Стана Катич
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Стана Катич (ингл. Stana Katic; 26 апрель 1978 йыл) — Канаданың серб-хорват сығышлы актёры, «Касл» телесериалында детектив Кейт Бекетт роле менән билдәлелек алыусы.
Remove ads
Биографияһы
Стана Катич 1978 йылдың 26 апрелендә Канаданың Онтарио провинцияһы Гамильтон ҡалаһында тыуған. Атаһы серб, әсәһе хорват, Югославиянан күсеп килгәндәр . Үҙ милләте хаҡында Катич: «Минең ата - әсәм - Хорватия сербтары. Беҙҙе далматтар [1] тип атайҙар» - ти. Һуңыраҡ Катич ғаиләһе менән Иллинойс штатындағы Аврора ҡалаһына күсенә. 1996 йылда «Вест Аврора» урта мәктәбен тамамлағандан һуң ул Торонто университетында һәм Гудмен театр мәктәбендә актерлыҡ оҫталығына уҡый (2000 йылдан 2004 йылға тиклем[2]). Уның дүрт ағаһы, бер апаһы бар.
Биш тел белә, Канада һәм АҠШ гражданлығына эйә.
Remove ads
Шәхси тормошо
2015 йылдың апрелендә Стана Крис Бркляч менән өйләнешә[3].
Карьераһы
Катич «Геройҙар» сериалында Хана Гительманды, «24» сериалының 5-се өлөшөндә Коллет Стренджерҙы һәм Морган Фримен уйнаған «Һөйөү байрамы» фильмында Дженниҙы уйнай. Шулай уҡ ул «Үс алыусы» фильмында Моргенштернды, «Рәхимлек кванты»нда Корин Венюҙы һәм «Китапханасы»ның өсөнсө өлөшөндә Симона Ренуаны уйнай.
2008 йылдың авгусында Катич «Касл» телесериалында Кейт Бекетт ролен ала. Шул уҡ йылды Катич үҙенең Sine Timore Productions (лат. ҡурҡыуһыҙ) кинокомпанияһын булдыра.
2010 йылда Катич Францияла «For Lovers Only» фильмында һәм Дублинда Ричард Гир менән «Ике яҡлы агент» картинаһында ҡатнаша.
Фильмографияһы
- Фильмдар
- Сериалдар
- Видео уйындар
Remove ads
Һылтанмалар
- Стана Катичтың рәсми сайты
- Стана Катич Facebook сайтында
Иҫкәрмәләр
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads