Киркенес
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Киркенес (норв.Kirkenes — Хиркенес[4], фин.Kirkkoniemi, с-саамск. Girkonjárga) — Норвегияның төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә, Финнмарк фюлькаһында, рәсәй-норвегия сигенән яҡынса 8 км алыҫлыҡтағы ҡала.
Remove ads
Тарихы
1826 йылдың 14 майына тиклем Фэлледсдистрикт территорияһында урынлашҡан (Дөйөм районда) — Швеция һәм Рәсәй кондоминимумында, шунан һуң бөтә тиерлек бәхәсле территориялар (шул иҫәптән Киркенес) Швецияға күсә.
Икенсе донъя һуғышы


Икенсе донъя һуғышы йылдарында көслө бомбалар һөжүменә дусар була — ҡалаға 320 һауа һөжүме яһала. 1944—1945 йылдарҙа Киркенестың комендант урынбаҫары, һуңынан билдәле шәрҡиәтсе Дьяконов Игорь Михайлович; 1990-сы йылда уға ҡаланың почетлы гражданы исеме бирелә.
Remove ads
Климаты һәм географияһы
Киркенес Норвегияның иң төньяҡ-көнсығышында, төньяҡ поляр түңәрәктән төньяҡҡа ҡарай яҡынса 400 км алыҫлыҡта ята. Ҡала Варангер-фьорд фьорды тармаҡтарының береһендә, Рәсәй сигенән алыҫ түгел урынлашҡан.
Поляр көнө 21 майҙан алып 17 июлгә тиклем, поляр төн — 21 ноябрҙән алып 21 ғинураға тиклем дауам итә. Яр буйында урынлашыуына ҡарамаҫтан, ҡала континенталь климатҡа күсеүсән. Уртаса айлыҡ температура ғинуарҙа -11,5 °C алып июлдә 12,6 °C. тиклем үҙгәрә. Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм кимәле — яҡынса 450 мм. Иң түбән температура --41°C, иң юғары температура 32,7 °C теркәлгән. Иң юғары уртаса айлыҡ температура 2004 йылда билдәләнгән һәм 16,9 °C тәшкил иткән.
Киркенес— Бьерневатн тимер юлы Киркенес портын һәм Сер-Варангер коммунаһындағы Бьёрневатн шахтаһын тоташтыра. Фин Рованиемиһынан Киркенесҡа тиклем 529. км оҙонлоғондағы тимер юлы төҙөү планлаштырыла[5].
Remove ads
Билдәле шәхестәре
- Киркенеста саңғы ярышы буйынса өс тапҡыр Олимпия уйындары чемпионы Вегард Ульванг тыуған.
- Киркенеста донъя транс музыкаһы йондоҙо Эрьян Гильсен йәшәй.
Иҫтәлекле урындары
- Икенсе донъя һуғышы музейы
- Руаль Амундсен (Роальд Амундесн) майҙанында Ҡыҙыл Армия һалдаттарына һәйкәл
- Саам рәссамы Йон Савио музейы
Туғандаш ҡалалар
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads

