Патраков Александр Фёдорович
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Патраков Александр Фёдорович (3 июль 1910 йыл — 15 июль 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, уҡсылар дивизияһы айырым сапер батальонының взвод командиры, кесе лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1943, үлгәндән һуң).
Remove ads
Биографияһы
Александр Федорович Патраков 1910 йылдың 3 июлендә Өфө губернаһының Златоуст өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Балаҡатай районы Нөгөш ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
Милләте рус. 1943 йылдан — ВКП(б) ағзаһы. Аллағуз совхозының Миҙәт участкаһында ветеринар булып, һуңынан Силәбе өлкәһенең Ункурда станцияһындағы «Заготзерно» контораһында эшләй.
1932—1935 йылдарҙа Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә. 1941 йылдың июлендә Силәбе өлкәһенең Наҙы-Петровск районы хәрби комиссариаты тарафынан хәрби хеҙмәткә саҡырыла. 1941 йылдың декабренән ғәмәлдәге армияла.
1943 йылдың 15 июлендә Үҙәк фронттың 60-сы армияһы 322-се уҡсылар дивизияһының 603-сө айырым саперҙар батальонының взвод командиры, кесе лейтенант Александр Федорович Патраков алыштарҙың береһендә батырҙарса һәләк була[1][2][3]. Курск өлкәһенең Степановка ауылында ерләнгән[4].
Remove ads
Батырлығы
«603-сө айырым саперҙар батальонының взвод командиры (322-се уҡсылар дивизияһы, 60 армия, Үҙәк фронт) кесе лейтенант А. Ф. Патраков күп тапҡыр дошман тылына сығып, тимер юлдарын һәм күперҙәрҙе шартлатыу буйынса хәрби заданиеларҙы уңышлы үтәй.
Ул үҙе шәхсән совет ғәскәрҙәренең алғы һыҙығында дошман уты аҫтында биш мең мина ҡуйыуҙа, шулай уҡ ике мең тирәһе дошман миналарын юҡҡа сығарыуҙа ҡатнаша. А. Ф. Патраковтың йылғалар аша кисеүҙәр урынлаштырыуҙа бик ҙур тәжрибәһе булғанға күрә, ул алыштар ваҡытында оҫталығы һәм тәүәккәллеге менән айырылып торған. Мәҫәлән, Жиздра йылғаһы һәм уның ҡушылдырығы Рессета йылғаһы аша дивизияны үткәргәндә, ул күп тапҡыр дошман уты аҫтында күперҙең емерелгән өлөштәрен тергеҙеү менән бик оҫта етәкселек иткән.
1943 йылдың июлендә Курск өлкәһенең Рыльск районындағы Степановка ауылы янында кесе лейтенант Патраков А. Ф. тәүлек буйы үҙенең взводы менән Сейм йылғаһының күперендә үткәрә һәм дошман утынан килтерелгән зыянды юҡҡа сығарып, дивизияның частарын йылға аша уңышлы үткәреүгә өлгәшә».
СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы 1943 йылдың 16 октябрендәге Указы менән командованиеның заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм немец-фашист илбаҫарҙары менән алыштарҙа күрһәткән ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн кесе лейтенант Патраков Александр Федорович үлгәндән һуң «Советтар Союзы Геройы» исеменә лайыҡ була.
Remove ads
Замандаштарының хәтирәләре
Нов. Млыны районында йылға аша сығыуҙы кесе лейтенант А. Ф. Патраковтың взводы саперҙары тәьмин иттеләр. Взвод командиры үҙенең хәрби һөнәрен яҡшы белеүе менән генә түгел, шәхси батырлығы менән дә айырылып тора ине. Ул беҙҙең дивизияның составында фронттағы тәүге көндәренән үк булды, күп мәртәбә дошман тылында мөһим объекттарҙы шартлатыу буйынса яуаплы заданиеларҙы үтәне, оҫта һәм һалҡын ҡанлы минёр булып һаналды. Жиздра һәм Рессета йылғалары аша сыҡҡан ваҡытта ла Патраков ҡоралмалар яһау буйынса яҡшы тәжрибә алды. Шуға күрә Сеймда ла ул үҙ бурысын тел тейҙермәҫлек итеп үтәне, ут һәм дошмандың бомбежкаһы аҫтында бик ҡыҫҡа ваҡыт эсендә йылға аша сығыуҙы ойошторҙо. Иң хәүефле урындарҙа булып, күперҙең емерелгән урындарын тергеҙеү буйынса батырлыҡ, тапҡырлыҡ һәм ойоштороу һәләте өлгөләрен күрһәтеп, офицер шәхсән үҙе ғәскәрҙәрҙең һәм хәрби техниканың үтеүенә етәкселек итте. Һанһың бомбежкаларҙың береһендә Александр Фёдорович Патраков һәләк булды. Ул үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булды.— Советтар Союзы Геройы, армия генералы П. Н. Лащенко. Из боя — в бой. — М.: Воениздат, 1972. — С. 94.
Хәтер
- Башҡортостан Республикаһының Балаҡатай районы Нөгөш ауылында һәм Силәбе өлкәһенең Наҙы-Петровск ҡалаһындағы урамдарға Геройҙың исеме бирелгән.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Советтар Союзы Геройы
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы (16.10.1943)[5].
- Ленин ордены (16.10.1943).
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1943).
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads