Сермән

Башҡортостан Республикаһының Белорет районындағы ауыл From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Сермән (боронғо исемдәре Аҡкөсөк, Ҡормашты; рус. Серменево) — Башҡортостан Республикаһының Белорет районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 2018 кеше[4]. Почта индексы — 453521, ОКАТО коды — 80211843001.

Ҡыҫҡа факттар Дәүләт, Административ үҙәге ...

Remove ads

Транспорт

Ауыл аша Р316 Стәрлетамаҡ — Белорет — Магнитогорск автомобиль юлы үтә.

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Белорет): 23 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сермән): 5 км

Тарихы

Ауылға ҡасан нигеҙ һалынғаны тураһында аныҡ мәғлүмәт юҡ, шулай ҙа урындағы зыяратың ҡәбер ташына уйылған «1702 йылда Сермән ауылында Стәрлетамаҡ сауҙагәре Ғиләз ерләнгән» тигән яҙыу ниндәйҙер мәғлүмәт бирә һымаҡ. Әммә күрһәтелгән йылда Стәрлетамаҡ булмаған – был ҡала Ашҡаҙар пристане янында 1766 йылда ғына барлыҡҡа килә. Шуның өсөн, ташта уйылған яҙыуҙың дөрөҫ уҡылмауы йәки башҡа Стәрлетамаҡ тураһында әйтелеүе ихтимал.

1795 йылда үткән V Рәүиз яҙмаларында ауылдың исеме Сермән тип бирелә, икенсе исеме Аҡкөсөк тип бирелә. Ул осорҙа ул Ҡатай башҡорттарының иң ҙур ауылы булып тора: 60 хужалыҡта 205 ир-ат, 200 ҡатын-ҡыҙ тора.

Ауыл ике өлөштән тора - бер яғы Сермән, икенсе, Белорет ҡалаһы яғына ҡараған осо - Аҡкөсөк тип аталған. ХХ быуат аҙағында ике ауыл киңәйә барып, ҡушылған. Был атамалар ҡайҙан килеп сыҡҡан һуң? Урындағы халыҡта йөрөгән риүәйәт буйынса, ауылға Аҡкөсөк исемле кеше нигеҙ һалған; ауылдың урынын уның атаһы Сермән һайлап алған, ти.

Ауылды нигеҙлеүсе кешенең исеме тарихи документтарҙа ла раҫлана – Аҡкөсөк Таһиров 1773 —1775 йылдарҙағы Крәҫтиән һуғышында ҡатнашыусы булараҡ сығанаҡтарҙа иҫкә алына ( "Документы ставки Пугачева", "Крестьянская война 1773—1775 гг. на территории Башкирии" йыйынтыҡтары). Ауыл ошо кешенең хөрмәтенә аталыуы шулай уҡ уның ғәскәри төркөмөнә ингән Абузар Абдулғайыр тарафынан Кинйә Арыҫланов исеменә яҙған рапорттала ла әйтелә. Был рапоррта Аҡкөсөк ауылы телгә алына; был ауылда тороусы Батыр Бәпәйев менән Ураҙгилде Имәнғоловты карателдәр әсирлеккә алған, тип белдерелә.

Ауылды нигеҙләүсенең улы Хоҙайбирҙе Аҡкөсөков исеме лә билдәле.

Ауылдың өсөнсө исеме Ҡормашты булған.

Бәләкәй Башҡортостан осоронда Сермән Тамъян-Ҡатай кантонының үҙәге була. [5].

Билдәле шәхестәре

  • Абыҙбаев Ибраһим Хафиз улы (1901—1937) — Башҡорт АССР-ының мәғариф халыҡ комиссары (1937).
  • Аҡкөсөк Таһиров1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашҡан Ҡатай улусы башҡорт старшинаһы.
  • Дауытов Шаһиәхмәт Мөхәмәтдин улы (1894—1937) — дәүләт эшмәкәре. 1927 й. алып Башҡорт АССР-ының социаль тәьминәт һәм игенселек буйынса халыҡ комиссары.
  • Исмәғилев Заһир Ғариф улы — композитор, БАССР-ҙың (1963), РСФСР-ҙың (1968) һәм СССР-ҙың (1982) халыҡ артисы.
  • Ишмөхәмәтов Кинйәбай Хәйретдин улы (1894—1937) — башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре. Башҡорт АССР-ының һаулыҡ һаҡлау буйынса халыҡ комиссары.
  • Ҡаһирова (Сафина) Зоя Шири (Ширияздан) ҡыҙы (27.09.1935—02.2019), педагог, СССР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, РСФСР һәм БАССР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы, 2003 йылда «Рәсәйҙең иң яҡшы кешеләре» тигән ике томлыҡ энциклопедияға индерелгән.
  • Муллағәлләмов Марат Сабит улы (1930), партия, дәүләт һәм хужалыҡ органдары ветераны, йәмәғәт эшмәкәре. 1962 йылдан партия органдары хеҙмәткәре, 1965 йылдан — хеҙмәтсәндәр депутаттарының Стәрлетамаҡ ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе, 1979—1986 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары; 1997—2015 йылдарҙа Республика һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары советы рәйесе. Башҡорт АССР-ының 8—12 се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре (2000), өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1976, 1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары, «Башҡортостан Республикаһында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» отличие билдәһе (2010) кавалеры. Стәрлетамаҡ ҡалаһының почётлы гражданы[6].
  • Мулдашев Альберт Әкрәм улы (25.08.1954) — ботаник. Биология фәндәре кандидаты (1983). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған экологы (2005).
  • Мулдашев Эрнст Рифғәт улы — донъяға билдәле офтальмолог.
  • Түләбаев Мөхәмәт Усман улы (1945 т.) — ҡурайсы. БАССР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1986).
  • Харрасов Мөхәмәт Хәдис улы (18.09.1948) — Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының ағза-корреспонденты (2002), физика-математика фәндәре докторы (1995), профессор (1996), Башҡортостан Республикаһының (1997) һәм Рәсәй Федерацияһының (2008) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының почетлы юғары белем биреү хеҙмәткәре (2002), Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы (2003)
  • Зөлфәр Хисмәтуллин (11.07.1923—6.04.1983), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яҙыусыһы. II дәрәжә Ватан һуғышы (1945) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) ордендары кавалеры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1973).

Биографияһы ауылға бәйле шәхестәр

Remove ads

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Ентеклерәк мәғлүмәт Халыҡ иҫәбе ...
Thumb
Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Гүзәл Ситдиҡова (уңда) Сермән балалар йортонда

Сермән балалар йорто

Сермән балалар йорто 1919 йылда ата‑әсәһе революция (1917) йәки Граждандар һуғышы ваҡытында һәләк булған балалар өсөн хеҙмәт коммунаһы булараҡ асыла; 1930-сы йылдарҙа хеҙмәт колонияһы була. 1941 йылда Йырматау һәм Темәс балалар йорттарын ҡушалар. 2008 йылда Арыҫлан Мөбәрәков исеме бирелә. 1942 йылдан башлап 2 меңдән ашыу бала уҡып сыҡҡан (2015), улар араһында Арыҫлан Мөбәрәков, Мөхөтдин Тажи, Әбүс, йәш яҙыусы А. Баймөхәмәтов бар. Балалар йорто ихатаһында Мөбәрәковҡа һәйкәл ҡуйылған (2008).2016 йылда балалар йорто ябыла [9]

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads