Сабиров Мөхәммәт Ғәлләм улы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Сабиров Мөхәммәт Ғәлләм улы (29 март 1932 йыл — 9 март 2015 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең дәүләт эшмәкәре. 1989 йылдан Татар АССР-ы Министрҙар Советы рәйесе, 1990—1995 йылдарҙа Татарстан Республикаһының премьер-министры.
Remove ads
Биографияһы
Мөхәммәт Ғәлләм улы Сабиров 1932 йылдың 29 мартында Башҡорт АССР-ының Кушнаренко районы Яңы Ҡормаш ауылында тыуған. 1936 йылда ғаиләһе Кушнаренко ауылына күсенә, унда ул башланғыс һәм урта мәктәбендә белем алған.
1955 йылда Өфө нефть институтының «Нефть һәм газ скважиналарын быраулау» һөнәре буйынса «тау инженеры» исемен алып сыға. Шул уҡ йылда 2-се «Әлмәтбурнефть» быраулау контораһында бураусы, артабан өлкән инженер, етештереү-техник бүлеге начальнигы урынбаҫары, трестың парком секретары булып эшләй. 1958 йылда КПСС-ҡа инә. 1965 йылда КПСС-тың Әлмәт ҡала комитеты икенсе секретары итеп һайлана.
1968 йылдан алып 1981 йылға тиклем — «Востокмонтажгаз» тресы идарасыһы, 1981—1984 йылдарҙа «Татнефтестрой» берекмә начальнигы булып эшләй. 1983 йылда СССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы Халыҡ хужалығы академияһын тамамлай.
1984 йылда ТАССР Хөкүмәтенә эшкә саҡырыла, Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары вазифаһын биләй. ТАССР Юғары Советы депутаты итеп һайлана (1985—1989). 1989 йылда ТАССР Министрҙар Советы рәйесе итеп тәғәйенләнә. 1990 йылдан алып Татарстан суверенитет өсөн әүҙем сығыш яһай, республика суверенитеты нигеҙендә иҡтисади үҙаллылыҡ ятырға тейеш тип һанай.
1990−1995 йылдарҙа — Татарстан Республикаһының Премьер-министры.
Рәсәй Федерацияһы Юғары Советы депутаты итеп һайлана (1990—1993). 1995—1999 йылдарҙа — Татарстан Республикаһы халыҡ депутаты, Татарстан Республикаһы Дәүләт Советы Президиумы ағзаһы. 1998 йылда Татарстан Республика партияһы рәйесе итеп һайлана. Ошо уҡ йылда уның кандидатураһы республика парламенты рәйесе вазифаһына күрһәтелә, әммә М. Ғ. Сабиров, Яр Саллы ҡалаһы мэры Рәфғәт Алтынбаевты үҙ урынына тәҡдим итә. Ул ваҡыттағы Татарстан президенты Минтимер Шаймиев был вазифаға Фәрит мөхәмәтшинды тәҡдим итә.
«Туган җир — Родная земля» Татарстан халыҡтарының тарихи-мәҙәни мираҫының йәмәғәт фондын етәкләй.
Remove ads
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены[1]
- «Почёт Билдәһе» ордены[2]
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены[3]
- СССР-ҙың Миннефтегазстрой отличнигы (1978)
- Татар АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1982)
- «Татарстан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены (2012)
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads