Сёр-Варангер
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Коммуна Сёр-Варангер (норв.Sør-Varanger,с-саамск. Mátta-gielda Várjjaga) Норвегияның иң көнсығыш нөктәһендә, Финнмарк фюлькаһында урынлашҡан. Коммунаның көнсығыш сиге артында Рәсәйҙең Печенг районы урынлашҡан ( 1920—1944 йылдарҙы элекке фин Петсамо өлкәһе).
Сёр-Варангерҙа, Нейден ауылында , Норвегияның колтт-саам мәҙәниәте үҙәге — Østsamisk museum урынлашҡан.
2012 йылдың май аҙағынан Сёр-Варангер һәм Печенг районының сик буйы территорияларында визаһыҙ күсеп йөрөүгә килешеү төҙөлә[9].
Remove ads
Этимологияһы
Коммунаның Sør-Varanger атамаһы фьорд исеменән килеп сыҡҡан. Атаманың беренсе ver өлөшө «балыҡ тотоу ауылы», ә икенсе өлөшө «фьорд» тигәнде аңлата. Sør өлөшө норвег теленән «көньяҡ» тип тәржемәләнә. 1964 йылға тиклем шулай уҡ исем менән Nord-Varanger коммунаһы аталған.
Гербы
1982 йылдың 16 апрелендә коммунаның хәҙерге гербы раҫлана. Ул 3 көслө ялҡынды һүрәтләй. 3 һаны коммунаның өс төп килемен: ауыл хужалығы, балыҡсылыҡ һәм тау сәнәғәтен аңлата. Бынан тыш ул коммунаның Нейден, Паз һәм Ворьема өс йылғаһын һәм норвегтар, саамдар һәм финдарҙың өс мәҙәниәтен символлаштыра[10].
Географияһы

Муниципалитеттың майҙаны 3968 км² тәшкил итә. Сёр-Варангер Рәсәй һәм Финляндия менән сиктәш. Коммунаның административ үҙәге булып Киркенес тора — ул Финнмарк губернаһында иң ҙур ҡалаларҙың береһе. Hurtigruten диңгеҙ маршрутының һәм Е105 автомобиль юлының һуңғы пункты. Киркенес эргәһендә аэропорт урынлашҡан, унан Осло (Гардермуэн), Алту һәм Тромсёға тура рейстар башҡарыла, шулай уҡ чартер рейстары бар. Бынан тыш, Киркенеста Рәсәй консуллығы һәм Норвегия менән Рәсәй сиге өсөн яуаплы сик комиссариаты урынлашҡан. Коммунаға шулай уҡ Бугейнес һәм Нейден, шулай уҡ Паз йылғаһы буйында урынлашҡан бер нисә тораҡ пункттар инә.
Коммунаның күпселек өлөшө ҡарағай һәм ҡайын урмандарынан ғибәрәт. Баренц диңгеҙе яры буйҙары эргәһендә киң уңдырышһыҙ ерҙәр ҙә бар.
Иҫтәлекле урындары
Коммунаның иҫтәлекле урындарына Нейдендағы Изге Георгий православие сиркәүен, Рәсәй сигенә яҡын Гренс-Якобсэльвтағы Оскар II сиркәүен (1869 йылда төҙөлгән), шулай уҡ лабиринт рәүешендәге боронғо ҡоролмаларҙы индерергә мөмкин.
- Киркенеста Руаль Амундсен (Роальд Амундсен) майҙанында Ҡыҙыл Армия һалдаттарына һәйкәл (норвег исем — Russemonumentet — «Рус монументы») ҡуйылған.
Ял итеүҙең популяр төрө коммуна йылғаларында балыҡ тотоу, мышы йәки ҡорған һунар итеү, ҡаргиҙәрҙәрҙә шыуыу.
Remove ads
Иҡтисады
2009 йылда миллиардер Феликс Чуди Киркенес янындағы ташландыҡ Сюд-Варангер шахтаһын һатып ала һәм унда тимер мәғдәнен сығарыуҙы аяҡҡа баҫтыра: 2010 йылда шахтанан 40 мең тонна руда Төньяҡ диңгеҙ юлы буйлап Ҡытайға юллана[11].
Туғандаш ҡалалар
Североморск[12]
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads