Солтанов Фәйзулла Вәли улы

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Фәйзулла Вәли улы Солтанов (15 октябрь 1922 йыл — 24 ноябрь 1992 йыл) — совет партия һәм дәүләт эшмәкәре, 1967—1990 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы Рәйесе. РСФСР Юғары Советының һәм БАССР-ҙың 7-11 саҡырылыш Юғары Советтары депутаты. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. I дәрәжә Ватан һуғышы (1985), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1976), Халыҡтар Дуҫлығы (1982), Ҡыҙыл Йондоҙ (1966) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры.

Ҡыҫҡа факттар Флаг Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы Рәйесе, 1967 — 1990 ...
Remove ads

Биографияһы

Солтанов Фәйзулла Вәли улы 1922 йылдың 15 октябрендә Башҡорт АССР-ының Йылайыр кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районының) Байдәүләт ауылында тыуған.

Стәрлетамаҡ педагогия техникумында белем алғандан һуң, 19391941 һәм 19431946 йылдарҙа Ейәнсура районының ауыл мәктәптәрендә уҡыта. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша.

19461958 йылдарҙа партия һәм комсомол эшмәкәрлеге менән мәшғүл була. 1956 йылда — К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия инситутын, ә 1962 йылда КПСС Үҙәк комитеты ҡарамағындағы Ижтимағи фәндәр академияһын тамамлай.

1962 йылдан алып Бөрө дәүләт педагогия институты ректоры вазифаһын атҡара. 1963 йылдан алып КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты секретары булып эшләй.

19671990 йылдарҙа — Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы Рәйесе вазифаһын үтәй.

1992 йылдың 24 ноябрендә Өфөлә вафат була, Мосолмандар зыяратында ерләнгән.

Remove ads

Бүләктәре

Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1976), 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (06.04.1985)[1], Ҡыҙыл Йондоҙ (1966), Халыҡтар дуҫлығы (1982), «Почёт билдәһе» (1966) ордендары менән бүләкләнә.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads