Самарий

From Wikipedia, the free encyclopedia

Самарий
Remove ads

Самарий (лат. Samarium, Sm) — Менделеевтың периодик таблицаһының 6-сы осор элементы. Тәртип номеры — 62. Лантаноидтар төркөмөнән. Ябай матдә самарий — ҡаты металл, аҡ төҫтә.

Ҡыҫҡа факттар Кем хөрмәтенә аталған, Барлыҡҡа килгән, эшләнгән ...
Remove ads

Символы

Самарий элементының символы — Sm (Самарий тип уҡыла).

Тарихы һәм атаманың килеп сығышы

Элемент самарскит минералынан айырып алынған ((Y,Ce,U,Fe)3(Nb,Ta,Ti)5O16). Был минерал 1847 йылда урыҫ тау инженеры, полковник В. Е. Самарский-Быховец хөрмәтенә аталған (шул минерал өлгөһөн тикшеренеүгә алырға рөхсәте өсөн немец химигы Генрих Роза тәҡдиме буйынса)[7]. Самарскитта яңы, бығаса билдәле булмаған француз химик элемент табылған спектроскоп ысулы менән 1878 йылда Делафонтен һәм 1879 йылда Лекок де Буабодран тарафынан табылған. Был 1880 йылда швейцария химигы Ж. де Мариньяк асыш булыуын раҫлай . Элемент минерал буйынса самарий тип атала; был тарихта ысын кеше исеме бирелгән тәүге осраҡ, шуғаса мифологик персонаждар исеме ҡушыла торған булған[8][9]. Тәүге тапҡыр таҙа самарий ХХ быуат башында ғына бүлеп алына.

Remove ads

Тәбиғәттә

Ер ҡабығында самарий йөкмәткеһе — 8 г/т, океан һыуҙарында — 1,7·10−6 мг/л[10].

Ятҡылыҡтары

Самарий лантаноидтар составына инә, уларҙың ятҡылыҡтары Ҡытай, АҠШ, Ҡаҙағстан, Рәсәй, Украина, Австралия, Бразилия, Һиндостан, Скандинавия дәүләттәрендә табылған.

Сығарып алыу

Металлик самарий етештереү структураһына һәм иҡтисади күрһәткестәргә ярашлы рәүештә, металлургия һәм электролитик ысулдар менән алына. Донъяла самарий сығарып алыу бер нисә йөҙ менән тонна тип баһалана, күбеһе монацит ҡомдан ион алмаштырыу ысулдары менән сығарыла.

Хаҡы

Самарий хаҡы таҙалығы 99-99,9 % 1 ҡойолмаларында 1 килограмы өсөн 50-60 доллар тирәһендә тирбәлә.

2014 йылда 25 грамм 99,9 % таҙалыҡ самарийҙы 75 евроға һатып алырға мөмкин булған.

Remove ads

Физик үҙенсәлектәре

Самарий металы — тышҡы күренеше менән ҡурғашҡа, ә механик үҙенсәлектәре буйынса — цинкҡа оҡшаған.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads