Чилингаров Артур Николаевич
СССР һәм Рәсәй океанолог-ғалимы From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Чилингаров Артур Николаевич (25 сентябрь 1939 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең океанолог-ғалимы, Арктиканы һәм Антарктиканы тикшереүсе, география фәндәре докторы, профессор. Рус география йәмғиәтенең беренсе вице-президенты һәм Дәүләт полюс академияһының президенты, «Полярниктар ассоциацияһы» төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы президенты.
Рәсәй Фәндәр академияһы мөхбир ағзаһы (2008). Советтар Союзы Геройы (1986). Рәсәй Федерацияһы Геройы (2008). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған метеорологы (2005). СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1981).
1993—2011 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты[5]. 2011—2014 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Федераль йыйылышының Федерация Советы ағзаһы. «Берҙәм Рәсәй» партияһының Юғары советы бюроһы ағзаһы[6].
Remove ads
Биографияһы
Артур Николаевич Чилингаров 1939 йылдың 25 сентябрендә Ленинградта тыуа. Атаһы — әрмән, әсәһе — рус[7]. Ике йәшлек сағында ҡала фашистар ҡамауына эләгә. Үҫмер сағында ғаилә Төньяҡ Осетияға күсә, шунда оҙаҡ йылдар Владикавказда (ул саҡта — Орджоникидзе) йәшәйҙәр.
1963 йылда Ленинград Юғары диңгеҙ инженерҙары училищеһын (хәҙер Адмирал С. О. Макаров исемендәге Дәүләт диңгеҙ академияһы) океанология специальносы буйынса тамамлай.
Күп йылдар Чилингаров Арктика һәм Антарктика ғилми-тикшеренеү институтының ғилми хеҙмәткәре, Тиксиҙа лаборатория инженер-гидрологы булып эшләй.
1970—1980-се йылдарҙа Чилингаров СССР Гидрометеорология дәүләт комитеты системаһында юғары вазифаларға тәғәйенләнә — Амдермалағы территориаль идаралыҡ начальнигынан алып комитет рәйесе урынбаҫарына тиклем үҫә.
Эшмәкәрлеге
Хеҙмәт юлын Балтик суднолар ремонтлау заводының монтажсы слесары булып башлай.
1963 йыл — Тикси ҡасабаһында Арктика ғилми-тикшеренеү обсерваторияһында инженер-гидролог.
1965 йыл — Яҡут АССР-ында ВЛКСМ-дың Булун район комитетының беренсе секретары итеп һайлана. ВЛКСМ-дың бөтә тарихында ул берҙән-бер партияһыҙ райком секретары була[8].
1969—1971 йылдар — «Север-21» юғары киңлектәге ғилми экспедицияһы етәксеһе. Алынған һөҙөмтәләр Төньяҡ диңгеҙ юлының бөтә оҙонлоғонда трассаны йыл әйләнәһендә файҙаланыу мөмкинлеген нигеҙләргә юл аса. «СП-19» дрейфлаусы станция начальнигы, «СП-22» станцияһы начальнигы урынбаҫары була[9].
1971 йылдан — 17-се совет антарктик экспедицияһының «Беллинсгаузен» антарктик станцияһы начальнигы.
1974—1979 йылдар — Амдерма гидрометеорология һәм тәбиғәт мөхитенә контроль буйынса территориаль идаралыҡ начальнигы.
1979—1986 йылдар — Кадрҙар һәм уҡыу йорттары идаралығы начальнигы, СССР Гидрометеорология һәм тәбиғәт мөхитенә контроль буйынса дәүләт комитетының коллегия ағзаһы.
1982 йыл — «СССР — Канада» йәмғиәте президенты.
1986—1992 йылдар — СССР Гидрометеорология һәм тәбиғәт мөхитенә контроль буйынса дәүләт комитетының Рәйес урынбаҫары, Арктика, Антарктика һәм Донъя океаны эштәре буйынса баш идаралыҡ начальнигы. «Сибирь» атом йөрөгөсөндә Төньяҡ полюсҡа фәнни экспедиция һәм Антарктидаға трансконтиненталь осоу етәксеһе.
1999 йыл — Ми-26 вертолетында ғәҙәттән тыш алыҫ араларға осоу етәксеһе.
2002 йыл — Чилингаров бер моторлы Ан-3Т самолётында Көньяҡ полюсҡа осоуға етәкселек итә.
2003 йыл — Чилингаров тырышлығы менән оҙаҡ ваҡыт дрейфлаусы «Северный полюс-32» станцияһы асыла.
2008 йылда Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы итеп һайлана.
2013 йылдың 25 октябрендә Сочиҙағы Ҡышҡы олимпия уйындары сиктәрендә Төньяҡ полюста олимпия утын тоҡандыра[10].
Remove ads
Ғаиләһе
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

Рәсәй Геройының «Алтын йондоҙ» миҙалын тапшырыу

IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәр өсөн» ордены менән бүләкләү. 31 июль 2014 йыл
СССР һәм Рәсәй
- Рәсәй Федерацияһы Геройы (9 ғинуар 2008 йыл)[12];
- Советтар Союзы Геройы (14 февраль 1986 йыл);
- II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәр өсөн» ордены (9 сентябрь 2019 йыл)[13];
- III дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәр өсөн» ордены (12 июнь 2007 йыл)[14];
- IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәр өсөн» ордены (21 июль 2014 йыл)[15];
- Ленин ордены (1986 йыл);
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1981 йыл);
- «Почёт Билдәһе» ордены (1976 йыл);
- СССР Дәүләт премияһы;
- Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Почёт грамотаһы (25 сентябрь 2004 йыл)[16];
- Рәсәй Федерацияһы Президентының Почёт грамотаһы (25 сентябрь 2009 йыл)[17].
- Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәте (28 ноябрь 2003 йыл)[18];
- Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәте (18 ноябрь 1997 йыл) [19];
- Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Рәхмәте (6 май 2008 йыл)[20];
- «Поляр Йондоҙ» ордены (Якутия, 25 ноябрь 2002 йыл)[21]
- «Диңгеҙҙәге хеҙмәттәр өсөн» ордены (27 ғинуар 2003 йыл)[22]
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған метеорологы (11 февраль 2005 йыл)[23];
- I дәрәжә преподобный Сергий Радонежский ордены (РПЦ, 2014 йыл)[24];
- II дәрәжә изге благоверный кенәз Даниил Московский ордены (РПЦ, 2009 йыл)[25];
- «Почётлы полярник» түшкә таҡмалы билдәһе;
- Рус география йәмғиәтенең ҙур алтын миҙалы (2014 йыл)[26];
- «Фән Символы» миҙалы (2007 йыл);
- «Йыл россияны» милли премияһы (2008 йыл)[27];
- «Мәскәү алдындағы хеҙмәттәр өсөн» отличие билдәһе (24 сентябрь 2009 йыл) [28];
- Санкт-Петербург Закондар сығарыу Йыйылышының Почёт дипломы (16 сентябрь 2009 йыл)[29].
- «Рәсәйҙең аҡ торналары» халыҡтар дуҫлығы премияһының «Рәсәй ғорурлығы» номинацияһындағы лауреаты һәм ордены, 2016 йыл[30]
Башҡа илдәр
Remove ads
Йәмәғәт ойошмаларында ҡатнашыу
- Полярниктар ассоциацияһы президенты, 1990 йылдан алып.
- Халыҡ-ара Тикшеренеүселәр клубы ағзаһы (АҠШ).
- Британия Король география йәмғиәте ағзаһы.
- Халыҡ-ара гуманитар ярҙам һәм хеҙмәттәшлек фонды рәйестәше.
- «Рәсәй — Әрмәнстан» йәмғиәте ағзаһы.
- РФ Дәүләт думаһы эргәһендәге «Рәсәй парламентарийы» парламент клубы советының рәйесе (2001 йылдан).
- Регби премьер-лигаһы Йәмәғәт советы рәйесе[35].
Уның тураһында
- Филателияла
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads