Перчаткин Василий Михайлович

яҙыусы, журналист From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Перчаткин Василий Михайлович (28 март 1919 йыл — 9 декабрь 2015 йыл) — яҙыусы, журналист. 1945 йылдан — КПСС, 1958 йылдан СССР Яҙыусылар һәм СССР Журналистар союздары ағзаһы. РСФСР-ҙың (1981) һәм Башҡорт АССР-ының (1976) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Remove ads

Биографияһы

Василий Михайлович Перчаткин 1919 йылдың 28 мартында Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе[1] Перчаткино утарында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[2][3]). 1932 йылда Перчаткиндар Башҡорт АССР-ының Белорет ҡалаһына күсеп килә.

1938 йылда урта мәктәпте тамамлағандан һуң, Василий Перчаткин «Белорецкий рабочий» гәзитендә эшләй башлай: артабан әҙәби хеҙмәткәр, яуаплы сәркәтип, радиотапшырыуҙар мөхәррире була.

1948 йылда Өфөлә ике йыллыҡ Өлкә партия мәктәбен тамамлай һәм «Советская Башкирия» республика гәзитендә эшкә ҡалдырыла. Партия тормошо, совет төҙөлөшө, мәҙәниәт һәм көнкүреш, әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлектәре мөдире була.

1962 йылда Бөрө район гәзите «Победа»ға мөхәррир итеп тәғәйенләнә. Ике йылдан һуң Өфөгә ҡайта һәм оҙаҡ йылдар «Советская Башкирия» гәзитенең ауыл хужалығы мөдире вазифаһын уңышлы башҡара.

1993—1997 йылдарҙа яңы сыға башлаған «Известия Башкортостана» гәзитендә эшләй.

XX быуаттың 30-сы йылдар аҙағында әҙәби әҫәрҙәр яҙа башлай.

Remove ads

Әҫәрҙәре

  • Повесть «Журналисты» (1958). Перчатки, В. Огоньки зовут: из опыта работы учреждений культуры [Текст] / В. Перчаткин. — Уфа, Башк. кн. изд-во, 1961.- 80 с.
  • Возвращение любви: роман / В. М. Перчаткин. — Уфа: Башкнигоиздат, 1980. — 352 с.
  • День начинается с забот: роман / В. М. Перчаткин. — Уфа: Баш. кн. изд — во, 1984. — 112 с.
  • Не сотвори кумира: роман / В. М. Перчаткин. — Уфа: Баш. кн. изд — во, 1989. — 280 с.
  • Жертвы коршуна: роман / В. М. Перчаткин. — Уфа: Китап, 1999. — 272 с.
Remove ads

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981)
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1976)

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Сығанаҡтар

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads