Синай Яков Григорьевич

From Wikipedia, the free encyclopedia

Синай Яков Григорьевич
Remove ads

Яков Григорьевич Синай (21 сентябрь 1935, Мәскәү, СССР) — динамик системалар теорияһы, Эргодик теория һәм математик физика өлкәһендә эшләүсе совет һәм америка математигы, Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (7 декабрь 1991), Абель премияһы лауреаты (2014).

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Remove ads

Биографияһы

Я. Г. Синай фәнни традицияларға бай ғаиләлә тыуған. Уның ата-әсәһе медицина өлкәһендәге тикшеренеүселәр булған[9] ә олатаһы В. Ф. Каган — Рәсәйҙә Евклидтыҡы булмаған һәм дифференциаль геометрия өлкәһендә эшләгән тәүге математиктарҙың береһе була[10][11]. Атаһы — медицина хеҙмәте подполковнигы, медицина фәндәре докторы Григорий Яковлевич Синай (1902—1952), 3-сө Мәскәү медицина институтының микробиология кафедраһы мөдире, 1945 йылдан 2-се Мәскәү дәүләт медицина институтының микробиология һәм вирусология кафедраһы профессоры, «Микробиологические методы исследования при инфекционных заболеваниях» фундаменталь ҡулланма мөхәррире (1940, 1949) «Туляремия» (1940) һәм «Краткое руководство по борьбе с чумой» (1941) монографиялары авторы. Әсәһе — Надежда Вениаминовна Каган (1900—1938), М. Горький исемендәге эксперименталь медицина институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр; яҙғы-йәйге энцефалитҡа ҡаршы кәзә вакцинаһы эшләү менән шөғөлләнә, лаборантка Н. Я. Уткина менән бергә энцефалит вирусын йоҡтороу һөҙөмтәһендә һәләк була. Ағаһы — механик Г. И. Баренблатт.

1957 йылда Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультетын тамамлай. 1956 йылда курсташы, билдәле физик Бенцион Моисеевич Вулдың ҡыҙы Елена Бенционовна Вулға өйләнә.

А. Н. Колмогоровтың уҡыусыһы. Фән кандидаты (1960), фән докторы (1964). 1960 йылдан Мәскәү дәүләт университетында эшләй, 1971 йылдан — профессор. Шулай уҡ Л. Д. Ландау исемендәге Теоретик физика институтының өлкән (1962), һуңынан баш (1986) ғилми хеҙмәткәре булып эшләй. 1993 йылдан — Принстон университеты профессоры.

Уның уҡыусылары араһында Г. А. Маргулис айырыуса билдәле.

1983 йылдан — Америка сәнғәт һәм фән академияһының почётлы сит ил ағзаһы[12]. Америка Ҡушма Штаттары Милли фәндәр академияһыны сит ил ағзаһы (1999)[13]. 2009 йылда Лондон король йәмғиәтенең сит ил ағзаһы итеп һайлана[14]. 2012 йылдан Америка математика йәмғиәтенең мөхбир ағзаһы булып тора

Remove ads

Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары

Төп эштәре математика, шулай уҡ математик физика өлкәһенә ҡарай, айырыуса ихтималлыҡ теорияһы, динамик системалар теорияһы, эргодик теория һәм статистик физиканың башҡа математик проблемалары тығыҙ үрелеп бара. Тәүгеләрҙән булып динамик системаларҙың киң класы өсөн энтропияны иҫәпләп сығарыу мөмкинлеген таба («Колмогоров — Синай энтропияһы»). Уның кире кәкрелек йөҙө өҫтөндә геодезик ағымдар буйынса эштәре ҙур әһәмиәткә эйә, унда ул геодезия ағымы траекторияһы буйлап күсеүҙәр осраҡлылыҡтың мөмкин булған иң көслө үҙенсәлектәренә эйә һәм, ғөмүмән, ихтималлыҡ теорияһының үҙәк сик теоремаһын ҡәнәғәтләндергән осраҡлы процестар тыуҙырыуын иҫбатлай. Хеҙмәттәренең ҙур серияһы таратыусы биллиардтар теорияһы — "Синай биллиардтары"на (ингл.) en (Dynamical billiards) арналған[15]. Я. Г. Синайҙың фазалар күсеүе, квант хаосы теорияһы, Бюргерс тигеҙләмәһенең динамик үҙенсәлектәре, бер үлсәмле динамика өлкәһендәге эштәре яҡшы билдәле.

Remove ads

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

Thumb
Я. Г. Синай 2007 йылда
  • Мәскәү математика йәмғиәте премияһы (1960)
  • Больцман миҙалы (1986)
  • СССР Фәндәр академияһының А. А. Марков исемендәге премияһы (1989)
  • Соломон Лефшецтың мемориаль лекцияһы (1989)
  • Математик физика өлкәһендә Дэнни Хайнеман премияһы (1990)
  • Дирак миҙалы. (1992)
  • Математика буйынса Вольф премияһы (1996/1997)
  • Ю. Мозер лекцияһы (2001)[16]
  • Математика буйынса Неммерс премияһы (2002)
  • Колмогоров миҙалы (2007)
  • Пуанкаре премияһы (2009)
  • Добрушин исемендәге халыҡ-ара премия (2009)[17]
  • Стил премияһы (2014)
  • Марсель Гроссман премияһы (2015)

Төп баҫмалары

  • Синай Я. Г. Введение в эргодическую теорию. — Ереван: Изд-во Ереванского университета, 1973. — 132 с.
  • Синай Я. Г. Теория фазовых переходов: строгие результаты. — М.: Наука, 1980.
  • Корнфельд И. П., Синай Я. Г., Фомин С. В. Эргодическая теория. — М.: Наука, 1980.
  • Синай Я. Г. Курс теории вероятностей. Ч. 1. — М.: Изд-во МГУ, 1985; Ч. 2. — М.: Изд-во МГУ, 1986.
  • Синай Я. Г. Современные проблемы эргодической теории. М.: Физматлит, 1995.
  • Синай Я. Г. Введение в эргодическую теорию. — 2-е изд., испр. и доп. — М.: ФАЗИС, 1996. — XII + 132 с.: ил. — (Библиотека студента-математика; Вып.1). — ISBN 5-7036-0022-7. (Книгу «Современные проблемы эргодической теории» (М.: Физматлит, 1995) можно рассматривать в известной степени как продолжение данной книги.)
  • Yakov Sinai. Russian Mathematicians in the 20th Century. — World Scientific, 2003. — 700 с.
  • Yakov G. Sinai. Selecta. Volume I: Ergodic Theory and Dynamical Systems, Springer, 2010.
  • Yakov G. Sinai. Selecta. Volume II: Probability Theory, Statistical Mechanics, Mathematics Physics and Mathematical Fluid Dynamics, Springer, 2010.

Баҫмаларҙың мөхәррире:

  • Многокомпонентные случайные системы / ИППИ АН СССР; отв. ред. Р. Л. Добрушин, Я. Г. Синай. — М.: Наука, 1978. — 324 с.
  • Странные аттракторы: сборник статей / пер. с англ. под ред. Я. Г. Синая, Л. П. Шильникова. — М.: Мир, 1981. — 253 с.
  • Зайлер Э. Калибровочные теории: связи с конструктивной квантовой теорией поля и статистической механикой / пер. с англ. В. В. Аншелевича, Е. И. Динабурга; Под ред. Я. Г. Синая. — М.: Мир, 1985. — 222 с.
  • Нейман Дж. фон. Избранные труды по функциональному анализу. В 2 т. / Под ред. А. М. Вершика, А. Н. Колмогорова и Я. Г. Синая. — М.: Наука, 1987.
  • Фракталы в физике: Труды VI международного симпозиума / Пер. с англ. под ред. Я. Г. Синая и И. М. Халатникова. — М.: Мир, 1988. — 670 с.
  • Математические события XX века: Сб. статей / Ред. Ю. С. Осипов, А. А. Болибрух, Я. Г. Синай. — М.: Фазис, 2003, — 548 с.
Remove ads

Сығанаҡтар

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads