18 октябрь
көнө From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
18 октябрь — григориан стиле буйынса йылдың 291-се көнө (кәбисә йылында 292-се). Йыл аҙағына тиклем 74 көн ҡала.
← октябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | ||
6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 |
13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 |
20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 |
27 | 28 | 29 | 30 | 31 | ||
2025 йыл |
Remove ads
Төбәк байрамдары
Ҡалмыҡ Республикаһы: Республика көнө.
Польша: Почтальон көнө.
Тарихи ваҡиғалар
- 1667: Бруклин ҡалаһына нигеҙ һалына.
- 1723: Крондштадт ҡәлғәһенә нигеҙ һалына.
тулы исемлек
- 1867: Рәсәй империяһы Алясканы АҠШ-ҡа бирә.
- 1892: Беренсе коммерция телефон линияһы үткәрелә.
- 1896: «Нью-Йорк Джорнел»да тәүге комикстар сыға.
- 1914: Бер һыу аҫты кәмәһе икенсе һыу аҫты кәмәһе тарафынан тәүге тапҡыр батырыла.
- 1916: Амур йылғаһы аша Хабаровск күпере сафҡа индерелеп, Себер тимер юлы төҙөлөп бөтә.
- 1920: Башҡортостан өлкә комсомол ойошмаһы төҙөлә.
- 1920: Мәскәүҙең Матбуғат йортонда пролетар яҙыусыларҙың I Бөтә Рәсәй съезы асыла.
- 1921: Совет Рәсәйе составында Ҡырым автономияһы ойошторола, ул 1945 йылда Ҡырым өлкәһе итеп үҙгәртелә, 1954 йылдан Украина ССР-ы составында, 1991 йылдан — Ҡырым Автономиялы Республикаһы. 2014 йылдың 18 мартынан — Рәсәй Федерацияһының Ҡырым Республикаһы.
- 1922: Британияның «BBC» радио корпорацияһы эш башлай.
- 1924: СССР Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡара сәсәктән мотлаҡ прививка эшләтеү тураһында декрет ҡабул итә.
- 1941: Токиола СССР разведчигы Рихард Зорге ҡулға алына.
- 1951: СССР йәҙрә ҡоралын һынау үткәрә.
- 1991: СССР Юғары Советы Президиумының һуңғы ултырышы була.
Remove ads
Был көндө тыуғандар
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Миллер Герард Фридрих (1705—11.10.1783), Рәсәй империяһының ғалим-тарихсыһы, профессор (1731). Урал аръяғы башҡорттары, 1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышы һәм Салауат Юлаев, Юламан Ҡушаев, Ҡаранай Моратов тураһындағы тарихи материалдар авторы. Сығышы менән хәҙерге Германияның Төньяҡ Рейн-Вестфалия ерендәге Херфорд ҡалаһынан.
- Рабовалюк Михаил Иванович (1915—10.02.1945), 1939—1940 йылдарҙағы совет-фин һуғышында ҡатнашҡан һәм Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир, уҡсылар полкының 45 миллиметрлы пушкалар взводы командиры, лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1945, үлгәндән һуң).
тулы исемлек
- Платонов Анатолий Иванович (1930—17.12.2001), рәссам. 1955—1984 йылдарҙа Башҡортостан ижади художество комбинаты хеҙмәткәре. 1961 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1990). Сығышы менән хәҙерге Владимир өлкәһенең Ковров ҡалаһынан.
- Исламов Дәүләтша Шайморат улы (псевдонимы Дәүләт Исламов; (1935—7.09.1991), мари шағиры, журналист һәм тәржемәсе. Мари Республикаһының гимн һүҙҙәре авторы. 1977 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шаран районы Яңы Байгилде ауылынан.
- Токарев Пётр Михайлович (1945—29.09.2012), йырсы, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1975—2000 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1995).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Сабитов Альберт Миҙхәт улы (1936), селекционер-ғалим. 1966—2011 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты Шишмә тәжрибә-производство хужалығының ғилми хеҙмәткәре, 1976 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1986 йылдан — лаборатория мөдире. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1982). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған агрономы (1987). Сабир Ҡунаҡбаев исемендәге премия лауреаты (2001). Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Ҡарғалы ауылынан.
- Аптулманов Алексей Аптулманович (1941), ауыл хужалығы һәм муниципаль орган хеҙмәткәре. 1990 йылдан Мишкә район советы башҡарма комитеты рәйесе, 1992—2003 йылдарҙа район хакимиәте башлығы. Башҡорт АССР-ының ун икенсе саҡырылыш Юғары Советы, Башҡортостан Республикаһының беренсе (1995—1999) һәм икенсе (1999—2003) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы, райондың Яныш Ялкайн исемендәге премияһы лауреаты. Сығышы менән Изимари ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Татаринов Дмитрий Иванович (1877[1]—25.07.1956), ғалим-терапевт, йәмәғәтсе. 1934 йылдан Башҡортостан дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1936—1956 йылдарҙа госпиталь терапияһы кафедраһы мөдире. РСФСР-ҙың 1-се (1938—1947) һәм 2-се (1947—1951) саҡырылыш Юғары Советы депутаты. 1924—1932 йылдарҙа Өфө табиптар йәмғиәте, 1939—1951 йылдарҙа Терапевтарҙың Бөтә Союз ғилми медицина йәмғиәтенең Башҡортостан филиалы рәйесе. Медицина фәндәре докторы (1905), профессор (1934). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1940), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1944), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1944).
- Крылова Елизавета Николаевна (1912—12.05.1994), музыкант-пианист, педагог. 1938 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры концертмейстеры, 1966—1974 йылдарҙа Өфөләге 2-се педагогия училищеһы уҡытыусыһы. Мәскәүҙә башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнашыусы (1955). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1953). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1955). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Балтина Лидия Ашрафовна (1947), ғалим-химик-органик. 1971 йылдан Органик химия институтының ғилми хеҙмәткәре, 1980—1984 йылдарҙа ғилми секретарь, 1996 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр, бер үк ваҡытта 1999 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, 2004 йылдан — Республика экспертизалар тикшеренеү ғилми-консультация үҙәге эксперты. Химия фәндәре докторы (1995), профессор (2002). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2003). Сығышы менән Туймазы ҡалаһынан.
- Золотарёв Фёдор Викторович (1947), сәнәғәт, партия һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре. 1966 йылдан (өҙөклөктәр менән) Салауат нефть химияһы комбинатының яуаплы хеҙмәткәре; 1977 йылдан КПСС-тың Салауат ҡала комитеты инструкторы; 1981 йылдан Салауат нефтебазаһы директоры; 1988 йылдан ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, 1993—2005 йылдарҙа — ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе (2005), Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1998). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы Александровка ауылынан.
- Аҙнаҡаева Рәйлә Шәрәфи ҡыҙы (1952), йырсы, педагог. 1983 йылдан Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы һәм бер үк ваҡытта 1997 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, доцент. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1992).
- Ҡоҙабаева Мәүлиҙә Сәлимйән ҡыҙы (1957), педагог. 1981 йылдан Хәйбулла районы мәктәптәре, шул иҫәптән 1990—2013 йылдарҙа Фёдоровка мәктәбе уҡытыусыһы. Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы (1995) һәм Башҡортостандың мәғариф (2007) отличнигы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районы Ергән ауылынан.
- Ноғаманов Юнир Ғаяз улы (1982), бейеүсе. 1998 йылдан (өҙөклөк менән) Нефтекама дәүләт филармонияһының «Тәңгәүер» бейеү ансамбле солисы, 2009 йылдан — ансамбль етәксеһе, бер үк ваҡытта 2007 йылдан Башҡорт дәүләт университеты Нефтекама филиалының «Прикамье» халыҡ бейеү ансамбле репетиторы. 2003—2005 йылдарҙа Рәсәй Армияһында хәрби хеҙмәттә, «Красная звезда» йыр һәм бейеү ансамбле бейеүсеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2009). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Архангел районы Ҡыҙғы ауылынан.
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Был көндө вафат булғандар
Йыл көндәре
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads