Славинский Пётр Михайлович
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Славинский Пётр Михайлович (28 октябрь 1989 йыл — 2 май 1977 йыл) — совет дирижёры. РСФСР-ҙың атҡаҙанған, БАССР‑ҙың халыҡ артисы (икеһе лә — 1944)[1].
Remove ads
Биографияһы
Пётр Михайлович Славинский 1899 йылдың 28 октябрендә Харьковта донъяға килә. Виолончель класы буйынса (уҡытыусыһы Семен Козолупов) 1928 йылда Мәскәү консерваторияһын тамамлай. Студент сағында уҡ, 1925 йылдан алып, Ҙур театр оркестрында солист булараҡ уйнай башлай[1]. 1936 йылдан алып СССР-ҙың төрлө ҡала опера театрҙарында (Пермь, Ташкент) дирижер була, ә 1938 йылда яңы ойошторолған Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының баш дирижеры итеп тәғәйенләнә[2], бында ул бер нисә башҡорт милли опералары премьераларын тормошҡа ашыра: «Һаҡмар» (Мәсәлим Вәлиев), «Аҡбуҙат» (Антонио Спадавеккиа һәм Халиҡ Заимов), «Карлугас» (Николай Чемберджи), «Ашҡаҙар» һәм «Мәргән» (Антон Эйхенвальд). 1944 йылда Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы исемдәренә лайыҡ була.
Һуғыштан һуңғы йылдарҙаКуйбышев һәм Харьков опера театрҙарныда хеҙмәт итә. 1950 йылдан — С. Станиславский һәм Вл. И. Немирович-Данченко исемендәге Мәскәү музыкаль театрының музыкаль өлөшөн етәкләй, 1961 йылдан алып Мәскәү художество театрының музыкаль бүлек мөдире һәм оркестр дирижёры. Был осорҙа Славинскийҙың постановкалары араһында — Эдуард Направниктың «Дубровский» операһы (Сергей Лемешев төп партияла) фильм-спектакль булараҡ яҙҙырылған.
Remove ads
БДОБТ-та Славинский етәкселегендәге постановкалар
— башҡорт опералары: «Мәргән» (А. А. Эйхенвальд), "Һаҡмар (М. М.), «Ҡарлуғас», «Аҡбуҙат» (Н. К. Чемберджи)[1];
— урыҫ һәм сит ил опера классикаһы әҫәрҙәренән: «Тирмәнсе ҡыҙы», «Иван Сусанин» (М. И. Глинка), «Евгений Онегин» һәм «Пики дамаһы» (П. И. Чайковский), «Фауст» (Ш. Гуно), «Аида», «Травиата» һәм «Риголетто» (Дж. Верди), «Кармен» (Ж. Бизе), «Чио чио сан» (Дж. Пуччини), «Севилья цирюльнигы» (Дж. Россини) һәм башҡа тәүге постановкалар ҡуйыла[1].
— «Коппелия», «Сыңрау торна» балеттары, симфоник концерттар менән дирижёрлыҡ итә[1].
БДОБТ-тың симфоник оркестрын ойоштороусы[1].
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Сығанаҡтар
Әҙәбиәт
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads