Пермь губернаһы

From Wikipedia, the free encyclopedia

Пермь губернаһы
Remove ads

Пермь губернаһы — 17811923 йылдарҙа Рәсәй империяһының административ-терриориаль берәмеге.

Пермь губернаһы
Герб
Thumb
Thumb
ҮҙәкПермь
Нигеҙе 1781
Майҙаны 332 052 км²
Халыҡ 2 994 302 (1897)
Күсәгилешлелек:
Пермь берәмек
Урал өлкә (РСФСР)
Пермь губернаһы Викиһаҡлағыста

Административ үҙәге — Пермь ҡалаһы.

Тарих

1796 йылда Пермь наместниклығы 12 өйәҙенән ойошторола. Губерна Верхотур, Екатеринбург өйәҙҙәренән, Эрбет, Ҡамышлы, Красноуфимск өйәҙҙәренән, Көңгөр, Уҫы өйәҙҙәренән, Оханск, Пермь өйәҙҙәренән, Соликамск, Чердынь, Шадринск өйәҙҙәренән торған. Идара итеүҙең кантон системаһы индерелгәс, Екатеринбург, Красноуфимск, Уҫы, Пермь, Шадринск өйәҙҙәренең бер өлөшө 1—3‑сө башҡорт кантондары составынва инә. 1919 йылдың мартында Екатеринбург, Красноуфимск, Шадринск өйәҙҙәре Арғаяш кантонына һәм Ҡошсо кантонына (Бәләкәй Башҡортостан) бирелә, июлдә Верхотур, Екатеринбург, Эрбет, Ҡамышлы, Красноуфимск, Шадринск өйәҙҙәренән Екатеринбург губернаһы ойошторола. 1921 йылдың мартында Пермь губернаһы составына Вятка губернаһы Сарапул өйәҙе күсерелә. Пермь губернаһы 1923 йылда нояб. бөтөрөлә, территорияһы Урал өлкәһенең Үрге Кама, Көңгөр, Пермь, Сарапул округтары составына инә, 1938 йылдан Пермь өлкәһе ойошторола.

Remove ads

География

Майҙаны — 332 052 км² (1897). XVIII быуат аҙағында төньяҡта — Вологда губернаһы, көнсығышта — Тубыл губернаһы, көньяҡта — Ырымбур губернаһы, көнбайышта Вятка губернаһы менән сиктәш була. Ҡалалары: Пермь, Алапаевск, Верхотурье, Далматов, Дедюхин, Екатеринбург, Эрбет, Ҡамышлы, Красноуфимск, Көңгөр, Уҫы, Оханск, Соликамск, Чердынь, Шадринск (1869).

Иҡтисад

Тау сәнәғәте (мәғдән сығарыу, металлургия һәм химия тармаҡтары) һәм ауыл хужалығы киң үҫеш алған. Эре пр‑тиеларҙың төп өлөшө Верхотур, Екатеринбург, Красноуфимск, Пермь, Соликамск өйәҙҙәрендә урынлашҡан. Йәрминкәләр (иң билдәлеләре — Эрбет һәм Крестовский-Иваново) үткәрелгән, сауҙа һәм баҙар ойошторолған. XIX быуат уртаһында Сулман йылға буйлап пароход йөрөй башлай. Пермь тимер юлы участкалары төҙөлә: Пермь—Екатеринбург (1878), Екатеринбург—Силәбе (1896), ПермьКотлас (1899), Пермь—КөңгөрЕкатеринбург (1909) һәм башҡалар 783 сиркәү, 181 мәсет иҫәпләнгән (1870).

Халҡы

Халҡы: 1795 йылда — 900589 кеше, 1897 йылда — 2 994 302 (башҡорттар — 85 395, коми-пермяктар — 92 641, мариҙар — 15 687, мишәрҙәр — 21 163, татарҙар — 46 711, типтәрҙәр — 5 295, удмурттар — 6 505, урыҫтар — 2 705 327 һәм башҡалар). XIX быуат аҙағында губернала 2 849 166 крәҫтиән, 97 241 мещан, 17 482 дворян, 5 118 сауҙагәр һәм башҡалар иҫәпләнә; мосолмандар — 151495, православие динендәгеләр — 2815573 (шул иҫәптән 218 396 старообрядсы), католиктар — 2441, йәһүдтәр — 2119, протестанттар — 1184 һәм башҡалар.

Remove ads

Административ-территориаль бүленеше

Файл:Permskaya gubernia.png
Пермь губернаһы административ-территориаль бүленеше

Пермь губернаһы составында 12 улус иҫәпләнә

Көнбайышта Пермь губернаһы 7 өйәҙҙәре:

Ентеклерәк мәғлүмәт Исем, Өйәҙ ҡалаһы ...

Көнсығышта Пермь губернаһы 5 өйәҙҙәре:

Ентеклерәк мәғлүмәт Исем, Өйәҙ ҡалаһы ...
Remove ads

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads