына 9 ауыл биләмәһе керә[9]:

  • Августовка ауыл биләмәһе (Августовка, Кесе Черниговка, Паньшино, Пекилянка)
  • Оло Чернигов ауыл биләмәһе (Оло Чернигов, Гусиха, Ҡасҡын (Таллы), Шумовский)
  • Восточный ауыл биләмәһе (Өҫкө Росташи, Восточный, Полянский, Устряловский)
  • Глушицкий ауыл биләмәһе (Благодатовка, Глушицкий, Торшиловский)
  • Краснооктябрьский ауыл биләмәһе (Исток, Кинйәғол, Костино, Краснооктябрьский, Фитали, Хәсән)
  • Пензено ауыл биләмәһе (Яңы Кәмәлек, Пензено)
  • Петровский ауыл биләмәһе (Аверьяновский, Петровский, Сестры)
  • Поляков ауыл биләмәһе (Алексеевский, Кошкин, Поляков)
  • Украинка ауыл биләмәһе (Украинка, Ырғыҙ, Диңгеҙбай, Имәләй (Ҡыпсаҡ), Үтәкәй (Бөрйән))
Remove ads

Күренекле кешеләр

  • Йомағолов Харис Йомағол улы (1891—1937) — 1919—1920 йылдарҙа Башҡорт Совет республикаһының ваҡытлыса хәрби революцион комитеты етәксеһе, башҡорт милли хәрәкәте лидерҙарының береһе, партия һәм дәүләт эшмәкәре (Хәсән ауылынан);
  • Хәсән Бәшәр (1901—1938) — башҡорт совет яҙыусыһы (Үтәкәй (Бөрйән) ауылынан);
  • Дәүләтшина Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы (1905—1954) — башҡорт совет яҙыусыһы (Хәсән ауылынан);
  • Ниғмәтуллин Рәшит Ниғмәтулла улы (Рәшит Ниғмәти) (1909—1959) — башҡорт совет яҙыусыһы, шағир, драматург, балалар яҙыусыһы, тәржемәсе, Башҡортостандың халыҡ шағиры (Диңгеҙбай ауылынан);
  • Мостафина Фатима Хәмит ҡыҙы (1913—1998) — педагог, партия һәм дәүләт эшмәкәре, фәлсәфә фәндәре кандидаты, РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы, 1936—1944 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Башҡорт обкомы беренсе секретаре, 1951—1955 йылдарҙа КПСС-тың Башҡорт обкомының фән һәм уҡытыу ойошмалары булеге мөдире, 1955—1971 йылдарҙа БАССР-ҙың мәғариф министры (Диңгеҙбай ауылынан);
  • Рем Вяхирев (1934—2013) — СССР һәм Рәсәй дәүләт эшмәкәре һәм идарасыһы, «Газпром» компанияһының элекке башлығы (Оло Чернигов ауылынан).
Remove ads

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads