Рыжов Алексей Андреевич

хужалыҡ эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Рыжов Алексей Андреевич (10 июль 1931 йыл) — газ турбиналы авиация двигателдәре һәм энергетик ҡоролмаларҙың механик- конструкторы, Башҡортостан Республикаһы фәндәр академияһының почетлы академигы (1995), техник фәндәр докторы (1997), БАССР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1975), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машиналар төҙөүсеһе (1995), почетлы авиация двигателдәре төҙөүсеһе (2000).

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Remove ads

Биографияһы

Рыжов Алексей Андреевич[2] 1931 йылдың 10 июлендә БАССР-ҙың Шишмә районы Каветка ауылында тыуған.

1959 йылда Өфө авиация институтын тамамлаған.

Эш урыны: 1950 йылдан алып — Өфөлә 20-се заводта инженер-конструктор, 26-сы тәжрибә конструкторлыҡ бюро бригадаһы начальнигы, 100-се тәжрибә конструкторлыҡ бюро бригадаһында баш конструктор урынбаҫары (1962 й.), генераль конструктор (1983—2000), «Мотор» УКБМ-да баш консультант (2000 йылдан алып). Бер үк ваҡытта Өфө авиация институтында (Өфө дәүләт авиация техник университеты) — профессор.

Рыжовтың фәнни эштәре йүнәлештәре: авиация двигателдәрен эшләү. Ул композициялы материалдарҙан деталдәр эшләү технологияһы менән етәкселек итә; Сухой, Микоян, Яковлевтың тәжрибә-конструкторлыҡ бюролары өсөн Р95-300, РД-9Б, КРД-26, КРДФ-26, Р11-300, Р11Ф2-300, Р25-300 ш. 95, 195, КР-97, КР-21, АЛ-31, РД-33 авиация двигателдәре эшләү буйынса етәкселек итә. Уның етәкселегендә авиация двигателе базаһында электр һәм йылылыҡ энергияһы етештереү өсөн йылылыҡ-энергетик ҡорамал булдырылған.

1989 йылда 504-се Дыуан милли-территориаль һайлау округынан СССР Юғары Советы депутаты итеп һайлана.

Remove ads

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1988),
  • Башҡортостан Республикаһының фән һәм техника өлкәһендәге премияһы (1999).
  • Октябрь Революцияһы ордены (1984),
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1971)
  • Академик Н. В. Чаломея исемендәге миҙал (1987),
  • «Намыҫлы хеҙмәт өсөн. Владимир Ильич Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан» миҙалы,
  • «Рәсәй флотына 300 йыл» миҙалы.
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре,
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе.
Remove ads

Хеҙмәттәре

Рыжов Алексей Андреевич — 100-ҙән ашыу фәнни эш авторы, 29 авторлыҡ танытмаһы һәм патент алған.

  • Проектирование авиационных газотурбинных двигателей. М.: Машиностроение, 2000.
  • Определение оптимальных углов установки входного и направляющих аппаратов изделия // Труды ЦИАМ, 1985.
  • Из опыта доводки камер сгорания ГТД на повышенный ресурс // Авиационная промышленность. — 1987. — N 1

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads