Пятков Виктор Евгеньевич

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Пятков Виктор Евгеньевич (5 ноябрь 1929 йыл — 3 сентябрь 2008 йыл) — нефтсе, 1956 йылдан Башҡорт АССР-ының «Октябрьскнефть» промысла идаралығы, 1965—1989 йылдарҙа — Төмән өлкәһе «Юганскнефть» нефть һәм сығарыу идаралығы операторы. КПСС-тың XXVI съезы делегаты (1981), КПСС Үҙәк Комитеты ағзалығына кандидат (1981—1986). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1981). СССР-ҙың нефть сығарыу сәнәғәте отличнигы (1970).

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Remove ads

Биографияһы

Виктор Евгеньевич Пятков 1929 йылдың 5 ноябрендә БАССР-ҙың Бәләбәй кантоны (Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы) Сергеевка ауылында тыуған.

1961 йылда эшсе йәштәр мәктәбен тамамлай, 1963 йылдан Коммунистар партияһы ағзаһы.

Эш урындары: 1945 йылдан — Башҡортостан экстракттар дуплау заводында балта оҫтаһы, 1946—1950 йылдарҙа — Өфө моторҙар заводында металл киҫеүсе, 1955 йылдан — Туймазы ҡалаһында 15-се һанлы төҙөлөш-монтаж участкаһында балта оҫтаһы, 1956 йылдан — «Октябрьскнефть» промысла идаралығының нефть һәм газ сығарыу буйынса операторы, 1965—1989 йылдарҙа — «Юганскнефть» (Төмән өлкәһе) нефть һәм газ сығарыу идаралығында эшләй.

Усть-Балыҡ нефть ятҡылығын эшкәртеүҙә ҡатнаша.

СССР Юғары Советы Президиумының 1981 йылдың 2 мартындағы указы менән етештереп сығарыуҙа ҙур ҡаҙаныштары, унынсы биш йыллыҡтың заданиеларын һәм социалистик йөкләмәләрҙе ваҡытынан алда үтәгәне, хеҙмәт батырлығы күрһәткәне өсөн Пятков Виктор Евгеньевичҡа Ленин ордены менән «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

1981 йылдан алып 1986 йылға тиклем КПСС Үҙәк Комитеты ағзалығына кандидат. КПСС-тың Төмән өлкә комитеты ағзаһы була.

2008 йылдың 3 сентябрендә вафат була. Нефтеюганск ҡалаһының зыяратында ерләнгән[1].

Remove ads

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Иҫкәрмәләр

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads