Пучков Виктор Николаевич
совет һәм Рәсәй геологы From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Пучков Виктор Николаевич (17 август 1938 йыл, Тула, РСФСР) — СССР һәм Рәсәй геологы, геология-минералогия фәндәре докторы, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Геология институты директоры. Рәсәй Фәндәр академияһы профессоры (1993), мөхбир ағзаһы (2000). Төбәк геологияһы һәм геотектоникаһы өлкәһендә белгес, 700-ҙән ашыу ғилми хеҙмәттең, шул иҫәптән 50 айырым баҫманың (монографиялар, препринттар, карталар, атластар, юл өйрәткестәр) авторы һәм авторҙашы.
Remove ads
Биографияһы
1938 йылдың 17 авгусында Тула ҡалаһында агрономдар ғаиләһендә тыуа.
1955 йылда Тула ҡалаһының 4-се мәктәбен алтын миҙалға тамамлай[3].
1960 йылда Мәскәү дәүләт университетының геология факультетын отличие менән тамамлай, тарихи геология кафедраһында геологик һүрәткә төшөрөүҙәр һәм файҙалы ҡаҙылмалар эҙләү специальносын ала.
МДУ-ны тамамлағас, Сыктывкарҙа СССР Фәндәр академияһы Коми филиалының Геология институтында, шунан Екатеринбург ҡалаһында СССР Фәндәр академияһы Урал бүлексәһенең Геология һәм геохимия институтында, унан һуң Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Геология институтында эшләй.
1991 йылда РФА Башҡортостан фәнни үҙәге Геология институтының (хәҙер Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Геология институты) директоры итеп һайлана (һәм 4 тапҡыр ҡабаттан һайлана).
Ғилми эштән башҡа шиғырҙар, проза, мемуарҙар яҙа («В Сыктывкаре. Первые годы», «На грани фола», «Прощание с лошадьми»), тәржемә менән шөғөлләнә, музыка яҙа, һүрәт төшөрә (портреттар һәм пейзаждар). Ил буйлап һәм сит илдәрҙә күп сәйәхәт итә: 51 илдә була. Һунар итергә, балыҡ тоторға әүәҫ[4].
Өфөлә йәшәй һәм эшләй.
Remove ads
Ғилми эшмәкәрлеге
В. Н. Пучковтың ғилми тикшеренеүҙәренең төп йүнәлештәре — стратиграфия, тектоника, Уралдың һәм Урта Азияның күрше өлкәләренең геологик үҫеше тарихы һәм геодинамикаһы.
Урал миҫалында неомобилизм идеяларын үҫтерә, бында ул рифт һәм батиаль комплекстарҙы тәү башлап айыра. Уралдың мобилистик нигеҙҙә төҙөлгән беренсе Тектоник картаһының авторы (1977). Тикшеренеүҙәренең йомғаҡтары 2000 йылда «Палеогеодинамика Южного и Среднего Урала» китабында баҫыла, был китап әлеге мәсьәлә буйынса XX быуаттың аҙағындағы иң эре һығымта булып тора. Был эшен дауам итә, һәм 2010 йылда «Геология Урала и Приуралья (актуальные вопросы стратиграфии, тектоники, геодинамики и металлогении)» тигән монографияһы сыға, хеҙмәт 2011 йылда төбәк тикшеренеүҙәре өсөн академик А. Д. Архангельский исемендәге премияға лайыҡ була.
В. Н. Пучков илдә беренсе булып йыйырсыҡлы өлкәләрҙең терриген-кремнийлы комплекстарындағы конодонттарҙы өйрәнә башлай.
Remove ads
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
- 1968 — ғилми хеҙмәттәре өсөн Коми комсомолы премияһы лауреаты
- 1999 — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре
- 1990—1993 — Көньяҡ Каролина университетының адъюнкт-профессоры
- 2011 — Рәсәй Фәндәр академияһының А. Д. Архангельский исемендәге премияһы[5]
- 2012 — II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» миҙалының ордены
Библиография
Төп фәнни хеҙмәттәре:
- Пучков В. Н. Происхождение рифтовых морей // Изв. АН СССР, сер. геол., № ,1964. С. 52-68.
- Пучков В. Н. О проблеме перемещения континентов // Геотектоника, 1965, № 6. С. 95-110.
- Пучков В. Н. Находки конодонтов в Лемвинской зоне Полярного Урала и их стратиграфическое значение // Докл. АН СССР, 1973.
- Пучков В. Н. Рифтогенные окраины континентов и их реликты в палеозоидах Лавразии. Сыктывкар: ИГ КФ АН СССР. 1974. 44 с.
- Пучков В. Н. Структурные связи Приполярного Урала и смежной части Русской платформы. Л.: Наука, 1975. 208 с.
- Пучков В. Н. Батиальные комплексы пассивных окраин геосинклинальных областей. М: Наука, 1979. 260 с.
- Пучков В. Н. Формирование Урало-Новоземельского складчатого пояса результат неравномерной, косоориентированной коллизии континентов // Геотектоника. 1996. № 5. С. 66-75.
- Puchkov V. N. The Paleozoic Geology of Asiatic Russia and adjacent areas // Paleozoic of the World. Amsterdam, London: Elsevier, 1996. P. 3-110
- Puchkov V. N. Structure and geodynamics of the Uralian orogen // Orogeny through time. London, 1997 P. 201—234. (GS Special Publications N 121)
- Пучков В. Н. Палеогеодинамика Южного и Среднего Урала. Уфа: Даурия, 2000. 146 с.
- Пучков В. Н., Иванов К. С. Геология аллохтонных батиальных комплексов Уфимского амфитеатра : Препринт. Свердловск: УНЦ АН СССР, 1982. 61 с.
- Пучков В. Н. Геология Урала и Приуралья (актуальные вопросы стратиграфии, тектоники, геодинамики и металлогении). — Уфа: ДизайнПолиграфСервис, 2010. 280 с.
Художестволы әҫәрҙәре:
- Пучков В. Н. Oт рассвета до заката. Стихотворения. Уфа, ДизайнПолиграфСервис, 2011. 184 с.
- Пучков В. Н. Мои высокие широты, мои далёкие костры (воспоминания геолога). Уфа: ДизайнПресс, 2012. 212 с.
- Пучков В. Н. Отраженья: Стихотворения. Уфа, ДизайнПолиграфСервис, 2015. 96 с.
- Пучков В. Н. Образ жизни — Журнал «Самиздат».
Remove ads
Хәтер
Уның исеме бирелгән:
- Tanaisognathus puchkovi — конодонттар төрө.
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads