Скандинавия
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Скандина́вия (дан. һәм швед. Skandinavien, норв. Skandinavia) — Европаның төньяғында урынлашҡан һәм үҙ эсенә Скандинавия һәм Ютландия ярымутрауҙарын һәм эргә-тирәләге утрауҙарҙы үҙ эсенә алған тарихи-мәҙәни өлкә. Традицион рәүештә Скандинавияға өс дәүләт — Швеция, Норвегия һәм Дания инә. Географик мәғәнәлә Скандинавия төшөнсәһе ҡайһы берҙә Скандинавия ярымутрауына синонимлы булып тора[1]. Скандинавия киң мәғәнәлә шулай уҡ Финляндияны, Исландияны һәм Атлантик океандың төньяғындағы ҡайһы бер утрауҙарын үҙ эсенә ала[2], һәм «Төньяҡ Европа илдәре» (швед. Norden, ингл. Nordic countries) төшөнсәһенә яҡынлай.
Remove ads
Тарих
Скандинавия төбәге үҙенең көньяҡ өлөшөндә (Ютландия ярымутрауында һәм Скандинавия ярымутрауының көньяҡ осонда) б.э.т. XIV быуаттан алып боронғо германдарҙың ата-бабалары — Хәрби балталары мәҙәниәте вәкилдәре йәшәгән[3]. Артабанғы төбәкте колонизациялау б.э. 1-се мең йыллыҡ аҙағында булған викингтарҙың диңгеҙ походтарына бәйле; был осорҙа Исландияла кешеләр урынлаша башлай. 1397—1523 йылдарҙа Скандинавия дәүләттәре Кальмар унияһына берләшәләр.
Remove ads
Тел

Скандинавия илдәренең телдәре — дат, норвег һәм швед телдәре уртаҡ боронғо скандинавия теленән барлыҡҡа килгәндәр һәм герман телдәре төркөмөнөң төньяҡ тармағына ҡарайҙар.
Төбәктең төньяғында фин һәм саам телдәрендә һөйләшеүселәр йәшәй.
География
Скандинавия географиһы күп төрлө. Бында норвег фьордтары, Скандинавия тауҙары, Данияның уйһыулы өлкәләре, архипелагтар бар. Швецияла Боҙланыу осоронан ҡалған күлдәр күп.
Климат төньяҡтан көньяҡҡа ҡарай үҙгәрә. Көнбайыш Европаға хас булған диңгеҙ климаты Данияла, Швецияның көньяғына һәм Норвегияның көнбайыш яр буйында өҫтөнлөк итә. Был ерҙәрҙә яуым-төшөмдәр бик йыш була һәм Норвегияның ҡайһы бер өлкәләрендә 5 000 мм-ға барып етә. Үҙәк өлөштә — Ослонан Стокгольмға тиклем — дымлы континенталь климат өҫтөнлөк итә, ә төньяҡта субарктик климаты хакимлыҡ итә.
Скандинавияла теркәлгән иң юғары температура +38,0 °C (Малилль, Швеция)[4], ә теркәлгән иң түбән температура −52,5 °C (Вуоггачольм, Швеция) тәшкил итә.
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads