Петров Владимир Владимирович (хоккейсы)

From Wikipedia, the free encyclopedia

Петров Владимир Владимирович (хоккейсы)
Remove ads

Петров Владимир Владимирович (30 июнь 1947 йыл, Красногорск, Мәскәү өлкәһе — 28 февраль 2017) — совет хоккейсы, үҙәк һөжүмсе. Ике тапҡыр олимпия чемпионы һәм 9 тапҡыр донъя чемпионы. СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1969). Полковник.

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Remove ads

Спорт карьераһы

Эшсе ғаиләһендә тыуа. Күп кенә буласаҡ хоккейсылар кеүек, башта рус хоккейы менән шөғөлләнә. Тушинола «Крылья Советов» командаһы базаһындағы «Ҡыҙыл Октябрь» спорт клубында шайбалы хоккей буйынса күнекмәләр үткәрә.

Уйынсы

Һөжүмсе була. СССР чемпионаттарында 553 матч үткәрә һәм 370 гол индерә.

«Крылья Советов» (Мәскәү) (1965—1967), ЦСКА (1967—1981), СКА (Ленинград) (1981—1983) хоккей клубтары өсөн сығыш яһай. 1969/1970 йылдарҙағы СССР чемпионаты уның өсөн иң яҡшы миҙгел була, ул 43 уйында 51 шайба индерә һәм быға 21 голда ассистент була.

ЦСКА һәм СССР йыйылма командаһында оҙаҡ йылдар Борис Михайлов һәм Валерий Харламов менән бер төркөмдә сығыш яһай.

СССР йыйылма командаһы составында өс тапҡыр донъя чемпионатының иң яҡшы бомбардиры була (1973, 1977 һәм 1979).

1971 йылдан алып КПСС ағзаһы була.

Тренер һәм спорт функционеры

  • 1983—1984 йылдар — СКА хоккей клубы тренеры (Ленинград),
  • 1984—1986 йылдар — хоккей функционеры,
  • 1986—1988 йылдар — СССР оборона Министрлығының Ҡораллы көстәренең футбол буйынса баш тренеры,
  • 1989—1990 йылдарҙа — СКА (Калинин) командаһы етәксеһе,
  • 1990—1992 йылдарҙа — СССР Хоккей федерацияһының ветерандар комитеты рәйесе., 1992—1994 йылдарҙа — Рәсәй Хоккей федерацияһы президенты[4],
  • 1995—1996 — «Спартак» (Мәскәү) ХК-һының генераль менеджеры,
  • 1998—2000 — Мәскәү ЦСКА-һының генераль менеджеры,
  • 2003 йылдан 2005 йылға тиклем Санкт-Петербург СКА-һының генераль менеджеры була.

2000 йылдар башынан кинопродюсерлыҡ менән шөғөлләнә. «Валерий Харламов. Дополнительное время» нәфис фильмының (2007) продюсеры. Был фильм күренекле совет хоккейсыһы Валерий Харламовтың һуңғы көндәренә арналған, режиссеры — Юрий Стааль.

2011—2012 йылдарҙа Борис Михайлов, Владислав Третьяк, Георгий Полтавченко Сергей Егоров һәм Артур Чилингаров Шайбалы хоккей буйынса халыҡ-ара Arctic Cup турнирының попечителлек советына инә.

2013—2017 йылдарҙа ЦСКА хоккей клубы ветерандары ассоциацияһы ағзаһы (Мәскәү). 2013—2017 йылдарҙа — Бөтә Рәсәй йәш хоккейсыларының «Алтын шайба» клубы президенты.

Remove ads

Ҡаҙаныштары

  • 2 тапҡыр Олимпия чемпионы: 1972, 1976
  • Олимпия уйындарының көмөш призёры: 1980
  • 9 тапҡыр донъя чемпионы: 1969—1971, 1973—1975, 1978, 1979, 1981
  • Донъя чемпионатында көмөш призёр: 1972
  • Донъя чемпионатында бронза призёр: 1977
  • 8 тапҡыр Европа чемпионы: 1969, 1970, 1973—1975, 1978, 1979, 1981
  • Европа чемпионатының көмөш призёры (2): 1971, 1972
  • Европа чемпионатының бронза призёры:
    • 1977 Европа һәм донъя чемпионатында һәм Олимпия уйындарында — 118 матч, 84 гол.
    • 1973, 1977, 1979 йылдарҙағы Европа һәм донъя чемпионатында иң яҡшы бомбардир.
  • 1979 й. — Саҡырыу кубогын (Кубка Вызова) яулаусы
  • Европа кубогын яулаусы (10): 1969—1974, 1976, 1978—1980
    • Саҡырыу кубогында — 39 шайба.
  • СССР чемпионы (11): 1968, 1970—1973, 1975, 1977—1981.
  • СССР чемпионатының көмөш призёры (3): 1969, 1974, 1976
    • СССР чемпионаттарында 553 уйын үткәрә, 370 шайба индерә.
  • СССР Кубогын яулаусы (5): 1968, 1969, 1973, 1977, 1979.
  • СССР Кубогы финалсыһы: 1976 СССР Кубогында — 15 шайба.
  • Дуҫ армиялар спартакиадаһы (Ленинград, СССР) еңеүсеһе (СССР Хәрби көстәренең йыйылма командаһы): 1975[5]
  • Всеволод Бобров клубы, «100 бомбардир» һәм «Рәсәй бомбардирҙары» исемлектәре ағзаһы.
  • 2006 йылда ИИХФ-тың Дан залына индерелә.
Remove ads

Наградалары һәм исемдәре

Thumb
СССР йыйылма командаһы формаһында, 1979 йыл

Үлеме

2017 йылдың 28 февралендә оҙайлы ауырыуҙан һуң Мәскәү дауаханаһында 70-се йәшендә вафат була[13]. Мытищиҙа Федераль һуғыш мемориаль зыяратында ерләнә[14].

Хәтер

2018 йылдың 28 февралендә ЦСКА-ның Дан аллеяһында Владимир Петровҡа бюст ҡуйыла.

2019 йылдың 30 июнендә Красногорскиҙа билдәле совет хоккейсыһы Владимир Петров исемендәге боҙ аренаһы һәм хоккей академияһы асыла[15][16]. Хоккей Академияһының президенты — Петровтың улы Максим[17].

Владимир Петров хөрмәтенә Юғары хоккей лигаһының төп трофейы атала(Петров Кубогы).

Кинолағы образы

Рәсәй кинематографында:

  • «Валерий Харламов. Өҫтәмә ваҡыт» (Валерий Харламов. Дополнительное время 2007). Режиссеры — Юрий Стааль. Владимир Петров ролен актер Сергей Жарков башҡара, Ә Владимир Петров үҙе легендар бишәү буйынса партнеры Борис Михайлов менән бергә үҙен-үҙе уйнай. Фильмдың продюсеры — Владимир Петров.
  • «Легенда no 17» (Легенда № 17, 2012) (Режиссеры — Николай Лебедев. Хоккейсы Владимир Петров ролен актер Артем Федотов башҡара.
Remove ads

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads