Серебрянников Александр Георгиевич

Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Серебрянников (Серебренников) Александр Георгиевич (1 июнь 1904 йыл — 8 июль 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, уҡсылар полкының взвод командиры ярҙамсыһы, гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (27.08.1943, үлгәндән һуң).

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Remove ads

Биографияһы

Александр Георгиевич Серебрянников (Серебренников)[1] 1904 йылдың 1 июнендә[2]Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Белорет районы Йүрүҙән станцияһында (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районының Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылында) эшсе ғаиләһендә тыуған.

Урыҫ. Башланғыс белем ала. Верхнеурал ҡалаһында быйма баҫыусы була, Белорет ҡалаһында аяҡ кейемдәре артелендә эшләй. 1942 йылда Белорет район хәрби комиссариаты тарафынан армияға саҡырыла.

1942 йылдың майынан хәрәкәт итеүсе армияла. 1943 йылдан ВКП(б) ағзаһы.

25-се гвардия уҡсылар полкының взвод командиры ярҙамсыһы (6-сы гвардия уҡсылар дивизияһы, 13-сө армия, Үҙәк фронт), гвардия өлкән сержанты Серебрянников Орел-Курск йүнәлешендәге һуғыштарҙа батырлыҡ күрһәтә. Яуҙа һәләк була.

Курск өлкәһенең Поныров районы Ольховатка ауылында ерләнгән[3][4].

Remove ads

Батырлығы

1943 йылдың 7 июлендә Орел-Курск йүнәлешендәге һуғыштарҙа дошмандың ҙур һөжүмен кире ҡаҡҡҡанда ғәҙәттән тыш батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Взвод командиры ҡаты яралана, киҫкен хәл килеп тыуа. Серебрянников үҙ инициативаһы менән взвод менән командалыҡты ҡабул итә һәм дошмандың аяуһыҙ һөжүмен кире ҡағыу буйынса етәкселек итә. Был алышта шәхсән 50-нән ашыу автоматсыны юҡ итә, үҙенең взводы менән дошмандың 8 атакаһын кире ҡаға . Автоматсылар төркөмө 8-се уҡсылар ротаһының траншеяларына үтеп инеүгә өлгәшә, гвардия өлкән сержанты Серебрянников взводты контратакаға күтәрә, дошманды юҡ итә. Ике тапҡыр яралана, һуғыш яланынан китмәй һәм ғүмеренең һуңғы минутына тиклем взвод менән етәкселек итә. Һуңғы һөжүмде кире ҡаҡҡанда һәләк була.

СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 27 авгусындағы указы менән Серебрянников Александр Георгиевичҡа үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.

Remove ads

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Хәтер

  • Герой исеме менән Белорет ҡалаһында бер урам аталған. 1965 йылдың декабрендә Белорет ҡалаһының урта мәктәп бинаһы (хәҙер — 17-се гимназия) эргәһендә А. Г. Серебрянниковҡа һәйкәл асыла[6].
  • Хәрби Печи ҡаласығында Герой исеме менән урам аталған (Борисов ҡалаһы, Минск өлкәһе, Беларусь Республикаһы). Гвардия өлкән сержанты Серебрянниковтың һәйкәле Ровен 6-сы гвардия уҡсылар дивизияһының (хәҙер прапорщиктар һәм кесе белгестәр әҙерләү буйынса 72-гвардия берләштерелгән уҡыу үҙәге) Советтар Союзы Геройҙары иҫтәлегенә ҡуйылған комплекстың өлөшө булып тора
Remove ads

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Әҙәбиәт

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads