Папайя
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Папайя йәки ҡауын ағасы (лат. Cárica papáya) — ағас үҫемлек; Карикалар ғаиләһенән (Caricaceae) Карика (Carica) ырыуы төрө.
Папайа һүҙе — үҫемлектең латинлаштырылған малабар атамаһы (papaya)[17].
Remove ads
Ботаник тасуирлама

3-10 бейеклектәге йоҡа олоно менән ботаҡһыҙ пальма рәүешле тәбәнәк ағас.
Япраҡтары ҙур, диаметры 50-70 см, оҙон һабаҡта тешле-ҡырҡылған.
Сәскәләре япраҡ аҫтында үҫә, улар 10—30 см диаметрында һәм 15-45 см оҙонлоғондағы емештәргә әүерелә. Өлгөргән емеш һары гәрәбә төҫөнән алып ҡыҙғылт һары төҫкә тиклем була. Өлгөргән емеш йомшағы һары, ҡыҙғылт һары һәм ҡыҙыл.
Үҫемлектең бөтә өлөшөндә лә һөт һымаҡ һут бар [17].
Remove ads
Хужалыҡтағы әһәмиәте һәм ҡулланылышы

Папайяның тыуған иле Мексиканың көньяғы һәм Үҙәк Америка[18] һәм Көньяҡ Американың төньяғы, әммә хәҙер ул бөтә тропик илдәрҙә үҫтерелә, төп етештереүселәре Бразилия һәм Һиндостан. Шулай уҡ Рәсәйҙең көньяғында, Кавказдың Ҡара диңгеҙ яры буйында ботаника баҡсаларында папайяны эксперименталь ултырталар[19].
Емеште йыйғанда бик һаҡ булыр кәрәк, сөнки папайя күп кешеләрҙә тире бүртеүен, шулай уҡ аллергия реакцияһын ҡуҙғытыуға һәләтле латекс һуты бүлеп сығара. Папайя емеше һәм уның япраҡтары составында карпаин алкалоиды бар, ул бабасыр төшөрөү һәләтенә эйә, әммә ҙур дозала хәүефле булыуы мөмкин.
Аҙыҡ-түлек продукттары
Папайяның төп ҡулланылышы — ризыҡта ҡулланыу. Ғәҙәттә, уны сей килеш, ҡабыҡһыҙ һәм орлоҡһоҙ ашайҙар. Бешеп етмәгән емеште быҡтыралар, шулай уҡ карри әҙерләүҙә һәм салаттарҙа ҡулланалар. Емеште утта бешерәләр, ул саҡта папайянан икмәк еҫе сыға башлай.
Медицинала
Папайяла папаин (протеаза, итте йомшартыусы) тип аталған ферменттар һәм башҡа аҡһымдар күп. Папайя һутының ҡаты ит сүстәрен йомшартыу үҙенсәлеген Көньяҡ Америкала мең йыл буйына ҡулланғандар. Уны өлгөрөп етмәгән емештең һәм япарҡтарының таҙартылған һөт һымаҡ һутынан алалар һәм аш һеңдереүҙе яҡшыртыу өсөн һәм «Лекозим» һәм «Кариопазин» (протеолитик ферменттар ҡатнашмаһы) препараттарында ҡулланғандар, уның менән умыртҡа һөйәктәре араһындағы остеохондрозды дауалайҙар[17]
Халыҡ медицинаһында папайяны бабасыр төшөрөү (тамыр, япраҡтары төнәтмәһе), контрацепция[20] һәм аборт өсөн сара булараҡ ҡулланыла. Киптерелгән япраҡтарын астманы еңеләтеү йәки тәмәкене алмаштырыу өсөн тартҡандар. Ҡоро япраҡтарынан әҙерләгән пакеттар магазиндарҙа сәй әҙерләү өсөн һатыуға ҡуйыла. Бынан тыш япраҡтары төнәтмәһе Гана һәм Кот-д' Ивуарҙа аттар өсөн эс йомшартҡыс сара кеүек ҡулланыла[21].
Вирусолог Люк Монтанье раҫлауынса, папайянан препараттар вируслы инфекцияларҙы булдырмауға булышлыҡ итә[22].
Папайяның йәш япраҡтарынан тапма ауырыуҙарына ҡаршы сәй әҙерләйҙәр.
Remove ads
Папайя эпифитотияһы
Түңәрәк тимгелле папайя вирусы Оахҡа (Гавайи) 1937 йылда уҡ индерелә[23] һәм ике тапҡыр Гавайи папайяһын етештереүгә ҡағыла. Сир бер нисә йыл дауамында, үҙгәреүенә һәм агрессив штаммға әйләнеүенә тиклем уртаса була, һәм 1950 йылда эпифитотия башлана. 12 йыл дауамында папайя етештереү ерҙәре 94 % кәмей. Һуңынан уны етештереү Оахтан киҫкен карантин аҫтында Гавайи утрауындағы Пунаға күсерелә. 1971 йылда PRSV йорт яны участкаларында асыҡлана, әммә уның таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн күп көс һалына. Вирус 1992 йылда коммерция хужалыҡтарында барлыҡҡа килә, эпифитотия яңынан ҡабына һәм күрелмәгән масштабта була, бер йыл эсендә 100 % тиерлек классик сорттарҙы юҡ итә, һәм 1995 йылда Пунала папайя етештереү мөмкин булмай. Папайяның ике трансгенлы төрөн Деннис Гонсалвес[24] һәм уның командаһы эшләй һәм 1998 йылдың 1 майында етештереү өсөн тәҡдим ителә[24]. Һөҙөмтәлә шул асыҡлана, әгәр үҫемлектең ДНК сылбырына вирус тышсаһы аҡһымының генын өҫтәһәң, папайя вирусҡа бирешмәй. PRSV тышсаһы аҡһымы гены юғары эмбриогенлы үҫемлек туҡымаһына күптән түгел уйлап сығарылған ген пушкаһы ярҙамында индерелә, был 55-1 трансген һыҙығын эшләүгә килтерә, ул, аҙаҡ иҫбаталанғанса, Гавайи PRSV штаммдарын эффектив контролдә тота һәм яңы вирус күсермәләренең барлыҡҡа килеүенә юл ҡуймай. Контролдә тотоусы ойошмаларҙан дәртләндереү буйынса тейешле процедураларҙы алып (FDA, EPA һ.б.), 1998 йылдың майында трансгенлы папайя коммерциялы ҡулланылыш өсөн үҫтерелә башлай. Гавайиҙа генетик модификацияланған емеште индереү ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә етештереүҙең баштағы күләмен тергеҙергә мөмкинлек бирә. Бөгөнгө көндә ул ғәҙәти папайяны тулыһынса ҡыҫырыҡлап сығарған.
Тикшереү барышында кеше организмына бер ниндәй ҙә кире йоғонтоһо асыҡланмаған. Өҫтәүенә, кеше һәр ваҡыт папайяны уның вирусы менән бергә ҡулланған, сөнки унда, ул үҫкән урында, һәр ваҡыт был патоген була[25][26][27][28].
Етештереү
![]() | ![]() |
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads