Семёнов Николай Николаевич

From Wikipedia, the free encyclopedia

Семёнов Николай Николаевич
Remove ads

Николай Николаевич Семенов (3 (15) апрель 1896 йыл — 25 сентябрь 1986 йыл) — Рәсәй империяһы һәм СССР физигы һәм химигы, педагог, химик физикаға нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Химик кинетика үҫешенә ҙур өлөш индерә.

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...

СССР Фәндәр академияһы академигы (1932 йыл; 1929 йылдан мөхбир ағзаһы), совет ғалимдарынан химия буйынса берҙән-бер Нобель премияһы лауреаты (1956 йылда Сирил Хиншелвуд менән берлектә). Ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы.

Remove ads

Биографияһы

Николай Николаевич Семенов 1896 йылда Һарытау>ҙа, Елена Александровна менән Николай Александрович Семеновтар ғаиләһендә тыуа. 1913 йылда Һамар реаль училищеһын тамамлай, исеме алтын таҡтаға индерелә.

Файл:Vikarmilov.jpg
В. И. Кармилов, Н. Н. Семеновтың уҡытыусыһы һәм дуҫы

Училищеның етенсе класында (1912—1913 йй.) уның физика уҡытыусыһы Ҡазан университетының Физика-математика факультетын таммалаған Владимир Иванович Кармилов була. Ул йәш Семеновтың ғүмерен фәнгә бағышларға ынтылыуын хуплай һәм артабанғы йылдарҙа ла уның менән дуҫ булып ҡала. 1913 йылдың июлендә Семенов Петроград университетының физика-математика факультетына уҡырға инә. Атаһы, элекке офицер, улын хәрби карьераһын һайлар тип өмөтләнә, һәм Николайҙың университетҡа инеүе ғаиләне икегә бүлә, атай менән ул араһында бер нисә йылға һуҙылған аңлашмаусылыҡҡа килтерә. Семенов икенсе курстан уҡ А. Ф. Иоффе етәкселегендә фән менән шөғөлләнә башлай, газ разрядтарында электрон бәрелеш тәьҫирендә атомдар һәм молекулаларҙың ионлашыуы буйынса бер нисә эш башҡара. Университетты 1917 йылда тамамлай, беренсе дәрәжә дипломға эйә була һәм университетта профессор стипендиаты (аспирантура аналогы) итеп ҡалдырыла.

1918 йылдың яҙында ата-әсәһе эргәһенә Һамарға каникулға ҡайта һәм Чехословакия корпусы фетнәһенә эләгә. 1918 йылдың июнендә Һамарҙа власть эсерҙарҙың Комучҡа (Ойоштороу йыйылышы ағзалары комитетына) күсә. Июлдә Семен аҡ гвардия халыҡ армияһына доброволец булып бара[10], артиллерияла батареяһында коновод булып хеҙмәт итә. 3 аҙна хеҙмәт иткәс, атаһының ҡаты ауырыуы (тиҙҙән ул вафат була) тураһында хәбәр ала һәм ялған ҡайтыуға өлгәшә. Һамарҙа «яңы ойошторолған Өфө батареяһына күсеүгә өлгәшә», әммә яңы хеҙмәт урынына китеп барғанда ҡаса һәм һуғышҡа шарттарында иң яҡын булған университет ҡалаһы Томскиға китә. Яҡынса ике йыл, 1918 йылдың сентябренән 1920 йылдың мартына тиклем (өҙөклөктәр менән), ғалимдар Томск университетында һәм Томск технология институтында эшләй[11]. 1919 йылда Колчак армияһына мобилизациялана һәм тәүҙә Томск артиллерия дивизионына эләгә, һуңынан, университет профессорҙарының юллауы һөҙөмтәһендә радиобатальонға күсерелә һәм Технология институтына командировкаға ебәрелә, унда ғилми тикшеренеүҙәрен дауам итә. 1919 йылдың декабрендә Томск Ҡыҙыл Армия ҡулына күсә, радиобатальон да уның составына инә. Томск коменданты ҡарары менән Семенов хеҙмәттән бушатыла һәм фәнни-уҡытыусылыҡ эшен дауам итә.

Thumb
Капица (һулда) һәм Семенов (уңда). Кустодиевтың эше, 1921 й.
Remove ads

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads