Серков Андрей Игнатьевич
Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Серков Андрей Игнатьевич (1 август 1919 йыл — 2 ғинуар 1944 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир. Уҡсылар полкы бәйләнеш ротаһының телефонсылар взводы командиры, кесе лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1944, үлгәндән һуң).
Remove ads
Биографияһы
Андрей Игнатьевич Серков 1919 йылдың 1 авгусында Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Преображенск заводы ауылында (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы Йылайыр ауылы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
Урыҫ. 1943 йылдан ВКП(б) ағзаһы. 5 синыфты һәм киномеханиктар курсын тамамлаған. Кинотеатрҙа эшләгән.
1939 йылда Ҡыҙыл Армия сафына алына. 1942 йылдың июненән Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында.
Кесе лейтенант Серков 1944 йылдың 2 ғинуарында Глыбочка ауылы (Киев өлкәһе, Белоцерков районы) янында батырлыҡ күрһәтә. Яуҙа һәләк була.
Белоцерков районы Фурсы ауылында ерләнә. Йылайыр ауылының кинотеатр бинаһында мемориал таҡта ҡуйылған, Геройҙың исемен был ауылдың мәктәбе һәм урамы, шулай уҡ Белая Церковь ауылының 6-сы мәктәбе йөрөтә.[1].
Remove ads
Батырлығы
78-се уҡсылар полкы элемтә ротаһының телефон взводы командиры (74-се уҡсылар дивизияһы, 40-се армия, 1-се Украина фронты) кесе лейтенант Серков 1944 йылдың 2 ғинуарында Глыбочка ауылы (Киев өлкәһе Белоцерков районы) янында дошман уты аҫтында боҙолған бәйләнеште тергеҙә һәм дошман һөжүмен кире ҡағыуҙа ҡатнаша. Ҡаты яралана, әммә һуғышыуын дауам итә. Дошман танкыһы янына гранаталар бәйләме менән шыуышып килеп уны шартлата. Серков ошо алышта һәләк була[2][3].
1944 йылдың 25 авгусында үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
Remove ads
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Советтар Союзы Геройы
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы (25.08.1944)[2];
- Ленин ордены (25.08.1944);
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (23.10.1943)[4];
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (17.02.1943)[5].
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads