Протеза
һүҙ башында һуҙынҡы йәки тартынҡы өн өҫтәлеүе From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Протеза (бор. юнан. πρόθεσις алда тороусы, алға ҡуйылыу) — һүҙ башында һуҙынҡы йәки тартынҡы өн өҫтәлеүе, мәҫәлән: укр. вулиця «урам», бел. воблака «болот», лат. spērāre > франц. espérer, исп. esperar «ышанырға». Протетик тартынҡылар сифатында [v], [j], [γ], протетик һуҙынҡы сифатында — [i], [е] сығыш яһай. Фонетик өндәрҙең хасил булыуына төрлө сәбәптәр булыуы мөмкин, атап әйткәндә, протеза әйтелеште еңеләйтеү өсөн ҡулланылырға мөмкин[1][2].
Remove ads
Славян телдәрендә
Белорус телдәрендә
Белорус телендә түбәндәге протетик өндәр бар: бер нисә тартынҡы алдынан өҫтәлеүсән [а], [і] һуҙынҡылары: аржан «ржаной» (арыш), імгла «мгла» (ҡараңғылыҡ), ільвы «львы» (арыҫландар) һәм башҡалар; иренләшкән һуҙынҡылар алдынан [в], [г] тартынҡылары өҫтәлеү: воко «око» (күҙ), вуха «ухо» (ҡолаҡ), гэй «эй» (әй) һ.б.
Рус телендә
Протетик һуҙынҡылар һәм тартынҡылар рус теле диалекттарында бар. Мәҫәлән, көньяҡ-көнбайыш диалекты зонаһында:
- сонор менән бергә тағы бер тартынҡы булған баҫымлы ижек алдында: иржи «ржи», ил’ну «льну»; аржа, ал’ну һ.б.[3]; һирәгерәк протетик [и] танау тартынҡыһы менән бергә килгән икенсе бер тартынҡы алдынан килә: [и]мне, [и]нарвится һ. б.[4];
- протетик [в] о һәм у баштағы һуҙынҡылары алдынан килә: [во]сен', [во]кна, [ву]тка, [ву]чит һәм һ.б.[5];
Ҡайһы бер диалекттарҙа һүҙ башында баҫымлы ижек р йәки л сонор өндәре булған тартынҡылар ҡатнашмаһы алдынан [ъ], [а], һирәгерәк [и], [у], [о] протетик һуҙынҡылары өҫтәлә: [ъ]ржаной, [а]ржаной, [о]ржаной, [у]ржаной һ.б.[6] Был вариант төньяҡ рус диалектының ҡайһы бер һөйләштәрендә генә осрамай[7]
Протетик өндәр ҡайһы бер дөйөм рус һүҙҙәрендә лә осрай: восемь (болг. осъм, лат. octo); яблоня (болг. абълка, лат. abella); ягненой (иск.-слав. агнец)[8][1][2].
Чех телендә
О алдынан протетик [v] күпселек чех диалекттарында осрай[9]: vokno (чех. әҙәби okno «окно»), von (әҙәби on «он»), vocet (әҙәби ocet «уксус») һ. б.
Башҡорт телендә
Башҡорт телендә протеза үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең (башлыса рус теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең) әйтелешен телдең орфоэпик закондарына ҡулайлаштырыу һөҙөмтәһе булып тора. Мәҫәлән,
- һүҙ башында бер нисә тартынҡы йәнәш килһә: рус телендә «шляпа» [шл]япа — башҡортса «эшләпә» [эешл]әпә, «стол» [ст]ол — «өҫтәл» [өҫт] әл;
- һүҙ башында [р], [л] килһә: рус телендә «рожь» [р]ожь — башҡ. [ар]ыш, «лавка» [л]авка — «эләүкә» [эел]әүкә, ғәрәп телендә «рәхәт» [эер] әхәт — башҡорт йәнле һөйләү телендә «эрәхәт» [эер]әхәт һ.б.
Һуңғы осорҙа рус теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә башҡортса‑урыҫса билингвизмдың йылдам үҫеше һөҙөмтәһендә, ҡағиҙә булараҡ, протеза күҙәтелмәй: «стакан», «станция», «шланг», «ручка» һ.б. 2020 йыл 30 октябрь архивланған.
Remove ads
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads