Рәсәй Олимпия уйындарында

Олимпия уйындарында Рәсәйҙең ҡатнашыуы From Wikipedia, the free encyclopedia

Рәсәй Олимпия уйындарында
Remove ads

Рәсәй 9 йәйге һәм 6 ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнашҡан.

Ҡыҫҡа факттар Код МОК, НОК ...
Thumb
Рәсәйҙең Олимпия уйындарында тәүге ҡатнашыуына бағышланған РФ Үҙәк Банкының тәңкәһе.

1896 йылғы беренсе Олимпия уйындарында Рәсәй вәкиле генерал Бутовский Халыҡ-ара Олимпия комитетына ингән булһа ла, рәсәй спортсылары уйындарҙа ҡатнашмаған булған әле. Рәсәй 1900 йылда Париж йәйге олимпиадаһында тәүге тапҡыр ҡатнашҡан. Рәсәй спортсыларынан 1908 йылда IV Лондон Олимпиадаһында иң беренсе олимпия алтын миҙалын фигурист Николай Александрович Панин-Коломенкин яулаған[1].

СССР йәйге уйындарҙа Хельсинкиҙа 1952 йылда үткән Олимпиаданан, ҡышҡы уйындарҙа — Кортина-д’Ампеццоҙа 1956 йылда үткән Олимпиаданан башлап ҡатнашҡан.

СССР тарҡалғандан һуң, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенең СНГ башҡа илдәре кеүек, Рәсәй спортсылары ла, 1992 йылдағы Барселоналағы Йәйге Олимпиада һәм Альбервилдәге Ҡышҡы Олимпиадала дөйөм флаг аҫтында берләштергән командала, ә 1994 йылдан башлап Лиллехаммерҙағы Ҡышҡы Олимпиадала — үҙ флагы аҫтындағы айырым командала ҡатнаша.

Рәсәй Федерацияһы флагы аҫтында спортсылар йәйге олимпиадала 451 миҙал һәм ҡышҡы уйындарҙа 124 олимпия миҙалын ота. Шулай итеп, барлығы һуңғы ун бер Олимпиадала 575 миҙал, шуларҙан 200 алтын миҙал, яуланы.

СССР-ҙа, 1976 йылда йәйге Уйындарға уңышһыҙ ғариза биргәндән һуң, бер Олимпия уйындары — XXII йәйге Олимпиада Мәскәү ҡалаһында 1980 йылда үткән. Олимпиада-1980-дең ҡайһы бер ярыштары. Ленинградта, Мытищиҙа, шулай уҡ РСФСР-ҙан ситтә, Киевта, Минскиҙа, Таллиннда үткәрелә.

Совет осоронан һуңғы Рәсәйҙә XXII Ҡышҡы олимпия уйындары 2014 йылдаСочиҙа үтте. Мәскәү 2012 йылғы йәйге Олимпиадаға, шулай уҡ Санкт-Петербург 2004 һәм 2016 йылдарҙағы йәйге олимпия уйындарын үткәреүгә дәғүәһе уңышһыҙ булғайны.

Remove ads

Миҙалдар иҫәбе

30 ноября 2017 торошло

Йәйге спорт төрҙәре буйынса миҙалдар

Thumb
«Рәсәй Олимпия быуаты» РФ Үҙәк Банкыһы тәңкәһе
Ентеклерәк мәғлүмәт Барлығы ...

Ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса миҙалдар

Ентеклерәк мәғлүмәт Бөтәһе ...

Йәйге спорт төрҙәре буйынса миҙалдар

Thumb
Монета ЦБ РФ «Рәсәйҙең Олимпия быуаты»
Ентеклерәк мәғлүмәт Вид спорта, Барлығы ...

Ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса миҙалдар

Ентеклерәк мәғлүмәт Спорт төрө, Барлығы ...
Remove ads

Байраҡсылар

Ҡышҡы Олимпия уйындары[2]

Ентеклерәк мәғлүмәт Олимпия уйыны үткән йыл, Исеме Фамилияһы ...

Йәйге Олимпия уйындары[3]

Ентеклерәк мәғлүмәт Олимпия уйыны үткән йыл, Исеме Фамилияһы ...

Александр Карелин — өс Олимпия уйынында өс төрлө флаг йөрөткән: СССР флагын, Берләшкән команданың олимпия һәм Рәсәй флагтарын[4] йөрөткән донъялағы берҙән-бер спортсы.

Remove ads

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Рәсәй Паралимпия уйындарында
  • Рәсәй Универсиадаһында
  • Олимпия уйындарының Рәсәй байраҡсылары исемлеге

Иҫкәрмәләр

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads